Гөл-сәскәгә күмелгән, мул емеш-еләк баҡсаһы булған, күҙҙең яуын алырлыҡ йортҡа аяҡ баҫҡанда, был өйҙә йәшәүсенең ғүмере гел шулай матурлыҡта ғына үткән һымаҡ тойолдо. Яңылышҡанмын, Рәшиҙә инәй Хисмәтуллинаға яҙмыш һынауҙарын бер-бер артлы әҙерләп кенә торған. Тик һынауҙар матурлыҡты нисек кенә емерергә маташмаһын, героиням уны үҙенсә үргән, йән өргән, паклыҡҡа күмгән. “Тормошто яратыу шулай була, улым”, – ти инәй үҙе.Төрмәлә ҡалған майАтаһын тыуған ауылы Мәҡсүттә (Стәрлетамаҡ районы) мулла булған өсөн өс айға Стәрле төрмәһенә ултыртып ҡуялар. Был хәл 1932 йылда була.
– Ул төрмәлә булғанда бер ваҡиға иҫтә уйылып ҡалған, – тип хәтер ебен һүтә Рәшиҙә инәй. – Минең уйынсыҡ биҙрәм менән әсәй уға май алып барҙы. Атай ҡайтҡас, унан уйынсығымды таптырып иланым, ул башымдан һыйпаны ла: “Эй, ҡыҙым, ҡыҙым, биҙрәһен яңынан эшләп бирермен дә ул, бына май төрмәлә ҡалды бит әле...”
Был һүҙҙәрҙең асылына ҡыҙ, әлбиттә, тик йылдар үткәс кенә төшөнә. Башта ниңә бер йомар май өсөн атаһы ҡайғыра икән тип аптырай, тик аҙаҡ ҡына эш “әрәм булыуҙа” түгеллеген аңлай – бит ризығы кешене һәр саҡ тартып тора. Ә Ғабдулла мулланың ризығы төрмәлә ҡала шул – ҡайтып күп тә үтмәй, күрә алмаған ауылдаштары йәнә уның өҫтөнән ялыу яға: йәнәһе, ул кешеләр йыя, йома намаҙын уҡый, ҡотҡо тарата.
Йома намаҙы уҡыған өсөн төрмәгә ябып ҡуйһындар әле! Эйе, бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда, был башҡа һыймаҫлыҡ хәл, тик үткән быуаттың 30-сы йылдары өсөн генә көн талабы булған.
– Атай мулла сүрәтендә намаҙ уҡып ҡына йәшәмәне, ә ете баламдың тамағын ҡарайым, өҫтөн бөтәйтәм тип йәшәгән хеҙмәт кешеһе ине, ауылдаштары матур йәшәһен өсөн дә тырышты, – дин әһеленең төрлө яҡлап булдыҡлы икәнлегенә лә төшөнәһең әңгәмәсе менән аралашҡанда. – Ауылда уның ғына ат салғыһы бар ине, шул салғы менән кешеләрҙең игенен сапты, уға халыҡ бының өсөн көлтә бәйләне.
Шул кешеләргә ярҙам итеү фиғеле бер мәл арҡыры килеп ята инде уның юлында. Матур йәшәгәндәргә көнләшеүселәр, үҙҙәренең ҡулынан килмәгәс, тырыштарҙы күрә алмаусылар, үкенескә ҡаршы, һәр ерҙә лә, һәр заманда ла булған, бар һәм буласаҡ та. Нәҡ ошондайҙар арҡаһында һәләтлеләрҙең киләсәге селпәрәмә килә, булдыҡлыларҙың эше яна. Ғабдулланы нәҡ шундайҙар әрәм итә – икенсе тапҡыр ялыу яҙғанда көлтә бәйләүселәрҙе хеҙмәтселәр итеп күрһәтәләр, һөттән сүп эҙләүсе власть вәкилдәренә был етә ҡала. Шулай итеп, мулла икенсе тапҡыр төрмәгә эләгә – тик быныһында инде биш йылға.
– Атай төрлө яңылыҡтарҙы ла үҙләштереп йәшәне, мәҫәлән, ул ауылда иң беренсе булып картуф ултыртты, бәрәңге шул тиклем ишелеп уңды – әле лә күҙ алдында. Был хәл беҙҙә генә түгел, бәлки, ошо тирәләге бөтә ауылдарҙа беренсе тапҡыр булғандыр әле. Тик бына коллективлашыуға ғына сәйерһенеп ҡараны, – тип атаһының үҙгәрештәргә булған ҡараштарын да бәйән итә Рәшиҙә инәй.
Ике көн ашамаған саҡтарАтай төрмәлә, ә бына иңендә балалары ҡалған әсәйгә нимә эшләргә? Әммә бирешергә теләмәй ҡатын, донъяһын көтөргә тырыша, сирләп, һуңғы һулышы сыҡҡанға тиклем...
– Әсәй 48 йәшендә генә гүр эйәһе булды, – тип күҙ йәштәрен һөртә инде үҙе күптән өләсәй булған инәй. Әсәләре мәрхүмә булғандан алып Рәшиҙәнең тормошо йәнә ҡатмарлана. Ағайҙары үҫеп еткән, үҙҙәренең ғаиләләре, балалары бар, шуға ҡарамаҫтан, кескәй туғандарын да ситкә типмәйҙәр. Тик етем тормошо барыбер етем инде. Ағайҙар атайға оҡшап әзмәүерҙәй булыу менәнме ни, тормош үҙе ябыҡ, меҫкен хәлендә ҡалғас – уңыш юҡ, булғанын да тартып алып торалар.
