Һарайлы-мең башҡорттарында осрашыу­06.02.2018
Һарайлы-мең башҡорттарында осрашыу­Һарайлы – мең башҡорттарының аҫаба ерендә урынлашҡан ауыл. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” тарихи-мәҙәни үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Салауат Батыраев саҡырыуы буйынса юлландыҡ был төбәккә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижадына арналған осрашыуҙы республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.


Тарихҡа сәйәхәт

Х-ХI быуаттарҙан уҡ был ерҙә Мең ырыуы башҡорттары йәшәгән. Ә инде үҙ заманында тап Ҡәнзәфәр бей нуғайҙар менән башҡорттарҙы көньяҡҡа алып китмәһендәр өсөн көрәш алып барған, яуға сыҡҡан. Ҡазандағы хәлдәрҙән һуң 1552 йылда Ҡәнзәфәр бей Иван Грозный батша менән бәйләнешкә инә. Был хаҡта 1554-1555 йылғы шәжәрәләрҙә лә мәғлүмәт һаҡланған. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Аҡ батша башҡорттарға ер биргән тип тә яҙалар, был дөрөҫ түгел: ул бары тик аҫаба халыҡтың булған ерҙәренә хоҡуғының үҙҙәрендә ҡалыуын раҫлаған грамота тапшыра. Был ваҡиға – башҡорт халҡының тормошонда бик мөһим этап.
Был хаҡта яҙғаным да булды. Төрлө ҡалаларҙа, дәүләттәрҙә нуғайҙар менән осрашырға насип ит­кә­не бар. Уларҙың йән әрнеткес һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора: “Вот уже пять веков ногайцам не везет!” – ти улар. Ә бит башҡорттарҙың да улар менән бергә китеүе, йә булмаһа, ҡыпсаҡ ара­һында юғалыуы, таралыуы ихтимал ине. Ниндәйҙер ҡөҙрәт менән халҡыбыҙ һаҡланып ҡалған. Тап Ҡән­зәфәр бей кеүек улдарының зирәк аҡылы ме­нән дине, теле башҡа булған урыҫтар менән ҡатна­шып йәшәүҙе хуп күргән улар. Эйе, бөгөнгө күҙлек­тән ҡарағанда, был хәлгә төрлө ҡараш ташларға була. Имеш, йолаларыбыҙ юғалған, башҡаларҙың арбаһына ултырғанбыҙ. Әммә нисек кенә булмаһын, ХХI быуатта ла башҡорт йәшәй бит әле! Аллаға шөкөр, республикабыҙ, гербыбыҙ, гимныбыҙ, хал­ҡыбыҙ, телебеҙ бар!
Һарайлы-мең башҡорттарында осрашыу­Һарайлы-Моталип – боронғо башҡорт ауылы. Ҡәнзәфәр бейҙең кесе улы Дистандан таралған то­ҡом көн иткән бында. Тарихҡа күҙ һалып, иҫкә тө­­шөрөп китәбеҙ: мең башҡорттары башлығы Ҡәнзәфәр – үҙ заманында урыҫ батшаларынан аҫаба ерҙәренә хоҡуғын раҫлаған грамота алған бей. Мең башҡорттарының Алексей Михайловичҡа 1671-1672 йылдарҙа яҙған айырым хатында Дистандың ер биләмәләренең сиктәре лә күрһә­тел­гән. Аҫаба башҡорттар булһалар ҙа, билдәһеҙ сә­бәптәр арҡаһында улар үҙ ерҙәренә хоҡуғын юғал­тып, припущенниктар булып китә. Әммә ике яҡлы килешеү менән Ҫыбыу мең башҡорттары уларҙы ҡабул итә – Ҡәнзәфәр бейҙең икенсе улы Ҡаҙаштың тоҡомдары улар.
