Кеше ғүмерендәге иң мөһим ҡиммәт06.02.2018
Кеше ғүмерендәге иң мөһим ҡиммәтАй-һай, был ғүмер тигәнең, сәғәт телдәре текелдәгән һайын уҙғанын, дәүер тәгәрмәсенең тағы ла шәберәк әйләнгәнен нығыраҡ тояһың кеүек. Әле ҡасан ғына тәүге һөйөү хистәрен татып, бер-береһенә вәғәҙәләр бирешкәйнеләр, алтмыш йылға яҡын ваҡыт уҙған да киткән. Үҙҙәре лә һигеҙ тиҫтәне ваҡлай. Тормош көтөү — диңгеҙ кисеү, тиһәләр ҙә, ошо диңгеҙ-даръяла бергә елкән кирһәң, тулҡын тирбәлткән һиллеге лә, ажарланып ташланған дауылы ла әллә ни һиҙелмәй икән ул.


Бәхет сере нимәлә?

— Ҡайҙа ғына булма, ҡайҙа ғына эшләмә — барыһы ла ғаилә менән бәйле: һиңә ярҙамсы ла, шатлығың, хәстәрең дә. Бына беҙ 1960 йылда өйләнешкәйнек, алтмыш йылға яҡын ваҡыт уҙған, — тип хәтер йомғағын һүтә Фәнис ағай.
Фәнис ағайҙың “ҡайҙа ғына булма, ҡайҙа ғына эшләмә” тигәне нигеҙендә оло тормош юлы ята. Һәр ваҡиғаны, һәр мәлде теркәп кенә бөтөрлөк түгел. Йәшермәйем, ҡулға ҡәләм алып, ошо юлды үткән кеше тураһында яҙырға була тәүге тапҡыр аҡ ҡағыҙға текләгәс, аптырап ҡалдым: шәхесте белгән һайын уның ябайлығы алдында баҙап ҡалаһың, кешелеклелегенә иҫең китеп һоҡланаһың, намыҫ көҙгөһө алдында аҙ ғына булһа ла сағылышыңды күрге килә. Ҡайҙан башларға? Әсә наҙын аҙ татып ҡалған саҡтарынанмы, етемлек михнәттәренәнме, әллә инде балалар йортонанмы? Булмаһа... Фәнис ағай үҙе әйтмешләй, “мине спорт кеше итте” тигән сағынандыр. Ысынлап та, үҙ-үҙен һаҡларҙай, улай ғына түгел, дуҫтарын, туғандарын яҡларҙай “ҡорос” бирсәткә кейгәндән алып, халҡы данын ил кимәленә сығарыуынандыр. Исхаҡовтың холҡо ла шундай бит: зарланмай, сәбәләнмәй, рингтағыса ауырлыҡтарҙы емерә-еңә алға бара.
Спортҡа тәүге тапҡыр килеүен Фәнис ағай иҫтәлектәренә ошолай яҙып ҡуйыр: “1954 йылдың көҙөндә мин ике спорт секцияһына — “Спартак”ка гимнастика буйынса, “Динамо”ға боксҡа йөрөнөм, ләкин икеһенең береһен һайларға кәрәк ине. Оҙаҡ икеләнеп йөрөгәндән һуң боксты һайланым. Яңылышманым тип уйлайым. Был спорт төрө миндә үҙемдең дәрәжәмде белергә, ҡыйыу булырға, тирә-яҡтағыларға хөрмәт менән ҡарарға, тормоштоң төрлө киҫкен мәлдәрендә тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәтте. Бокс кешелә үҙ көсөңә ышанмаусанлыҡ, үҙеңде кәм тойоу комплексын бөтөрә...”