Йәнә ике замана күҙлегенән бағып бер бизмәнгә һалып үлсәй алмаҫлыҡ күренештәр:
– Ниндәй ғаилә ашап ултыра, шуларҙың янына барып сүгәләй торғайныҡ та бергәләп ризыҡҡа үрелер инек, ни ҡылаһың, астан үлге килмәй. Әлбиттә, уларҙың да артыҡ ашамлыҡтары булмағандыр инде, әммә “кит бынан” тип ҡыуып ебәреүсе лә юҡ ине – ана шулай бергә күмәкләп үткәрҙек аслыҡтарҙы, – әйтелгәндәрҙе тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. – Кемгә самауыр таҙартам, кемдең донъяһын йыйыштырам, иҙәндәрен йыуам, балаһын ҡарап торам... – Ә бит әңгәмәсегә был ваҡытта ни бары 6-7 йәш самаһы ғына була. Хәҙерге туҡ заманда 7 түгел, 17 йәшлегенең иңенә лә бындай йөк һалып ҡуйыуы, ай-һай... Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тиҙәр, Рәшиҙә Хисмәтуллина – был әйтемде үҙ тәжрибәһендә һынап ҡарағандарҙың береһе.
– Ҡайһы саҡта ике көн ашамаған да булды, ҡышын бигерәк тә, сөнки өҫкә лә, аяҡҡа ла кейергә юҡ, урамда үҙәккә үткес һыуыҡ йә иһә күҙ асҡыһыҙ буран ҡотора – сығып аҙашыуың бер ни түгел, – тип сабыйлыҡтағы ҙур һынауҙарын иҫләй инәй, – ярай әлеге лә баяғы күршеләр бар ине – кемдер ҡуйынына ғына төрөп йылы картуф индерә, май, икмәк... Тегеүсе Мәрхиә инәй ярата ине, Рәшиҙә һымаҡ бер кем дә йыйыштыра алмай тип маҡтап, үҙенә саҡыра торғайны, – тип ауылдаштарын иҫләй инәй.
Фәрештәләр һәм шайтандарХоҙай Тәғәлә һынау ебәрһә, барыбер уны еңер юлын да күрһәтә, шайтандар янында фәрештәләр ҙә бар. Мәҡсүттәрҙең кемеһелер Ғабдулла мулланың башын төрмәлә серетергә хыялланһа, икенселәр уның балаларын аслыҡ үлеменән алып ҡала. Тормош үҙе парадокс шул ҡайһы ваҡыт.
Шулай ҙа Ғабдулла төрмәнән ҡайтҡас ауылында ҡалмай, нефть урғылған яҡҡа юл тота – ун йәшлек Рәшиҙәнең тормошо Ишембай районында дауам итә. Ошонда ул буй еткерә, ярты йәрен таба, тормош ҡора, өй һалалар, эшләп, хаҡлы ялға китә. Тик был ҡалала ла гелән бәхет кенә йылмайып тормаған, ауырлыҡтарҙан ҡасһаң да, яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ шул. Тыныс тормош килеп таптыҡ тигәндә, Хисмәтуллиндар өҫтөнә йәнә һынау ябырыла – быныһы инде ил, юҡ, бөтә ғәләм тиерлек өсөн һынау – Германия һуғыш аса.
– Ҡәһәрле яуҙа өс ағайым вафат булды, береһенән-береһе кесерәк балалары етем ҡалды, үҙҙәре ғүмерле булмаһалар ҙа, Аллаға шөкөр, балалары ғүмерле, Стәрлебашта йәшәгән ике туған һеңлем менән көн дә тиерлек шылтыратышып торабыҙ, – тип үткәндәрҙе бөгөнгөгә ялғай әңгәмәсем.
Тик һуғыш ғазабы яҡындарыңды юғалтыу менән генә сикләнмәй бит, фронттан алыҫ торһаң да, йә иҫән ҡалаһың, йә әжәл килә.
– Үлән ике-өс япраҡҡа ғына күтәрелеүе була, халыҡ яланға һибелә, ҡуҙғалаҡ, балтырған ашап кинәнәбеҙ, ул саҡта үлән тәмле ине, әле ни өсөндөр әсе һымаҡ, – тип күҙәтеүҙәре менән дә уртаҡлаша Рәшиҙә Ғабдулла ҡыҙы. – Бәлки, кеше ризыҡҡа туйынғас, һайлана башлайҙыр, сүп өйөмөндә икмәк киҫәктәрен күрәм дә йөрәгем әрней. Шул бер телем әпәкәй хаҡына беҙ бит тауҙар аҡтарырға риза инек. Әҙәм балаһы рәхәтлектең ҡәҙерен белһен ине, – тигән теләктәрен дә еткерә инәй. Туҡһанын тултырған, тормоштоң төрлө мәлдәрен үткәргән кеше был хәҡиҡәтте, һис шикһеҙ, яҡшы аңлай.
Хоҙай Тәғәлә кемгәлер бер көнлөк кенә ғүмер насип итә, кемдер йөҙ йәштән арта. Иң мөһиме – күпме генә йәшәһәң дә, уның ҡәҙерен белеп, бәрәкәтле булып көн күреү фарыздыр. Ошолар хаҡында фекер йөрөткән Рәшиҙә инәй ҙә, мәҫәлән, ғүмере булғас, аслығын да, һыуығын да, һуғыш ғазаптарын да йырып сыға, үҙе һымаҡ етем егет, яугир Ямалетдин менән өйләнешеп, береһенән-береһе игелекле, мәрхәмәтле балалар үҫтерә, атаһы һымаҡ уратып алған донъяға изгелек таратып йәшәй. Кем әйтмешләй, бәхет тәмен бәхетһеҙ саҡта аңлайһың, ғүмерҙәрҙең мәғәнәле, бәхетле үтһен ине һынауҙарһыҙ ҙа...
Ишембай районы.