Һарайлы еренә тәүгеләрҙән булып Дистан килеп ултырған тигән риүәйәт тә йәшәй. Әммә ул XVI быуаттың икенсе яртыһында ғүмер иткән, ә былар Баштирмә ауылынан Һарайлыға XVIII быуат башында күсеп ултырған. Шуға күрә ауылға бер ни­сек тә уның нигеҙ һалыуы мөмкин түгел. Һарайлыны Дистан нәҫеле вәкилдәре, атап әйткәндә, Моталип нигеҙләгән. Был ерҙәрҙәге бик күп ауылдар яҙмы­шы, көнитмеше Дистан исеме менән бәйле: Һарай­лы, Балышлы, Өйҙөрәкбаш, Шамай. Мәҫәлән, Шамай ауылыныҡылар Балышлынан 1723 йылда айырылып сыҡҡан. Байтаҡ йылдар Дистан нәҫеле вәкилдәре хөрмәт йөҙөнән уның исемен фамилия итеп йөрөткән.
Һарайлы-мең башҡорттарында осрашыу­Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин һарайлыларға үҙ тарихтарын һөйләне. Һәр дәлилде ревизия документтарына, тарихи ваҡиғаларға нигеҙләп, ентек­ләп аҫаба мең башҡорттарының боронғо йәшәйеше картинаһын күҙ алдына баҫтырҙы.


Һарайлы мәктәбендә

Һарайлы-мең башҡорттарында осрашыу­Осрашыу Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның һеңлеһе Ләлә Бейешеваны, башҡорт халҡы ырыуҙары тарихын өйрәнгән билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллинды, Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Регина Йосопованы һәм мине Һа­райлы ауылында урынлашҡан Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән таны­штырыуҙан башланды. Ул ауыл халҡынан йы­йылған ҡомартҡылар, тирмә, шәжәрәләр, тарихи белешмәләр менән байытылған. Әйткәндәй, тарихи-мәҙәни үҙәк 2011 йылдың 28 февралендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы нигеҙендә ойошторолған.
Артабан осрашыу Һарайлы мәктәбендә дауам итте. Белем усағы ла яңыларҙан түгел. Ул 2015 йылда үҙенең 130 йыллығын байрам иткән. 2009 йылға тиклем Балышлы урта мәктәбе тип йөрө­төлгән. Мәктәп директоры Рауил Ғүмәров, тарихсы булараҡ, үҙе лә мәктәп тарихы менән ҡыҙыҡһынып, музей булдырған. Әйткәндәй, ул райондағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһын да етәкләй. Шуға күрә Мең ырыуы йыйыны алдынан Һарайлылағы осрашыу, моғайын, үҙенең һөҙөмтәһен бирер, тап ул төбәк башҡорттарын, Һарайлы-меңдәрҙе сараға йәлеп итеүгә көс һалыр, тип өмөт итәбеҙ.
Урындағы халыҡ менән аралашып, район гәзит­тәрен байҡап, ауыл тарихы хаҡында бай материал тупланған. Нимә генә тимә, Ҡәнзәфәр бей тоҡом­дары йәшәй бит бында. Киләсәктә улар менән дә танышырға насип булыр.
Мәктәптә алынған мәғлүмәттәргә күҙ һалабыҙ. Белем усағы – районда тәүге уҡыу йорттарының береһе. Тирә-яҡтағы башҡорт, татар балалары мәхәллә мәсеттәрендә белем алған. Мәүлит Мусин, Исламетдин Таһиров, Фәтхелислам Ҡорбанғәлиев, Ғариф мулла балаларҙы уҡытҡан, ә һуңғыһы золомға эләккән.
