Күсмә стоматология хеҙмәтләндерә02.02.2018
Күсмә стоматология хеҙмәтләндерәРеспубликаның Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Күсмә стоматология кабинеты эшен ойоштороу тураһында”ғы бойороҡто ғәмәлгә ашырып, Стәрлетамаҡ районында күсмә стоматология модуле эш башлаясаҡ.

Сәләмәт тормош рәүешен булдырыу, стоматология ауырыуҙарын профилактикалау һәм дауалау йәһәтенән булдырылған күсмә стоматология кабинетында терапия һәм хирургия ярҙамын күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылып, заман ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Күсмә стоматология модуле уңайлыҡтары менән тәүгеләрҙән булып райондың Первомайский ауылы халҡы файҙаланасаҡ. Йәғни 5 – 9 февралдә уларҙы ҡабул итеү планлаштырыла. Артабан график буйынса башҡа ауылдарҙа йәшәүселәргә лә бушлай теш дауалау мөмкинлеге буласаҡ. Унда ололар ҙа, балалар ҙа мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн паспорт, мотлаҡ медицина страховкаһы һәм СНИЛС кеүек документтар талап ителә.


Вернуться назад