Плазма – заман дауаһы02.02.2018
XI быуатта ла стоматология өлкәһе етеҙ темпта үҫешә, йәғни ғалимдар яңынан-яңы дауалау материалдарына, технологияларға бәйле асыштар яһай. Шуларҙың береһе – стоматологияла һалҡын плазма.
Плазма матди хәле буйынса стоматологияла йыш ҡулланылған дүртенсе агрегатҡа ҡарай. Мәҫәлән, эҫе йәки юғары температуралы плазма пациентты консультациялау һәм ҡарау, ауыҙҙы дауалау маҡсатында ҡулланылған медицина ҡорамалдарын стерилләү өсөн файҙаланыла.
Германияның Гамбург ҡалаһындағы Саарландск университеты ғалимдары плазманың кариесты дауалау өсөн нәтижәле сара булыуын иҫбат иткән. Асығыраҡ әйткәндә, уны теш сереүенә булышлыҡ иткән бактерияларға ҡаршы көрәш өсөн файҙаланалар. Плазмалы башаҡ менән зарарлы урынға тәьҫир итеү патоген микроорганизмдарҙы серей башлаған ҡыуышлыҡ менән бергә тулыһынса бөтөрөүгә булышлыҡ итә. Ошоға бәйле, ҡырҡ градусҡа тиклем йылытылған плазма (түбән температуралы матдә) теш сереүгә ҡаршы көрәштә тәьҫирле сараға әйләнергә тейеш. Әҙерләүселәр фекеренсә, был алым әлеге ваҡытта ҡулланылған бормашинаны ҡыҫырыҡлап сығарасаҡ.
Белгестәр фекеренсә, теште дауалауҙа һалҡын плазманы фаҙаланыу пациенттарға ла, табиптарға ла оҡшаясаҡ, сөнки ул бәйләнешкә инмәйенсә, ауыртыуһыҙ һәм һөҙөмтәле тәьҫир итеү мөмкинлеген тыуҙыра. Был сифаттар дауалау ваҡытын ҡыҫҡартыуға килтерәсәк, пациенттарҙы йоғошло ауырыуҙар йоғоуынан аралаясаҡ һәм кешеләрҙе теш дауалауға йөрөүгә бәйле ҡурҡыуҙан азат итәсәк.
Әҙерләүселәр инновациялы стоматология практикаһын яҡын арала индерергә йыйына. Тимәк, тиҙҙән балалар ҙа ҙур теләк һәм ҡурҡыуһыҙ теш табиптарына йөрөй башлаясаҡ.
Теште нисек һаҡларға?
= Йәшелсә-емеш, күберәк һөт ризыҡтары менән туҡланығыҙ.
= Ашағандан һуң ауыҙығыҙҙы сайҡатығыҙ.
= Теште көнөнә ике тапҡыр таҙартығыҙ: иртәнге аштан һуң һәм йоҡлар алдынан.
= Теш щеткаһын өс ай һайын алмаштырығыҙ.
= Төрлө осло предметтар менән тешегеҙҙе соҡомағыҙ, сәтләүек кеүек ҡаты әйберҙәрҙе тешләмәгеҙ.
= Йылына ике тапҡыр стоматологка барығыҙ.