Йырлы ғүмер06.02.2018
Шәхес кимәленә күтәрелеү – оло хеҙмәт емеше. Бында, әлбиттә, кешегә тәбиғәттән бирелгән һәләттең, ғаиләлә алған тәрбиәнең, белем сифатының, үҫешкә ынтылыштың өлөшө ҙур.


Шундай шәхестәрҙең береһе ул ағайым Борис Хәйретдинов – районыбыҙҙың Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫеп, әле Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән уҡытыусы, композитор-башҡарыусы, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ғаиләбеҙҙә иң өлкән бала булараҡ, үҙенән бәләкәй ете туғанын тәрбиәләшеп, атай-әсәйгә ярҙамлашып үҫә ул. Миңә, кинйә ҡыҙға, әле лә яҡын кәңәшсе, ышаныслы терәк-таяныс.
Эшмәкәрлегенә килгәндә, ағайым Икенсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы, Икенсе Этҡол, Татлыбай, Ишбирҙе урта мәктәптәре директоры, “Сибай” совхозында профком рәйесе булды. Һәр урында үҙе тирәләй һәләтлеләрҙе туплап, хор түңәрәктәре, ансамблдәр ойошторҙо. Тырыш хеҙмәте өсөн орден-миҙалдар менән наградланды. Үҙешмәкәр композитор булараҡ, йөҙҙән ашыу йыры бар. Уларҙың һүҙҙәрен дә үҙе яҙа. Йырҙары халыҡ араһында киң таралған, ауыл-ҡала сәхнәләрендә әленән-әле башҡарылып тора. Уның “Ғүмер юлы”, “Сәсәндәр иленә сәйәхәт”, “Ғүмерем биҙәктәре”, “Һағынмаҫ та инем” исемле йыйынтыҡтары ла донъя күрҙе.
Тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ, ағайымдың “Ете лә генә ырыу, береһе – Бөрйән”, “Төйәгебеҙ – Уралтау”, “Ынтылыш”, “Шежере башкир и народные песни как дополнительные источники по истории Башкортостана” тигән китаптары баҫылып сыҡты. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, урындағы һәүәҫкәр композиторҙар берекмәһе рәйесе, “Йәнгүҙәй” әҙәби берекмәһе ағзаһы. 2008 йылда “Баймаҡ районы сәсәне” исеменә лә лайыҡ булды. Уның етәкселегендәге ансамбль – Рәсәй конкурсы дипломанты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайымды тормошонда ауырлыҡтар ҙа урап үтмәне: байтаҡ йылдар элек ҡатыны – Асия еңгәбеҙ – баҡыйлыҡҡа күсте, унан ҡыҙы Резеда яман шеш сиренән вафат булды. Көс еткеһеҙ ауыр ҡайғыларҙы туғаным халҡыбыҙ хаҡына хеҙмәте, күңелендә ҡайнаған йыр-моң менән баҫырға тырышты. Әле ул Рәсимә еңгәбеҙ менән матур ғаилә ҡорған. Ҡатыны – фельдшер, һәр кемгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы белгес, иренә лә ныҡлы терәк-таяныс. Ағайымдың балалары Морат менән Луиза күптән үҙаллы тормош көтә.
Әле атай-әсәйемдең һигеҙ балаһынан бишебеҙ иҫән. Үҙ-ара аралашып, хәл белешеп йәшәйбеҙ. Өлкән ағайыбыҙ Борис Хәйретдиновтың йыр-моңға әүәҫлегенә, композиторлыҡ һәләтенә һоҡланабыҙ, Ватанының тоғро улы булыуы, илһөйәрлеге менән ғорурланабыҙ, унан өлгө алырға тырышабыҙ. Бирешмәй ағайыбыҙ, киләсәккә ҡарай йырлап атлай. Йөрәктән сыҡҡан моңдары халҡы күңеленә йылылыҡ, өмөт-ышаныс өҫтәй.



Вернуться назад