Кеше ғүмерендәге иң мөһим ҡиммәтКүп тә үтмәй, яңы ғына рингка сыҡҡан Фәнис республика ярыштарында ун ике тапҡыр рәттән еңеү яулай. Рәсәй Федерацияһы, Советтар Союзы кимәленә күтәрелә. Ғөмүмән, 1955 йылдан алып 1961 йылға тиклем ул 86 ҙур алыш үткәрә. Шуларҙың 79-ында еңә. Ун һигеҙ тапҡыр нокаут менән, егермегә яҡынын ваҡытынан алда. Ҙур ярыштар тигәндән, бында Башҡортостан беренселеген генә түгел, ә РСФСР, СССР-ҙыҡыларҙы күҙ уңында тотам.
Фәнис Исхаҡов — башҡорт егеттәре араһында бокс буйынса тәүге спорт мастеры. Әйткәндәй, 5-се балалар йортонда тәрбиәләнгән ваҡытында танышҡан класташы, һуңғараҡ кәләше булып киткән Альбина Күсимова ла саңғы, спорт гимнастикаһы буйынса Башҡортостан чемпионы, спорт мастеры нормаһын үтәй. Өйләнешкәндән алып гел бергә булалар. Тик Афғанстан ғына айырып тора. Фәнис ағай 1988-1989 йылдарҙа Афғанстанда СССР Газ сәнәғәте министрлығы белгестәре төркөмөн етәкләй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн афған халҡының ике миҙалы менән наградлана.
Өфө нефть институтын тамамлағас, Кунградта (Ҡарағалпаҡстан) ябай инженер булып эш башлап, бер-ике айҙан смена начальнигы, һуңынан идаралыҡ начальнигы булып эшләгән Фәнис ағайҙың төрлө вазифа биләгән, иң ауыр объекттарҙы етәкләгән урындарын яҙһаң да, уның ниндәй ҙур эштәр башҡарғаны, оло тормош юлы үткәне күренәлер. Бохара — Урал газ үткәргесе — Ҡарағалпаҡстан, Ҡаҙағстан, Башҡортостан (Стәрлетамаҡ идаралығы), Азербайжан, Ырымбур, тағы Стәрлетамаҡ идаралығы начальнигы, Өфө — “Баштрансгаз” генераль директоры, Өфө ҡалаһы Октябрь район комитетының беренсе секретары, Мәскәүҙә академияла уҡыу, аспирантура, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау, Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, Афғанстан, Румыния, “Баштрансгаз” — генераль директор урынбаҫары...
“Тормошта һәр кешенең төп эше булырға тейеш, ул ошоноң менән бәхетле”, — ти Фәнис Ғәйнетдин улы.


“Барыһына ла үҙең өйрән...”

Исхаҡов үҙе, ҡайҙа ғына барһа ла, барыһын да төп эше тип һанай, ысын күңелдән, намыҫ менән башҡара. Гелән хеҙмәткәрҙәр, эшселәр ҡырында ҡайнай. Кәрәк икән, ең һыҙғанып үҙе эшкә тотона. Миҫал өсөн бер генә осраҡты яҙғы килә. 1977 йылдың авгусында Өфө эргәһендә, Ағиҙел йылғаһы төбөндә торба ярыла. Аҫтан газ бәрә. Ул, генераль директор, водолаздар килгәнсе үк сумып, торбаның ҡайҙан, нисек ярылыуын белә. Шунан һуң тиҙ генә кәңәшмә йыя, авария эҙемтәләре буйынса эш башлайҙар. Ундай мәлдәр бик күп була тормошонда: Бохара — Урал газ үткәргесе магистрален ҡарағанда вертолетта ла ҡолап төшәләр, Стәрлетамаҡта эшләгәндә машинала әйләнәләр, Румыниянан газ торбаларын ҡарар өсөн Төркиәгә барғанда башҡорт булғаны өсөн үҙен ҡурдҡа һанап, полицияла ла тоталар...