Һарайлыға килеп ингәс тә шуға иғтибар иткәйнем: урам Әхмәт Ғәлиев исемен йөрөтә. Баҡтиһәң, урындағы уҡытыусы булған икән. Мәктәп музейында уның хаҡында ла мәғлүмәт бар. Ул – уҡыусыларына тәүгеләрҙән булып урыҫ теленән дәрестәр биргән мулла. 1864 йылда тыуған Әхмәт Абдулвәли улы Ғәлиев. Уның уҡыу йортон тамамлау тураһындағы таныҡлығы ла ҡуйылған: милләте – башҡорт. Халҡыбыҙҙың мәғ­рифәтсе асылына, һәр дәүер белемгә ынтылыуына хайран ҡалам. Совет дәүләте генә башҡорттарҙы белемле иткән тигән фекер менән нисек килешәһең шунан?! Белемле генә түгел, үҙе белем таратыусы булған башҡорт. Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың “Баштан үткәндәр” очеркында ҡаҙаҡ далаларында, ҡырғыҙ илендә халыҡтың бик насар йәшәүе, белемһеҙ булыуы хаҡында бәйән ителә. Аҡмулла, Бабичтар барып уҡытып йөрөгән уларҙы. М. Ғафури ҙа бер ҡырғыҙ ауылында мулла булған. Был ни хаҡында һөйләй? Башҡорт халҡының боронғо дәүерҙәрҙән килгән ижади ҡеүәте хаҡында. Эпостар, халыҡ йырҙары – ошоға асыҡ һәм ныҡлы дәлил. Мең ҡәүеме ерендә тыуған “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы үҙе ни тора!
Баяғы Әхмәт Ғәлиев, Ырымбурҙағы дүрт йыллыҡ уҡытыусылар мәктәбенә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, 17 йәшендә уҡырға инә һәм 1885 йылда тамамлап, мәҙрәсәнең Һарайлы класына уҡытыусы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың 1 сентябренән ул үҙ өйөндә төрлө йәштәге балаларға белем бирә башлай. Мосолман динен тотҡан халыҡ, балаларының урыҫлашып китеүенән ҡурҡып, тәүге йыл уларҙы унда уҡытырға ебәрмәй тора.
1887 йылда Өфө өйәҙенең халыҡ училищелары инспекторы И.И. Троцкий тарафынан мәктәп саҡ-саҡ ябылмай ҡала. Әхмәт Абдулвәли улына аңлатыу эше алып барырға, белем алыу зарур­лығын төшөндөрөргә кәрәк була (ЦГИА РБ. Арх. №442, Ф113, л3). Аҙаҡ хеҙмәте өсөн Ә. Ғәлиевкә 1889 йылда рәхмәт әйтәләр, ә 1912 йылда күкрәгенә көмөш миҙал тағалар. Уның тырышлығы менән 1912-1913 йылдарҙа таштан мәктәп бинаһы һәм уҡытыусыларға фатирҙар һалына. Бөгөн ана шул биналарҙың береһендә мәктәп оҫтаханаһы урынлашҡан.
Тап шул белем усағында әллә нисә быуын Һарайлы балалары белем алып сыҡҡан. Архивта 1928 йылдың 20 декабрендә төҙөлгән документ та һаҡлана: унда мәктәп мөдире Хөсәйен Ишбулатов тип яҙылған. Әйткәндәй, был уҡытыусы үҙ заманында Өфөлә 1910 йылда “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған, кемдәр менән бергә белем алыуы аңлашылып тора инде. Дәүләкән, Шишмә районы мәктәптәрендә лә уҡытҡан ул. Үкенескә ҡаршы, яҙмышы бик аяныслы була: 1937 йылда уны ҡулға алалар, 1940 йылда золом ҡорбаны Өфө төрмәһендә һәләк була.
1930 йылдарҙа мәктәптә дүрт йыл бер сменала уҡытҡандар. Ауыл ҡыҙы Бейза Әхкәметдин ҡыҙы Биккининаның таныҡлығына ҡарағанда, башҡорт теле, математика, тәбиғәт белеме, йәмғиәт, география, урыҫ теле, гимнастика, рәсем дәрестәре ингән. Ул йылда 159 бала, шул иҫәптән 85 малай, 44 ҡыҙ белем алған.
