Пособие арта02.02.2018
1 февралдән Башҡортостанда әсәлеккә һәм балалыҡҡа бәйле пособиелар күләме арта. Рәсәй Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһенән ошо турала хәбәр иттеләр.
Балалы ғаиләләргә, шул иҫәптән сабый тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған, уға 1,5 йәш тулғанға тиклемге айлыҡ пособиелар, йөклөлөктөң башында уҡ медицина ойошмаларында иҫәпкә торған өсөн пособие индексациялана. Уларҙың күләме ил Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 ғинуарындағы ҡарарына ярашлы 2,5 процентҡа арта.
Район коэффициентын иҫәпкә алғанда, тәүге баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡараған өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме – 3 613,68 һум, икенсеһенә һәм артабанғыларына 7 227,35 һум тәшкил итә. Сабыйҙары донъяға килгәс ата-әсәгә бер тапҡыр 19 272,95 һум түләнә. Йөклөлөктөң башында уҡ медицина ойошмаларында иҫәпкә баҫҡан ҡатындарға бер тапҡыр бирелгән пособие 722,74 һумға тиклем артты.
1 ғинуарҙан хеҙмәткә түләүҙең артыуына бәйле баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособиеның максималь һәм минималь күләме үҙгәрҙе. Пособиеның иң ҙур күләме календарь айға 24 536,57 һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда бындай түләүҙең кимәле 4 364 һум 94 тиндән түбәнерәк булырға тейеш түгел. Әле Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 9 489 һум тәшкил итә.
Социаль страховка фондының республикалағы төбәк фондынан әйтеүҙәренсә, ерләүгә пособие ла индексацияланды. Ул 6 556,51 һумға етә.