Кем баҫҡыстан үрмәләй, кемдер ҡолай...30.01.2018
Өфөнөң бөтә Рәсәйгә яманаты сыҡҡан 13-сө дауаханаһында күптән түгел етәкселек алмашынды – баш табип итеп ошоға саҡлы республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһында эшләгән Эльза Сыртланова тәғәйенләнде. Дауаханаға етәкселек итергә тәжрибәһе элек тә булған ханым был учреждениела, ниһайәт, тәртип урынлаштырыр тип ышанайыҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: барлыҡ федераль телеканалдарҙа тип әйтерлек күрһәтелгән ҡыҫҡа ғына видеосюжетта һынған аяғы гипсланған ҡатын дауахананың икенсе ҡатында урынлашҡан рентген кабинетына барып етеү өсөн баҫҡыстан шыуышып менә! Баҡһаң, бинала лифт эшләмәй икән. Медицина персоналынан бер кем дә был ҡатынға ярҙам итергә ашыҡмай.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо ваҡиғаға бик тиҙ баһа бирҙе: видеоролик һәм учреждениелағы хәл ентекләп өйрәнелгәндән һуң баш табип ғәйепле тип табылды, ул эшенән бушатылды, оҙаҡламай дауаханаға тейешле ҡорамал да килтертелде. Лифт бында ике йылдан ашыу эшләмәй торған икән.
Әгәр ҙә кемдер ошо имгәкләгән ҡатынды видеоға төшөрөп интернетҡа һалмаһа, был дауаханала шундай шыуышыу (тура мәғәнәһендә) һаман да дауам итер, был ҡатындан башҡа сирлеләр ҙә яфаланыр ине, моғайын. Хәйер, шуға оҡшаш етешһеҙлектәр бүтән дауаханаларҙа юҡ тип өҙөп кенә әйтеп булмай. Беҙҙең халыҡтың үҙ хоҡуҡтарын даулай белмәүе арҡаһында тыуа бындай күренештәр.