“Наил ағай булам”02.02.2018
“Наил ағай булам”Ике малайҙың бер-береһен уҙҙырып һөйләшкәне ҡышҡы паркты яңғырата. Икеһенең уртаһында килгән әсәләре әле береһенә, әле икенсеһенә ҡарап тыя.
– Шымыраҡ, ныҡ ҡысҡырышмағыҙ.
– Әсәй, мин Наил ағай булам!
– Мин дә, мин дә, – ти икенсеһе.
– Спецназ булабыҙ, тигәйнегеҙ ҙәһә.
– Унда ҡыҙыҡ. Кнопкаға баҫып ебәрә, ятып китәһең. Алдыңда “рулить” итә торған нәмәләре күп.
– Өҫтәле тартмаһы тулы әлләмәкәйҙәр, ивет? Тызз да бызз!
Балаларҙың, моғайын, теш врачынан ҡайтып килеүҙәрелер. Үҙебеҙҙең дә юл шунда.

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының Балалар полик­линикаһы стоматология кабинетына инергә бер нисә бала үҙ сиратын көтә. “Ҡурҡам, инмәйек”, – тип киреләнеп тороусыһы ла юҡ түгел.
Врач-стоматолог Наил Байтула улы Бикбаев ҡәҙимге шөғөлөнә, баяғы малайҙар әйтмешләй, “тәтәйҙәре” менән уйнарға ла тотонған.
– Йә, Динислам, үҫкәс кем булам тиһең әле? – тип һорай үҙенә мөлдөрәп кенә ҡарап ултырған малайҙан.
– Летчик!
– Маладис! Летчиктарҙың теше матур, ныҡ булырға тейеш шул. Килеп яҡшы иткәнһең батыр егет. Ҡайһы яҡтарға осорһоң икән?
– Үҙебеҙҙең ҡала ситенән.
– Улай булғас, мине лә ултыртып алып, Сермәндә төшөрөп ҡалдырырһың, йәме?
– Аэропорты булһа, – тип малай ҡыйыуланып китте, тынысланды.
Әсәһенә һыйынып ҡына торған ҡыҙыҡай һатыусы булам, тине.
– Яҡшы, һатыусы йылмайып ҡына тора, шуға ла уларҙың тештәре ап-аҡ, матур булырға тейеш.
Ана шулай һәр береһе менән һөйләшеп, маҡтап-хуп­лап, ҡупы­райтып, йыуатып дауалап сығара балаларҙы. Бында тәрбиәсе лә, психолог та, хатта артист та була белергә кәрәк икән дәһә!
– Бала – эскерһеҙ зат, ихлас аралашҡанды ярата. Ҡурҡҡан­дарын төрлөсә әүрәтеп маташа­һың. “Теге бызылдағыңды ғына тотма инде”, – тип инәлә бәғзе береһе.
– Улай булғас, тылсымлы ҡәләмемде генә алам. Бындай ҡәләм башҡа юҡ, һинең өсөн генә һаҡлап алып ҡалғанмын, тип ҡолағына шыбырҙаған булам. Баланың күҙҙәре янып китә.
Кабинетҡа инмәҫкә тартҡы­лашҡан бер баланың әсәһенә сюрприз эшләргә булдылар. “Әйҙә, әсәйең регистратураға барып килгәнсе беҙ һинең тешеңде дауалап ҡуяйыҡ. Ул килһә, беҙ дауаланмайбыҙ, ҡайтабыҙ, тип әйткән булырбыҙ”. Тиҙ ризалашты. Әсәһе әйләнеп килеүгә үҙе шат, тештәр йүнәтелгән.
– Ысынлап та ҡыҙыҡ икән бында, – тип көләм.
– Эйе, – ти Наил Байтула улы, – тик ниңәлер стоматолог булам тип әйтәләр ҙә, бик һирәктәре генә ошо һөнәрҙе һайлай.
Ысынында иһә, ҡарап тороуы ғына еңел, балалар күҙен ҡыҙҙырғыс. Көндәр буйы ауыҙ ҡыуышлығында соҡоноп ултыр әле. Бындай эштә бары тик үҙ һөнәренә мөкиббәндәр, тоғролар ғына сыҙайҙыр.
Балалар поликлиникаһында эшләгән юғары категориялы табип-стоматолог, Башҡортостан Республика­һының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Наил Байтула улы Бикбаев Сермән ауылында тыуып үҫкән. Байтула ағай менән Бибикамал апай ике ҡыҙы араһында үҫкән һөймәлекле, иркә, зирәк улдарының уңыштары өсөн һөйөнөп бөтә алмағандыр. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, иптәштәре ыңғайына БДУ-ның физика факультетына уҡырға инеп китә. Әммә бала саҡтан табип булам тигән хыялы егеткә тынғы бирмәй. Армия сафтарында ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, уҡыуын ҡалдырып, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Шулай итеп бала саҡтағы хыялын тормошҡа ашыра. Студент йылдарында Хәйбулла районы һылыуы Рәмзиә менән таныша.
– Был эштең еңелдән түгеллеген аңлайым. Теш – организмдарға ҡапҡа ул. Бәләкәйҙән дөрөҫ тәрбиә, дауа талап итә, – тип әңгәмәгә ҡушыла Балалар поликлиникаһының социаль эштәр буйынса белгесе Рәмзиә Рафаил ҡыҙы.