Кеше тормошондағы төп эшкә килгәндә, Исхаҡов Министрҙар Кабинетында эшләгән осорҙа “1988—1995 йылдарға Башҡорт АССР-ын газификациялау буйынса маҡсатлы комплекслы программаһы”н төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был документ уның етәкселегендә әҙерләнә, һуңынан инде, “Баштрансгаз” генераль директоры урынбаҫары итеп кире ҡайтҡас, күпмеһендер үҙенә лә тормошҡа ашырырға тура килә. Бөгөн беҙҙең район үҙәктәрендә, ауыл өйҙәрендә, Учалы, Сибай, Баймаҡ һымаҡ бәләкәйерәк ҡалаларҙа “зәңгәр яғыулыҡ” яна икән, ошо программаға бурыслыбыҙ. Йәғни ошонан алып тотош Башҡортостанға тотош рәүештә газ үткәрелә башлай.
Һүҙебеҙҙе ғаилә тураһында башлағайныҡ. Алты тиҫтә йылға яҡын ваҡыт. Уйландыра ла, һоҡландыра ла. Фәнис ағай әйтмешләй, ул — күпме ғүмер! Ошо арала Альбина апай менән икеһенең ҡыҙы Гөлнара менән улы Айҙар тыуа. Улар үҫеп етеп, ейән-ейәнсәрҙәре донъяға килә.
— Ҡыҙым мин уҡып йөрөгәндә тыуҙы. Нефть базаһында практика үткән ваҡытта. Ҡатыным спортсы бит инде, ауырлы икәне беленмәй ҙә торғайны. Практиканан ҡайтһам, Альбина бала табыу йортона киткән. Шунан мин йүгерҙем! — тип һөйләй Фәнис ағай үҙенең тәүге ғаилә ҡыуанысы тураһында. — Альбина аптырамаған, трамвайға ултырып киткән. Бала табыу йортона барғас, шунда уҡ һалғандар. Көндөҙгө берҙәрҙә инде бәпес тыуған...
Кистәрен бергә уҙған ғүмер юлдары тураһында Альбина апай менән һөйләшеп, сәй эсеүҙәргә, хәтирәләр һандығын асып, ҡәҙерлеләрен барлауға ни етә! Ошондай мәлдәрҙең иң-иңдәренән береһе — улдары Айҙар тыуыуы.
— Мин Бохара — Уралда, Кунградта, эшләгән ваҡытта тыуҙы. Дуҫым Әнүәр Мөхәмәтшиндың ҡатыны Венера менән икеһен дә Өфөгә ебәрҙек. Улар киткәс, ауырыу таралып, йәшәгән ерҙе карантинға яптылар. Мин смена начальнигы булып йөрөй инем. Сентябрь айы, эҫе ваҡыт. Улың тыуған, тип телеграмма килтерҙеләр, — тип һөйләй атай кеше. — Ике көн эсендә йыйындым да, Усть-Юрт аша Челкарға тиклем мең километрҙан артыҡ ерҙе машина башында барҙым. Өфөгә ҡайтып, ма­лай­ҙы тәүге тапҡыр тәҙрәнән күрҙем. Отпуск-фәлән түгел бит инде, сыҡҡансы бер нисә көн бул­дым да кире киттем...
Фәнис ағай менән ғаилә тураһында һөйләшкәндә иҫең китеп тыңлайһың: шул тиклем хәстәрлек ята уның күңелендә. Ир хәстәрлеге, атай, олатай хәстәрлеге. Ә бит...
— Башҡалар һымаҡ, мин үҫеп еткәнсе атай-инәй, ғаилә тәрбиәһе менән таныш түгелмен. Балалар йортонда, интернатта, студент ваҡытында гел дөйөм ятаҡта йәшәнем. Атай тойғоһо тәбиғәттән киләлер инде, — ти Фәнис ағай. — Шул яғы ла бар: атай-инәйһеҙ үҫкән бала ғаилә тәрбиәһен күрмәй, уның нескәлектәрен белмәй. Барыһына ла үҙеңә өйрәнергә тура килә...