Сығарылыш уҡыусылары хәтерләүенсә, бында ла мәктәп мейесенә утынды уҡыусылар менән бер­гә әҙерләгәндәр, тиреҫ кирбес яҡҡандар. Клас­тарҙы кәрәсин лампалары яҡтыртҡан. Әле мин бәләкәй саҡта ла ут һүнһә, ул лампаларҙың хәжәте тейеп ҡуя ине. Яҙыу өсөн ҡараларҙы тутыҡҡан ҡа­ҙаҡтарҙы йәки имән сәтләүектәрен һыуға һалып ҡуйып яһағандар. Бер нисә көндән шыйыҡса ҡа­ра­раҡ төҫкә ингән һәм уны ҡулланырға мөмкин булған.
Бөйөк Ватан һуғышына китеп ҡайтмаған уҡы­тыусылар ҙа булған: Мәснәүи Вәлиуллин (директор), Хәлиулла Ишбулатов, Ғариф Зарипов, Зәйнулла Килдебәков, Әкрәм Мостафин.
1953 йылға тиклем мәктәпкә Ғәлинур Ваһапов етәкселек иткән. Ул хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн орден менән дә бүләкләнгән. 1934 йылда мәктәп – ете йыллыҡ, 1953-1954 йылдарҙа ун йыллыҡ булып китә. Урта мәктәптең тәүге директоры – Фәриха Таһирова.
Элекке мәсеттәр бында белем усағына әүерелә. Оҫтахана, мәктәп яны биләмәһе булдырыла. Юғары белем алып ҡайтҡандар менән педагогик состав байытыла. Ә 1973 йылда беренсе уҡыусылар етеш­тереү бригадаһы төҙөлә. 59 бала унда эшләү һәм ял итеү хоҡуғына эйә була. Базаның тәүге етәк­сеһе – Данира Тимерғәлиева. Уңышлы эшлә­гән­дәр Фирғәнә, Сухуми, Ҡаҙан, Харьков ҡалала­ры­на сәйәхәт менән бүләкләнгән. 21 йыл коллек­тивҡа Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рауил Тимерғәлиев етәкселек иткән. 1993 йылдан мәктәп майҙанында балалар баҡсаһы эшләй. 1998 йылда белем усағы Бөтә Рәсәй “Матур мәктәп – ХХI быуат мәктәбе” конкурсында ҡатнашып, дип­ломға лайыҡ булған. 1999 йылда уҡытыу, тәрбиә өсөн дә бүләкләнгәндәр.
Йылдар дауамында мәғлүмәт тупланып, музей Бөтә Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеүселәр дипломы менән наградланған. Юҡҡа ғына уны Башҡорт­ос­тан­дың иң шәп мәктәп музейҙарының береһе тип иҫәпләмәйҙәр, күрәһең. Әйткәндәй, ошондай уҡ һоҡ­ланғыс мәктәп музейын Благовар районының Иҫке Күсәрбай мәктәбендә күрҙем. Был төбәктә тарихҡа, туған телгә иғтибарлы халыҡ уны йәш быуынға еткереү хәстәрлеген дә күрә!
2009 йылда белем усағы ҡулайлаштырыу һөҙөм­тәһендә Благовар урта мәктәбенең филиалына әй­ләндерелгән. Этник башҡорттар йәшәгән ауылда бөгөн башҡорт теле предмет булараҡ ҡына өйрәнелә. Эйе, башҡорт класы асасаҡбыҙ, тип вәғәҙәләп ҡалды мәктәп директоры Рауил Ғүмәров. Шуға өмөт итәйек. Мәктәп тарихы тураһында ентек­ләп яҙыуым да юҡҡа түгел, аҫаба башҡорттар йә­шә­гән төбәктә халыҡ менән аңлатыу эше алып ба­рыу кәрәк. Етмәһә, тап Ҡәнзәфәр бейҙең исемен йөрөткән тарихи-мәҙәни үҙәк тә ошо ауылда бул­дырылған бит.
