Һуғыш “һуғыш уйыны” ғына булһын06.02.2018
Һуғыш “һуғыш уйыны” ғына булһынХалыҡ ата-бабаларының ҡайһы һуғышта ҡатнашып, ниндәй еңеүҙәр яулағанын йәш быуынға еткерергә һәм аңлатырға бурыслы. Бөгөн Икенсе донъя һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп етеп, үҙҙәре атай-әсәй булды, хәҙер уларҙың да балалары буй еткерә. Тимәк, дүртенсе быуын тигән һүҙ. Әгәр фронтовиктарҙың ейәндәре һуғыш хаҡында олатай-өләсәйҙәре, ата-әсәһе ауыҙынан ғына ишетһә, йәш быуын вәкиле иһә, йәғни ҡаһармандарҙың бүләләре был турала китаптарҙан уҡып ҡына белә. Бында шуныһы мөһим: йәш быуынға һуғыштың ниндәй шарттарҙа һәм нисек булғанын, теге йәки был халыҡтың нисек еңгәне һәм кемдең еңелгәнен ғәҙел аңлатырға кәрәк, юғиһә социализм тарҡалғандан һуң тарихты боҙоу башланды. Әлбиттә, мәҡәләмдә ошо хәлгә ҡарата етерлек дәлилдәр килтерә алһам да, әле ҡайһы илдең һуғыш ваҡиғаларын ҡасан үҙгәртеп яҙыуын асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Тик юл ыңғайы ошо темаға ҡағылышлы бер ябай ғына миҫал килтерәм.


...Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70 йыл тулған көндәрҙә Чех Республикаһы телевидениеһында “Мате слово!” (“Әйтер һүҙебеҙ бар!”) тигән телетапшырыу ойош­торолғайны. Унда һүҙ һуғыш тураһында барҙы. Шунда Прага мәктәптәренең бере­һендә башланғыс кластар уҡытыусыһы әллә юрамал, әллә ысын: “Беҙҙе, чехтар­ҙы, Бөйөк Ватан һуғышында американдар ҡотҡарған” тип әйтеп ысҡындыр­маһынмы! Быға барыһы ла шаҡ ҡатты, хатта тапшы­рыуҙы алып барыусы ла аптырап байтаҡ өндәшә алмай торҙо. Чех журналистары бик әүҙем һәм ҡыйыу, иртәгә үк был "сенсациялы хәбәр" тотош илде урап сыҡты. Ә өсөнсө көнгә шул билдәле булды: баяғы уҡытыусыны “тарихи наҙанлығы өсөн” эштән ҡыуғандар, ә гимназия директоры телевидение аша халыҡ алдында ғәфү үтенде.
Ошо хәл күпкә ишара, минеңсә, тап бына шуның өсөн дә йәш быуынға һуғыш хаҡында даими һөйләп тороу зарур. Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, ләкин ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк кәрәк. Әлеге наҙан уҡытыусы кеүек, һуғыш хаҡында нахаҡ һүҙ әйтелмә­һен өсөн, Чех Республикаһының үҙҙәренә азатлыҡ биргән халҡыбыҙға рәхмәте ҙур. Президент Милош Земан ризалығы менән хәҙер илдең төрлө ҡалаларында Бөйөк Ватан һуғышы булған урындарҙа реконструкция уҙғаралар. Һүҙем – шул хаҡта.
Әйткәндәй, киләсәктә Рәсәйҙә лә Сталинград һуғышы, Брест ҡәлғәһен һаҡлау­сы­лар, 1942 йылдың уҫал ҡышында Мәс­кәү өсөн көрәшкән батырҙар, Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән юлдарҙа, ауыл-ҡалалар өсөн барған тиңһеҙ алыштар үткән ерҙәрҙә лә ошондай саралар уҙғарыла башламаҫ тимә. Бына күпме эш көтә. Шулай булғас, һуғыш алыҫаямы ла, әллә яҡынаямы?
