Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Самат ҒӘЛИН үҙенең күркәм юбилейын билдәләй – уға 50 йәш тулды.Самат Ғәлимйән улы күлдәре менән дан тотҡан Әбйәлил районының мул һыулы Дарыулы йылғаһы буйындағы Хәлил ауылында тыуып үҫкән. Тырыш малай бәләкәйҙән әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Китапханаға йөрөүҙе ғәҙәткә индерә, әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен күпләп уҡый, унан күрмәксе бүтән дуҫ-иптәштәре лә китапҡа ылыға. Әйткәндәй, мәктәп йылдарында “Осҡон”, “Башҡортостан пионеры”, “Ленинсы”, “Пионер”, “Совет Башҡортостаны” кеүек баҫмаларҙы өйҙәренә алдырып уҡыуы ҡәләмгә тотонорға булышлыҡ итә. Тәүге шиғыр һәм мәҡәләләре төрлө гәзит-журналдарҙа ташҡа баҫыла. Һөҙөмтәлә уға “Йәш хәбәрсе” тигән исем бирелә. Әүҙем яҙышҡаны өсөн “Артек” Бөтә Союз пионер лагерына путевка менән бүләкләнә.
Тыуған ауылында IX класты тамамлағас, ул тәүҙә Сибай педагогия училищеһында белем эстәй. Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған егет Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә.
Артабан “Осҡон” район гәзите редакцияһында уңышлы һынау үтә. Ҙур карапҡа оло һыу кәрәк, тиҙәр. Бынан һуң Сибай ҡалаһындағы “Атайсал” баҫмаһында ҡәләмен сарлай. Бының менән генә сикләнмәйенсә, хәбәрсе Өфөгә юллана. Баш ҡалаға килгәс, “Киске Өфө”, унан инде “Башҡортостан” республика гәзитендә эшләй. Бөгөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһының Почет грамоталары менән бүләкләнгән Самат Ғәлимйән улы – баш мөхәррирҙең беренсе урынбаҫары. Хеҙмәттәшебеҙ командировкаларға йөрөп, гәзит уҡыусылар менән дуҫлыҡ күперен булдыра, башҡа ойоштороу эштәрен ихлас башҡара. Ул өс йыл тирәһе Әбйәлил районының “Искра” дәүләт унитар предприятиеһы директоры-баш мөхәррире йөгөн дә уңышлы башҡарҙы.
Ир-ат өсөн 50 йәш ир уртаһына етеү тигән һүҙ, нәҡ йәшәү тәмен белгән саҡ. Ул ғаиләһенән дә уңды. Хәләл ефете – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе Зөһрә Рәшит ҡыҙы менән бынамын итеп донъя көтәләр, улдары Ниязды аяҡҡа баҫтырыуға күп көс түгәләр.
Самат Ғәлимйән улы! Күркәм байрамың менән ҡотлап, шатлыҡ-ҡыуаныстарға мөлдөрәмә тулы ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бар маҡсаттарыңдың да уңышлы тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Ялҡын тулы йөрәгеңдән дәрт тә, дарман да, ә инде беләгеңдән көс тә, ғәйрәт тә ҡайтмаһын. Изге уй-хыялдар, алдағы көндәргә өмөт һәм ышаныс, шул уҡ ваҡытта күңел бөтөнлөгө менән артабан да матур йәшәргә яҙһын!
Ҡотлау менән “Башҡортостан”дар.