Туғанлыҡ бурысы02.02.2018
Ағалы-ҡустылы икәү йәшәгән. Өлкәне, өйләнеп, балалар үҫтерә, ә кесеһе әлегә яңғыҙ, ти.
Ата-әсәләре баҡыйлыҡҡа күскәс, туғандар бер-береһенән һис ҡасан айырылышмаҫҡа һүҙ ҡуйышҡан. Өлкәненең йорт-биләмәһе эргәһендә кесеһенә бергәләп өй төҙөгәндәр. Араларын иген һаҡлау өсөн ҡаҙылған соҡорҙар ғына айырып тора, ти. Уңдағыһы – ағай кешенеке, һулдағыһы – ҡустыһыныҡы.
Һәр кис йәстү намаҙынан һуң өлкәне әлеге соҡорҙар янына килә лә, үҙенекенән күпмелер иген алып, ҡустыһыныҡына һала, ти.
– Аллаһ Тәғәлә миңә яҡшы ҡатын, иманлы балалар биргән. Ә ҡустымдың әлегә бер кеме лә юҡ. Үҙенә иген булһа ла күберәк тейһен. Раббыбыҙ күршегә ярҙам итергә өндәгән, әгәр ҙә инде ул туғаның да икән, яуаплылыҡ тағы ла арта, – тип үҙ ғәмәленә баһа биргән ағай кеше.
Ә ҡустыһы, киреһенсә, иртәнге намаҙ һайын йәшерен рәүештә ағаһының иген соҡорон тултыра бара икән:
– Яңғыҙ кешегә күп кәрәкмәй. Ә ағайым ғаиләле, балалар үҫтерә. Тимәк, игенгә ҙурыраҡ мохтажлыҡ кисерә. Раббыбыҙ күршегә ярҙам итергә өндәгән, әгәр ҙә инде ул туғаның да икән, яуаплылыҡ тағы ла арта…
Һәр кем дуҫҡа әйләнер
Бәғзеләр кемделер яман күреп, уны үҙенең проблемаларында ғәйепләргә әүәҫ. Ислам дине өйрәтеүенсә иһә, әҙәм балаһының дошмандары үҙендә: улар – нәфсе, асыу, көнләшеү, тәкәбберлек, мин-минлек.
Әгәр ҙә ки ошо насар тойғоларҙы еңә алһаң, күңелеңә еңеллек килер, сафлыҡ тулыр. Яныңда бер ниндәй ҙә дошман ҡалмаҫ, һәр кем үҙеңә изгелек, яҡшылыҡ теләп торған дуҫҡа әйләнер.
“Асыу – ут, ул бөтә күңелде ялмап алыусан, – тиелә динебеҙҙә. – Айырыуса тәкәбберҙәрҙә ҡабынып китергә генә тора”. Асыуға юл биргән кеше Раббыбыҙ бойороғона ҡаршы төшкән иблис кеүек. “Нәфрәт, күрә алмаусанлыҡ, көнсөллөк Аллаһ ҡолдарын һәләкәткә алып бара. Эстә ҡабынып китергә әҙер торған был уттан баш тарта белергә, күңелдән йолҡоп ташларға кәрәк”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Пәйғәмбәребеҙ асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡалғандарҙы иң көслөләр тип атаған. Мосолман ярһымай, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй, хәтерен ҡалдырғандарҙы ғәфү итергә тырыша, тәкәбберлектән, мин-минлектән йыраҡ тора – рух һәм тән сәләмәтлегенең нигеҙе был.