1945 йылдың ғинуар урталарында Балтик буйынан Карпат тауҙарына ҡәҙәр Совет Армияһы вермахт ғәскәренә көслө һөжүм яһай һәм Словакияның көнсығыш һәм үҙәк өлөшөн фашистарҙан таҙарта. Был ваҡытта элекке Чехословакияны азат итеү өсөн совет ғәскәрҙәре 1 220 саҡрым­ғаса араға һуҙылып хәрәкәт итә. Гитлер һуғышта отолоуын аңлай, ләкин ҙур ҡар­шы­лыҡ күрһәтә. Совет Армияһының 1-се, 2-се, 4-се Украина фронты һалдат­та­ры Көньяҡ Моравияға килеп ингәс, Свитавалағы Скалице ҡалаһында аяуһыҙ һуғыштар булып ала. Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған ошондағы реконструкцияны ҡарау өсөн илдең төрлө ауыл-ҡалалары­нан, хатта сит илдәрҙән дә меңәрләгән халыҡ килгән. Чех, немец, словак журналистары менән бергә уны ҡарау бәхете миңә лә насип булды. Алға китеп шуны әйтке килә: быйыл 26 апрелдә ошондай уҡ “һуғыш уйыны” Брно ҡалаһын азат итеүгә арнап уҙғарыласаҡ.
Ә хәҙер уңдырышлы ерҙәре менән дан тотҡан Көньяҡ Моравияға әйләнеп ҡайта­йыҡ. Борон-борондан, йәғни X быуаттан башлап чех королдәре илде крайҙарға бүл­гесләп идара иткән. Әле Чех Респуб­ликаһында бөтәһе биш край булып, шулар араһында Көньяҡ Моравия иң ҙуры иҫәп­ләнә, ул көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш край­ҙарға бүленә. Чехия дәүләте Европа­ның тап уртаһында ултыра. Бәлки, шуға­лыр ошо крайҙар эсендә быуаттар дауамында ҡан ҡойош булған. Уңдырышлы бул­ғаны өсөн генә түгел, ә ошо ерҙәр аша Европаның төрлө төбәктәренә үтеү өсөн килгән сит-яттар.
Һуғыш “һуғыш уйыны” ғына булһынӘле иһә ошо ер аша һуғыша-һуғыша ике мең саҡрымдан ашыу ауыр юл үтеп килгән совет яугирҙәре “килгәйне” – тик уларҙың юлын Свитавалағы Скалице ҡалаһы янын яҡшы ҡоралланған немецтарҙың ҙур көсө быуып ята. Әйтергә кәрәк, ҡала ғәжәп уңайлы урында ултыра, бынан Брно, Прага йүнәлешендә тимер юл һәм автомобиль трассаһы үтә. Ҡала үҙе уң яҡтан бейек-бейек тауҙарға терәлеп ултыра, был иһә ҡаланы немецтарҙан ҡотҡарыуҙа ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра.
Ниһайәт, хәләл ефетем Владимир һәм уның улы Роман менән өсәүләп Свитава йылғаһына етәрәк машинабыҙҙы ҡалдыр­ҙыҡ та, һуғыш тамашаһын күрергә билет алыу өсөн сиратҡа баҫтыҡ. Һәр беребеҙ өсөн туҡһанышар крона түләгәндән һуң, алға үттек һәм ысын мәғәнәһендә 1945 йылдың һыуыҡ 20 ғинуарына аяҡ баҫтыҡ...
...Микрофондан “Священная война” йыры ағыла. Ул мине генә түгел, “һуғыш уйыны”н ҡарарға килгән меңәрләгән кешене тулҡынландырҙы, барыһы ла шып-шым ҡалды. Хатта мул һыулы Ағиҙелебеҙ төҫлө тымыҡ ҡына ағып ятҡан Свитава йылғаһы буйында урынлашҡан окоптар­ҙағы “немецтар” ҙа, үҙебеҙҙекеләр ҙә уйға ҡалған төҫлө. Ике яҡтың да һалдаттары хәл иткес алышҡа әҙерләнә, беҙҙекеләр “Максим” пулеметын таҙарта, махсус рә­үештә төҙөлгән стандар аҫтында һалдат­тарға шарап, сливовица (сливанан эшлән­гән араҡы) тәҡдим итәләр, окоптар ара­һын­да “Брамбори, брамбори (картуф), сол­даты!” тип әйҙүкләп, бер чех һатыу­сы­һы ҡыҙҙырылған бәрәңге һатып аҡса эшләй.