Бөгөн уҡытыусылар араһында Рәсәйҙең атҡаҙан­ған мәғариф хеҙмәткәре – икәү, Башҡортостандың мәғариф отличнигы биш кеше иҫәпләнә. Ете уҡы­тыу­сының юғары категорияһы бар, дүртәүһе бе­ренсеһенә эйә.
1956 йылдан мәктәпте ике меңдән ашыу кеше тамамлаған. Уларҙың 34-енә миҙал тапшырылған, шуларҙың икәүһе – алтын.
Бөгөн Һарайлы, Балышлы, Яңы Бүләк, Иҫке Усман ауылдарынан бында 63 бала белем ала. Шуныһы ғына ғәжәп: мәктәптең тышындағы яҙмалар башҡорт телендә лә, урыҫса ла түгел, ә татарса.


Әҙәбиәт майҙанында

Алда әйткәнемсә, мәктәптә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары, китапханасылар, уҡыусылар йыйылғайны. Осрашыу республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан ойошторолоп, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
Сара яҙыусы, журналист Сәрүәр Суринаның Зәйнәб Биишеваға арналған “Ерҙәге яҡтылыҡ” фильмын ҡарау менән башланып китте. Унда әҙи­бә­нең яҙмышы, китаптары, халыҡ яҙыусыһы исемен биреүҙәре тураһында бәйән ителә. “Эшләрҙәй саҡ­та күңел күтәрер өсөн бирһәләр, шатланыр инем, хәҙер ни минең әллә ни иҫ китмәй. Әммә рәхмәт!”– ти ул, халыҡ яҙыусыһы исемен биреүҙәренә ҡарата мөнәсәбәтен белдереп. Исеме төрки донъяһында таныш прозаиктың әҫәрҙәрен тотош СССР дәү­ләтенә ҡараған халыҡтар уҡыған. Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре – башҡорт халҡының яҙмышы сағылышы, үҙенең кисергәндәре яҙмаһы. Тура һүҙле, ғәҙел холоҡло әҙибә рухи ҡеүәте, ихласлығы менән бик күптәргә өлгө булырлыҡ. Тура һүҙҙе теләһә кем әйтә ала, әммә уның һымаҡ әхлаҡи хоҡуғың да, эшләгән эшең дә булырға тейеш бит әле!
Сараны йырсы Айһылыу Ҡарасурина моңло тауышы, Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙылған йырҙары биҙәне. Халыҡ таланттарын көн буйы тыңларға була: ҡолаҡты яғымлы ауаздар иркәләй.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Светлана Кәлимуллина төбәктәге туған телдәр уҡытыу процесы, З. Биишеваның ижадына ҡағы­лыш­лы саралар хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, уҙған йыл аҙағында Благовар районында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарына ярашлы, тап Аҡмулланың тыуған көнөндә Башҡорт теле көнөн билдәләгәндәр. Бик мәслихәт! Киләсәктә лә был эш дауам ителергә тейеш.
Һарайлы – Благовар районының бер сигендә урынлашҡан ауыл, шуға күрә сараға бөтә уҡытыу­сылар ҙа йыйылып бөтә алманы. Беҙҙән тәҡдим – киләсәктә Ҡәнзәфәр бей исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәкте район үҙәгенә – Языков ауылына күсерергә кәрәк. Был фекерҙе район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Светлана Кәлимуллина хупланы. Сара ойошторор өсөн барыбер бина, уҡыусылар, тамашасылар кәрәк бит. Шуға күрә мәктәптәрҙең ишеге асыҡ булһа, тарихи-мәҙәни үҙәккә яңы урын табыуы ла, эштәрҙе ойоштороу ҙа еңелерәк булыр ине. Был темаға тағы әйләнеп ҡайтырбыҙ әле.