Фәнис ағай менән Альбина апай бөтә нәмәгә үҙаллы өйрәнеп, күңел йылыһын балаларына би­рергә тырыша. Шулай ҙа, ғаилә башлығы булараҡ, Фәнис ағай балалары үҫеп еткәнсе үҙен нисек тәр­биә­ләгәндәр, улы менән ҡыҙын да шулай тәр­биәләй. Иң беренсе үҙаллы булырға, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Кемгәлер һылтанырға, көтөп ятырға түгел, үҙеңә эшләп табырға, һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтергә кәрәк, намыҫлы тир түгеп табырға кәрәклегенә инандыра.
— Мин ғаилә тәрбиәһендә үҫһәм, бәлки, икен­серәк булыр инем. Үҙем нисек тәрбиә алдым, һеҙ ҙә шулай үҫергә тейеш, тинем, — ти Фәнис ағай.

Джинсы ла ала, “Спидола”һын да...

Үҙеңә эшләп табырға өйрәтеү тигәндән, бер-ике генә миҫал яҙғым килә. Хәҙер ғәҙәти кейем һаналған джинсы заманында бик дефицит, йәштәр араһында модалы кейем ине. Шулай уҡ “Спидола” тигән радиоалғыстар популяр булды. Фәнис ағайҙың улының да ошо йәшкә еткән сағы. Атаһынан джинсы һорай. Әйҙә, эшлә, ти атай кеше. Һигеҙенсе класты бөткән сағы, Фәнис ағай һөйләшеп, улын юлсылар идаралығына эшкә урынлаштыра.
— Шулай үҙенә джинсы алды, икенсе йылына “Спидола”һын да ҡулға төшөрҙө, — ти Фәнис ағай. — Ул ана шулай үҫте. Мәктәпте бөткәс, үҙе Өфө нефть институтына барып керҙе, ҡыҙым — БДУ-ның тарих факультетына. Бер ниндәй ярҙамһыҙ. Ҡыҙым да йәйен бер иптәш ҡыҙы менән урам һеперҙе. Әсәләре ҡаршы килмәй ине, эшләһендәр, ти торғайны. Үҙебеҙсә тәрбиә алымы ошо булғандыр инде...
Үҙ алдына шулай үҫтеләр. Беҙ Мәскәүҙә, Румынияла икешәр-өсәр йыл булған осорҙа үҙҙәре донъя көттө. Институт бөткәс, эшкә урынлаштырыу проблемаһы ла булманы, — ти ғорурлыҡ менән атай кеше. — Улым трассала, Себерҙән Пермь аша килгән газ үткәргестә эшләне...
Айҙар Исхаҡов 20 генә йәшлек сағында трассала мастер була. Ул заманда мәктәпкә баланы ете йәштән бирәләр ине, Айҙар алтыла уҡырға бара. Шуға юғары белем алып, үҙаллы эш башлауы ла иртәрәк. Ә институтта юғары стипендия алып уҡыған. Ата-әсәһе лә белмәгән. Шулай уҡ диплом алыр саҡта ғына нефть институты лаборатория­һында ярты ставкала эшләп йөрөгәнен беләләр. Был улдарының әйтмәүенән йәки ата-әсәһе менән кәңәшләшмәүенән түгел, ә шул тиклем үҙаллы йәшәргә күнегеп үҫеүҙән. Ата-әсәһен юҡҡа борсомағандар, нимәһенә аптырарға, шулай булырға тейеш һымаҡ, ғәҙәти хәл тип ҡабул иткәндәр.
Бәләкәйҙән үҙаллы белем алырға, эшкә, йәшәргә өйрәнеү — тормош һуҡмағына аяҡ баҫҡанда иң мөһиме. Юғиһә күптәр ошондай мәлдә юғалып ҡалыусан бит. Исхаҡовтарҙың иһә һәр кеме уңышлы тормош ҡора. Гөлнара билдәле рәссам Вәсил Ханнановҡа кейәүгә сыға. Уңған килен ул таба, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Шуның һымаҡ, бер-бер артлы Сыңғыҙ, Искәндәр, Тамерлан улдары донъяға килә. Әйткәндәй, бар ейән-ейәнсәрҙәренә лә исемде Фәнис ағай менән Альбина апай ҡуша. Шуғалыр ҙа Исхаҡовтар тоҡомонда сит-ят халыҡ исемдәре юҡ, һәр береһе үҙебеҙсә яңғырап, матур мәғәнәгә эйә.