Шунда немецтарҙың йырҙарын да, окоптарын да беҙҙең һалдаттарҙыҡы менән сағыштырҙым, дошмандарҙыҡы күпкә иркенерәк тә, киңерәк тә, тәрәнерәк тә. Прагматик немецтар унда хатта ял итеү өсөн бәләкәй генә йыйылмалы өҫтәлдәр, ултырғыстар ҡуйған – яу алдынан улар шунда ултырып хат яҙған, шнапс эскән, тәмәке көйрәткән, әңгәмәләшкән. Диктор әйтеүенсә, немецтар окоп ҡаҙыу эшенә урындағы халыҡты файҙаланырға тырышҡан, тракторҙар йәлеп иткән. Немецтар – оҙон буйлы халыҡ, шуға окоптары ла күпкә тәрәнерәк, ана уның өҫтөн­дәге пушкалары ялтлап тора, йылғаның икенсе ярындағы совет һалдаттарын күҙәтеү өсөн оҙон таяҡлы биноклдәр ҙә ҡуйылған, күптәрҙең башында каскалары өҫтөнән үҙҙәрен һиҙҙермәү өсөн үләндән эшләнгән махсус эшләпәләр күренә.
Ә көй-моңға килгәндә, немец йырҙары марш тибында. Ә бына рус телендәге йырҙарҙан, әйтәйек, “Священная война”ны алайыҡ, моң-һағыш, Еңеүгә әйҙәү менән бергә ҡайғы-хәсрәт, һағыш ағылған кеүек.
Бөгөн бик һыуыҡ, кисә ҡар яуғайны, иртән ямғыр ҡойҙо. Шуға ике яҡтың да окоп эсе еүеш тә, бысраҡ та, һалдаттарҙың барыһы ла әҙерлек барышында уҡ бысранып өлгөргәйне. Уларға ял итер өсөн берҙән-бер ултырғыс – әлеге бысраҡ, батҡаҡлы ер.
Немец окоптарында таяҡтарға “Wir kapitulieren nein!” ише лозунгтар эленгән, беҙ­ҙекеләрҙеке күренмәй, сөнки улар икен­се ярҙа. Ә “һуғыш һыҙаты” аша рөх­сәтһеҙ сығыу ҡаты тыйыла, кем тыңламай, “үлем язаһы”на хөкөм ителә. Шуға халыҡ Свитава йылғаһының немецтар торған яғы­нан ғына тамаша ҡыла. Күбеһе биноклдән күҙәтә.
Йәнә лә ҡарар күҙгә ҡар ҡатыш иҙелгән бысраҡ ярға ултыртылған самолет һәм танкка ҡаршы ҡулланыла торған артиллерия, пушкалар, төрлө кейемдәге һал­дат­тар, санитаркалар күренә. 1945 йылда совет ғәскәрҙәре, Европа сиген уҙып, фа­шистарҙы үҙ өңөндә туҡмарға юл тотҡас, үҙенең отолоуын аңлаған Гитлер 16 йәш­тән 60 йәшкә тиклемге бөтә ир-атты һуғышҡа алырға бойорған һәм, йыйынырға ла ваҡыт бирмәйенсә, конвой менән алып киткән. Ир-ат ниндәй кейемдә алынһа, һу­ғышҡа шулай ингән, шуға немецтар яғы­нан әлеге “һуғыш уйыны”нда ҡатна­шыу­сыларҙың өҫтөндә эшләпә, кепка, пин­жәк, плащ, курткалар, аяҡтарында туфли, ботинкалар ине. Уларҙың вермахт һалдаттары икәнлеген тик беләктәренә бәйләнгән ҡара-ҡыҙыл сепрәккә ҡарап ҡына айырып була.