Наил Бикбаев 1994 йылда Белоретҡа эшкә ҡайта. Бер йылдан йәштәр өйләнешеп, гөрләтеп туй үткәреп, ғаилә ҡороп ебәрә. Хәҙер уларҙың оло улдары Радмир – Өфө дәүләт авиация техник университетының дүртенсе курс студенты, Салауат туғыҙынсы класта уҡый. Малайҙарҙың икеһе лә ҡала музыка мәктәбендә уҡыған. Салауат Ҡала мәҙәниәт һарайында тынлы оркестрҙа уйнай. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, яулаған кубоктары, миҙалдары бихисап. Радмир синтезаторҙа уйнай, көйҙәр ҙә яҙа. Яңыраҡ Түбәнге Новгородта музыка фестивалендә ҡатнашып ҡайтты. Бикбаевтар – йыр-моң яратҡан ғаилә, ике яҡтан да атай-әсәйҙәр – гармунсы, оҫта мандолинасы, йырсы. Рәмзиә Рафаил ҡыҙы ҡумыҙ сиртеп, гармунда, баянда һыҙҙырып ебәрһә, Наил Байтула улы моңло йырҙарын һуҙа, ғөмүмән, икеһе лә халыҡ йырҙарын яратып башҡара.
Тәжрибәле стоматолог туҡтауһыҙ уҡып, имтихандар биреп, белемен камиллаштыра. Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Волгоград һәм башҡа ҡалаларҙа уҡып, яңы алымдарға, дауалау серҙәренә өйрәнеп ҡайта. Илебеҙ, сит илдәр буйлап сәйәхәт ҡылырға ла ваҡыт таба. Ҡалала үткән бер генә мәҙәни сараларҙан да буш ҡалмай Бикбаевтар.
– Медицина үҫешә, алға бара, артта ҡалырға ярамай. Ғөмүмән, стоматология күп сығым талап итә. Унда экономиялау юҡ. Һәр инструмент, кәрәкле препараттар ҡиммәтле, тик бер тапҡыр ғына ҡулланыла, – тип аңлата доктор.
Наил Байтула улы оҫта теш ҡуйыусы ла. Ул эшләгән клиникала һәр саҡ кеше күп була.
– “Һай, ошо теш, бик нескә бит ул” тигән булып, һыңар тешен генә күрһәтеп көлөп тә, зарланып та ултырған ололарҙы күҙ алдыма килтереп, уларҙы йәлләп ҡуйҙым. Мөмкинлектәре лә булмағандыр ҡайһы берҙәренең. Әллә ҡайҙарға йөрөп теш ҡуйҙырып ҡайтыр инеләр. Хәҙер барыһы ла теш ҡуйҙырырға тырышып тора, – ти сиратта ултырған оло ғына ағай.
– Наил ағай миңә йылмайыу бүләк итте, – тип ҡыуанып һөйләгәйне бер йәш ҡыҙ. – Минеке кеүек теште тик ул ғына эшләй алалыр. Рәхәтләнеп көлә лә алмай инем. Икенсе яҡҡа эшкә китеп кенә ҡуймаһын, тип ҡурҡып ҡына торам.
– Бергә уҡыған курсташтарым Өфөһөнә лә, Мәскәүгә лә саҡырҙы, юҡ, тыуған яғымдан ситкә китергә йыйынманым, – ти Наил Байтула улы.
Бергә эшләгән коллегалары ла ихтирам итеп, кәңәш һорап йыш мөрәжәғәт итә уға. Ауырыраҡ сирлеләрҙе уға консультацияға ебәрәләр. Былтыр уҡып бөтөп, эшкә тотонған балалар стоматологы ла һоҡланыуын йәшерә алмай.
– Нисек итеп һеҙҙең янда балалар иламай ул? Бына мин бөгөн бер ҡыҙыҡайҙы ярты сәғәттәй тынысландырып маташтым. Үҙем дә ҡушылып иларҙай булдым, – ти йәш белгес.
– Әле йәшһең, өйрәнерһең, – тип йыуата өлкән коллегаһы. – Төрлө бала, төрлө әсәйҙәр була. Берәүҙәр йылына ике тапҡыр тикшерелергә килә. Аҙналар буйы теше һыҙлап, шешеп, ашамағас, хәлһеҙләнгән балаһына ла битарафтар осрай. Берәүҙе өйөнән алып килеп, дауалаған саҡтар булды. Һәммәһенә лә иғтибарлы, түҙемле ҡарарға тырышаһың. Тәжрибә йылдар буйы туп­лана.
Хаҡ һүҙҙәр. Тәжрибәле стоматологтан өгөт-нәсихәт алған йәш белгес киләсәктә уны остазы, өйрәтеүсеһе тип атар, эш алымдарын да ҡулланасаҡ!
Ғөмүмән, ҡала-районда Бикбаевты танымаған, белмәгән кеше һирәктер. Туҡтауһыҙ шылтыраталар, кәңәш һорайҙар. Бе­реһен дә яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша. Яҡташтары, ауылдаштары ла уға ғына төбәп килә.
Иртәнсәк бер урында, төштән һуң икенсе клиникала көнө буйы әллә нисәмә кеше менән аралашып, Наил Байтула улы үҙен көтөп торған йортона юл ала. Саф һауаға сыҡҡас, арығанлыҡ та онотолғандай. Өйөндә уны хәләле, иренең ым-ҡарашынан хәлен аңлап торған ҡатыны, тәмле аштарын әҙерләп көтөп тора. Ике яҡтан килеп, иркәләнеп уландары һыйыныр. Эшенән ҡәнәғәт, дауаланыусылары рәхмәтле, ғаиләһе, туғандары иҫән-һау – башҡа тағы ни кәрәк? Ошо үҙе ҙур бәхет түгелме?!

Белорет ҡалаһы.


Вернуться назад