Маяҡ биреүселәр02.02.2018
Маяҡ биреүселәрУҡытыусы – маҡтаулы һөнәр генә түгел, йәш быуынға белемде һәм мәҙәни байлыҡты тапшырыусы, шәхес тәрбиәләүҙә остазлыҡ дәресе биреүсе лә.

Ныҡышмал, көслө рухлы, эшһөйәр, ярҙамсыл кешеләр йәшәгән Белорет районының иң төпкөл ауылы Ғәбдөктә көн итеүсе хеҙмәт ветерандары Ибраһимовтар – был эште йәшәү рәүеше итеп алған, һайлаған һөнәрҙәрен күңел биреп башҡарған кешеләр. Бер ғаиләлә йәшәгән ике уҡытыусының маҡсаттары ла, проблемалары ла, фекерҙәре лә уртаҡ. Бер-береһенә эштә генә түгел, өйҙә лә төп ярҙамсы, кәңәшсе улар.
Ғаилә башлығы Ғәлимйән Сабирйән улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Йөйәк урта мәктәбен тамамлағандан һуң, бер нисә йыл тимер юл һалыу, тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих уҡытыусыһы бүлегенә уҡырға инә. Йәш белгесте шундуҡ Ғәбдөк мәктәбенә уҡытыусы итеп алалар.
Ҡырҡ ике йыл ғүмерен йәш быуынға йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих дәрестәренән белем биреүгә арнаған, баҫалҡы холоҡло Ғәлимйән Ибраһимов үҙен ябай ауыл уҡытыусыһы ғына тип һанаһа ла, уҡыусыларының, ауылдаштарының оло ихтирамы, Башҡортостан Мәғариф министрлығы, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы тарафынан бирелгән Почет грамоталары уның хеҙмәтен юғары баһалай.
Баймаҡ районының Күлйортау руднигында тыуып үҫкән Рафиға Вәрғитдин ҡыҙы мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уңышлы һынау тота. Уны тамамлап, һигеҙ йыл тыуған ауылында үҙ һөнәре буйынса эшләп ала. Яҙмыш Ғәбдөк ауылына илткәс, уға биология, химия дәрестәрен алып барырға тәҡдим итәләр. Бар күңелен, тырышлығын һалып, был мәктәптә яратҡан эшен дауам итеүенә егерме алты йыл да булып киткән. Был арауыҡта ул бер нисә йыл директорҙың уҡытыу эше буйынса урынбаҫары вазифаһын да башҡара. Кәрәк саҡта һөнәрен ҡорал да, асҡыс та, ярҙамсы ла итеп тотона белгән Рафиға Ибраһимова Башҡортостан Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең мәғариф идаралығының күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.
Мөғәллимдәр ғаиләһендә ике бала тәрбиәләнеп үҫкән. Улдары Сәлимйән тимер юл колледжын тамамлап, әле “Ҡарлыман” станцияһында диспетчер булып эшләй. Ситтән тороп Һамар дәүләт тимер юл университетының V курсында уҡый. Ҡыҙҙары Таңсулпан, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, ординатурала икенсе курста белем ала, табип-невролог булырға әҙерләнә.
Үҙ балаларына ла, атай-әсәй йортонан айырылып, сит тарафтарға осҡан уҡыусыларына ла ҡанат ҡуйған, дөрөҫ тарафҡа табан юл күрһәткән, шул юл буйлап һәр саҡ алға барырға әйҙәгән, юлдаш та, ғилем биреүсе лә Рафиға менән Ғәлимйән Ибраһимовтар уҙған юлдарына, башҡарған эштәренә күҙәтеү яһап, һис шикһеҙ, ғорурлыҡ тойғоһо кисерә ала.


Белорет ҡалаһы.


Вернуться назад