Диктор һөйләүенсә, тап бына ошо һалдаттарҙы “фолкштурмансылар” тип атағандар (Folk немецса халыҡ тигәнде аңлата). “Фолкштурмансылар” бик ҡаты һуғышҡан – быны халыҡ ошонда күрҙе. Һәр һуғыш батырҙы ла, ҡурҡаҡты ла тыу­ҙыра. Ҡасырға маташыусыларҙың “атылыуы”на ла шаһит булдыҡ. Йәнә лә шуны күрҙек: әгәр совет һалдаттары һөжүмгә барғанда “За Родину!”, “За Сталина!” тип ҡысҡырһа, немецтар “Wir kapitulieren nicht!” (“Никогда не будем капитулировать!”) тип һөрәнләй һәм һәр ҡарыш ер өсөн һуңғы тамсы ҡанына тиклем һуғыша.
Әлбиттә, беҙҙекеләр ҙә һынатмай. Әгәр һуғыштың тәүге йылдарында совет ғәс­кәр­ҙәре сигенһә, артабанғы йылдарҙа фашистарҙы Европаға тиклем ҡыуып килгәндә һуғышта тәжрибә йыйып, немец фашистары яндырған, юҡҡа сығарған ба­ҫыуҙар, ҡалалар һәм ауылдар, туған­дары һәм ғаиләләре өсөн үс алыу тойғоһо шул тиклем көслө булып, арыҫландай батыр һуғыша. Ә бит улар ете ят Европа илдә­ренә әллә нисәшәр мең саҡрым ер үтеп, арып-талып, кейем-һалымын, кәрәк-яра­ғын, ҡоралын, пушка-артиллерияларын һөй­рәп килә...140 меңе шул сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡала... Әйтеүе генә анһат, ул бит 14 кеше түгел! Һәм, әлбиттә, ошо һан эсенә Свитавалағы Скалице ҡалаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙа һәләк булыусылар ҙа бар. Бына шуның өсөн дә “һуғыш уйыны”н ҡарағанда, күҙемә йәш тығылды. Ҡапылдан атайымдың Берлинды алғанда, Прага өсөн барған һуғыштарҙың ниндәй ҡаты булғанын һөйләп илағаны, үҙемдең уны йәлләүем күҙ алдымдан уҙҙы. Ғөмү­мән, был хаҡта китаптарҙан уҡып түгел, ә атай-бабайҙарымдың һөйләгәндәре­нән ишетеп-белеп үҫкәнгә күрә, үҙем армияла хеҙмәт итмәһәм дә һәм мылтыҡ тотоп атып ҡарағаным булмаһа ла, һуғыш йөрәгемдә мәңге һаҡланыр яра булып ҡанһырап тора. Шунда янымда торған малайҙарҙың береһе:
– Прочь плачете, пани, просим? – тип ипләп кенә һорағас, ҡыҫҡаса сәбәбен аңлатып бирҙем, эргә-тирәләгеләр ҙә ишетеп торған икән, барыһы ла мине йыуатып, йылы һүҙҙәр әйтә башланы. Йылы һүҙ – йән аҙығы шул.