Исем артында есеме ята бит. Фәнис ағай менән Альбина апайҙың Сыңғыҙ, Искәндәр ейәндәрен республикала күптәр белә: музыкант булараҡ, профессионалдар, музыка һөйөүселәр араһында дандары Рәсәй кимәлен үткән. Сыңғыҙ бәләкәйҙән “Сәңгелдәк”тә сығыш яһап үҫкән, “Аҡбуҙат” фильмында төп ролде уйнай. Виртуоз скрипкасы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Бөгөн ул — бик күп Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Искәндәр — виолончелсы. Ул да ағаһынан ҡалышмайынса “Тамыр” балалар студияһы тапшырыуҙарында ҡатнашып үҫә. Шулай уҡ төрлө кимәлдәге бик күп конкурстар лауреаты. “Щелкунчик” Бөтә донъя телевизион конкурсы лауреаты — Гран-при алған.
Айҙар менән Лилиә ҡауышып, матур донъя көтөп китә. Исхаҡов фамилияһын дауам иттереүсе булараҡ, уларҙың Йәмил исемле улдары тыуа, һуңғараҡ Дәлилә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Әйткәндәй, Дәлилә Лондонда тыуа. Олатайҙары әйтмешләй, “англичанка”. Айҙарҙы унда белемен камиллаштырырға ебәрәләр. Ҡатыны ла бара.
Фәнис ағай менән Альбина апайҙың икеһен дә оло йөрәкле кеше икәнен барыһы ла белә. Һүҙ менән түгел, булмыштары менән шундай улар. Тормош алдарына төрлө һынау ҡуйып ҡына тора. Альбина апайҙың бер туған апаһы Таңһылыу Күсимова менән Әҙһәм Исҡужиндарҙың ҡыҙы Таңсулпан менән кейәүе аварияға эләгеп, фажиғәле һәләк була. Камила менән Арыҫлан исемле балалары тороп ҡала. Арыҫланға ул саҡта — ун, Камилаға ете генә йәш була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тиклем үк балаларҙың өләсәләре фанилыҡтан киткән, Әҙһәм ағай ауырыған була. Бына шулай яҙмыш балаларҙы Исхаҡовтарҙың тупһаһы аша атлата. Уларҙы ун йыл тәрбиәләп, белем бирә Альбина апай менән Фәнис ағай. Арыҫлан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла, ә Камила махсус музыка мәктәбендә уҡый. Ҡыҙ һуңынан Мәскәүҙә П. Чайковский исемендәге консерваторияны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Арыҫлан иһә армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, БДУ-ның информатика факультетында уҡый.

Йәшәү ҡануны

Исхаҡовтарҙың үҙҙәренең йәш саҡтағы тормошо төрлө ерҙә, төрлө ҡалаларҙа, республика, өлкәләрҙә үтә. Күп йөрөгәс, дуҫтары ла күп. Бөгөн дә аралашып, ҡайһылары менән хатлашып торалар. Был ғаиләнең бик матур йолаһы бар: Фәнис ағай менән Альбина апай республикала, Өфөлә үткән бер генә мәҙәни, спорт сараһынан да ҡалмаҫҡа тырыша. Фәнис ағай менән ауыл хужалығы, иҡтисад тураһында ла, сәнғәт, театр хаҡында ла берҙәй һөйләшеп була.