Райондың этнография музейы директоры Светлана Ғәйнәтуллина ла тарихи мәғлүмәттәргә, әҙәби фекерҙәргә бай осрашыу хаҡында йылы ҡарашын белдереп, киләсәктә Ҡәнзәфәр бей исеме менән бәйле саралар уҙғарыу, халыҡҡа тарихи мәғлүмәтте еткереү эшен дауам итеүҙе киң йәйелдерергә те­ләүен белдерҙе. Ул бигерәк тә төбәк тарихын яҡшы белгән Салауат Хәмиҙуллинға ҙур рәхмәт әйтте. Беҙгә ошо мәғлүмәтте район халҡына ла етке­рергә кәрәк, тине ул, Һарайлы-мең башҡорт­тары тарихына әйләнеп ҡайтып.
Һарайлы-мең башҡорттарында осрашыу­Ләлә апай Бейешева апаһының бала сағы, үҫ­мер йылдары, ғаиләһе, балалары тураһында һөй­ләне. Ул китапханасыларға, уҡытыусыларға халыҡ яҙыусыһының китаптарын бүләк итте, йырҙары, ши­ғырҙары, йыйынтыҡтары яҙылыу тарихын һөйләне. Уға һорау биреүселәр ҙә күп булды. Зал­дағылар ауыр һынауҙар үткән Зәйнәб Биишеваның төҫө итеп баҡты һымаҡ Ләлә апайға.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр араһында ла ауылда уңышҡа өлгәшкәндәр бар икән. Һарайлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусыһы Менәүәрә Насированың уҡыу­сы­һы, белорус ҡыҙы Анастасия Букатая Өфөлә уҙ­ған төбәк-ара башҡорт теле олимпиадаһында призер булған. Был ҡыҙҙың уңышы башҡа бик күп башҡорт балаларына өлгө булып тора. Тарихи-мәҙәни үҙәкте ойоштороп ебәреүселәрҙең береһе – тап Менәүәрә Абдулхай ҡыҙы.
Эйе, башҡа телдәрҙе лә өйрәнергә була, әммә тамырҙарың, әйтәйек, йүкә ағасыныҡы икән, япраҡтарыңды имәндеке итеп ҡырҡҡандан ғына һин бит имәнгә әйләнеп китмәйһең, шулай бит?! Нисек кенә сит телдәрҙе яҡшы белһәк тә, этник тамырҙарҙы онотоу милли хыянатҡа тиң!
Сараны йомғаҡлап, Ҡәнзәфәр бей исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк етәксеһе, Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайы ағзаһы Салауат Батыраев былай тине: “Ил инәһе, әҙәбиәтебеҙҙең яҡты йон­доҙо, шәреҡ донъяһында тәүгеләрҙән булып трилогия ижад иткән, ҡатын-ҡыҙҙар араһында берен­селәрҙән булып халыҡ яҙыусыһы булып киткән Зәйнәб Биишеваның исеме йылдар үтеү менән са­ғыуыраҡ балҡыр, уның ижадын өйрәнеүселәр күбәйер, сөнки уның ғүмере – ул халҡыңа, мил­лә­теңә фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө. Ул балаларын да башҡорт итеп тәрбиәләгән, ижадҡа ынтылышлы итеп үҫтергән. Беҙ ҙә үҙ дәүеребеҙҙә халҡыбыҙ өсөн эшләп ҡалайыҡ, Ҡәнзәфәр бей вариҫтары булыуыбыҙҙы һәр ғәмәлебеҙ менән иҫбатлау өсөн көрәшәйек!”
Әйткәндәй, Салауат Батыр улы ҡатыны Мәрзиә Яҡшыбай ҡыҙы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Һәр береһе туған телен, тарихын яҡшы белә. Улар парлашып ошо тарихи-мәҙәни үҙәктең эшмәкәр­леген әүҙемләштерә. Туған телебеҙ яҙмышы ата-әсәләр ҡарамағына ҡалдырылғанда, халыҡ иҫәбен алыу елдәре иҫә башлар мәлдәрҙә Һарайлы-мең башҡорттарының үҙаңы уяныр тигән ҙур өмөт менән ҡайттыҡ был төбәктән.

Благовар районы.


Вернуться назад