Ана, беҙҙекеләр һөжүмгә күтәрелә, тик уларҙы яҡшы ҡоралланған немецтар пушка, пулеметтарҙан һиптереп юҡ итә. Яңынан күтәреләләр, яңынан һуғыш яланы үлектәр менән ҡаплана. Икенсе һөжүм дә байтаҡ һалдаттың ғүмерен ҡыйғас һәм йылға аша сығыу бөтөнләй файҙаһыҙ­лы­ғын аңлағас, һалдаттарҙы бронемашина артына ҡыуып ебәрәләр, ләкин был юлы ла уңышһыҙлыҡҡа осрайҙар. Совет яугир­ҙәре яғынан: “Немец, сдавайся! Руки вверх!” тигән ҡысҡырыу, яралыларҙың яр­ҙам һорап аҡырыуы ишетелә. Немецтар яғынан да “Wir kapitulieren nicht!” тигән оран тарала. Алып барыусының һөйләүе буйынса, совет яугирҙәре өсөн берҙән-бер юл – немецтарҙы уңдан да, һулдан да ҡыҫымға алып, артиллерия ярҙамында уңышҡа ирешеү генә ҡала. Шунда уҡ ҡолаҡ тондорғос артиллерия залптары яңғырай, ҡуш йөрәклеләр шыуышып килеп немец пулеметсыһын юҡ итә, ләкин байтағы тегеләй ҙә, былай ҙа һыҙғырышып уҙған пуляларҙан һәләк булып ятып ҡала. Кемдәрҙең генә ғәзиз балалары, улдары йә атайҙары булған икән улар?
Ә бит Бөйөк Ватан һуғышында Европала һәләк булған совет һалдат­тарының бөгөнгәсә тик биш процен­тының ғына исем-шәрифе асыҡланған, ә ҡалғандары?.. Элек социализм осоронда ил эсендә лә, сит илдәр менән дә эҙәрмәнлек эше алып барыла ине, ә хәҙер? Әлбиттә, Чех Рес­публикаһында был йүнәлештә байтаҡ изге эштәр башҡарыла: Брнолағы Хәрби клуб, Рәсәй Федерацияһының Прагалағы илселеге был йүнәлештә бихисап уй-ниәтте тормошҡа ашыра, ләкин үҙебеҙгә лә әүҙемлек күрһәтергә кәрәк.
Йомғаҡлап шуны әйтер инем: Свитава йылғаһы буйында барған был алыш Европаны азат итеүҙәге бәләкәй генә бер һуғыштарҙың береһе кеүек тойолһа ла, ул ҙур әһәмиәткә эйә. “Һуғыш уйыны”н күр­гән чех балалары һәм йәштәре үҙҙә­ренең Ватанын кем ҡотҡарғанын күрҙе һәм аңланы, тимәк, улар үрҙәге наҙан уҡытыусы кеүек “беҙҙе американдар ҡотҡарған” тигән ялған фекерҙән азат буласаҡ – “һуғыш уйыны”нда баҫым шуға яһалды бит! Ә был изге маҡсатты тормош­ҡа ашырыу өсөн йөҙәрләгән чех ир-егете ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, үҙ аҡса­һына хәрби кейем тектереп, Мәскәү хәрби архивынан алынған һуғыш кәрәк-ярағы, хәрби кейем, һуғыш ҡоралдарының күсер­мәләрен оҙаҡ әҙерләнгән. Ҡайһы бер ойош­малар уларға аҡса күсергән, ләкин шуныһы ҡиммәт: “һуғыш уйыны”нда ҡатнашыусыларҙың береһенә лә бер ниндәй ҙә аҡса түләнмәй. Быларҙың бары­һын да улар ике халыҡ араһына тыныс­лыҡ, дуҫлыҡ күпере һалыу өсөн эшләй, рәхмәт уларға! Халҡым, Тыуған илем исеменән рәхмәт!
Меңәрләгән халыҡ араһында “Калинка”, “День Победы” яңғырағанда ҡысҡырып йыр­лап тороуыма был бәхетле-бәхетһеҙ көндә берәү ҙә аптыраманы, киреһенсә, хуплап ҡул сапты. Европа кимәлендә абруй яулаған һәм бер тапҡыр ғына уҙға­рылмаған ошо “һуғыш”та ҡатнашҡан немец, чех журналистары араһында булыуым һәм күргәндәремде башҡорт халҡына еткерә алыуым өсөн үҙемде ифрат бәхет­ле һанайым.Тимәк, ике халыҡ араһына һалынған дуҫлыҡ күперен төҙөүгә үҙемдең бәләкәй генә булһа ла өлөшөмдө индерәм.

Чех Республикаһы.


Вернуться назад