Альбина апай ғүмер буйы ҡул эштәре менән шөғөлләнгән. Былтыр Өфөнөң сәнғәт күргәҙмә залында уның шәхси күргәҙмәһе ай буйы барҙы. Уның селтәрҙәр күсмә күргәҙмәһе Башҡортостандың байтаҡ райондарында, Екатеринбург һымаҡ башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә булған. Альбина апай менән әхирәттәре бөгөн бик ҙур эш башҡара: милли кейемдә төрлө саралар үткәрә, гелән йәштәр араһындалар. Әйткәндәй, Альбина апай ҡул эштәрен Румынияла саҡта уҡ Мәскәүгә ебәреп, “Крестьянка” журналындағы конкурста еңеүсе була.
— Тормош төрлөсә булды инде. Ул гел аҡ менән генә буялмаған, ҡараһы ла булды. Шулай ҙа ҡатындан уңдым тип әйтә алам, сөнки ул, мине ҡайҙа ғына ебәрмәһендәр, ләм-мим бер һүҙ өндәшмәйенсә, риза булып сығып китте, — тип ғүмерлек һөйгәне тураһында күңеленән сыҡҡан иң яҡшы һүҙҙәрҙе әйтә Фәнис ағай. — Ҡайҙа ғына йәшәмәнек. Күсенгән һайын ярты донъя тороп ҡала тигәндәй. Һәр ерҙә фатирҙы ла ремонтларға кәрәк, өйрәндем тигәндә, тағы күсенәһең...
Әйбер тигәндән, Фәнис ағай әйтмешләй, икеһе лә юҡлыҡта үҫкәнгәме, матди яҡты өҫтөн ҡуймайҙар. Шуға ла артығын йыймаҫҡа тырышалар. Уларҙы балаҫ, стенкаларҙан да бигерәк, ысын мәғәнәһендә эш, рухи үҫеш ҡыҙыҡһындыра. Гелән кеше араһында, төрлө сараларҙың уртаһында булырға тырышалар.
— Альбина кеше менән аралашып йәшәргә ярата, — ти Фәнис ағай. — Мин зарланмайым. Ҡайһы ваҡыт йылҡы итенән тәмле итеп аш бешереп ҡуям. Маладис, нимә әйтәһең инде. Спорттан һуң ул башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейемдәрен пропагандалай башланы. Әле кеше кеймәгәндә үк кейенеп, егерме йылдан ашыу апайҙары, әхирәттәре менән шулай йөрөй. Сигеүҙәре менән күргәҙмәләр үткәреп, бик уңышлы булды. Сит өлкәләргә сыҡты. Әхирәттәре күп. Үҙенә үҙе йәм табып йәшәй. Иртән зарядка яһайбыҙ, икәүләп тыпырлап та алабыҙ.
Ғаилә тормошо ҡатмарлы. Уны көйләй белергә кәрәк. Көйләп, ҡатыныңдың да рәтенә кереп, уны ла тыңларға кәрәк. Әлбиттә, ирҙең үҙенең дә һүҙе булырға тейеш. Һүгән үҙәк булырға тейеш. Арбаға ни ҡуялар әле? Кендек! Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ бер ҡат кейемдән, бәләкәй генә фанер сумаҙандан ғаилә тормошон башланыҡ. Ана шунан башлап алтмыш йыл ғүмер үтеп килә, икебеҙ ҙә һикһән йәшкә еттек. Алла бирһә, хәҙер балалар шатлығын, ейәндәр шатлығын күрергә яҙһын инде.
Бергә йәшәгән алты тиҫтәгә яҡын ғүмер эсендә ваҡиғалар ағышы ла, күңелгә яҡын хис-тойғолар ҙа бик күп йыйылған. Шулай булырға тейеш тә: намыҫлы йәшәлгән, илемә булһын тигән маҡсаттан сығып оло эштәр башҡарылған, ғаиләм ҡәлғәләй ныҡлы булһын тип балалар тәрбиәләнгән. Ошо изге төшөнсәләр йәшәтә, бар итә әҙәм балаһын. Быны Исхаҡовтар үҙҙәренең ҡауышыуҙарының тәүге көндәренән үк йәшәү ҡануны итеп алған...



Вернуться назад