Ҙур ҡалала улар күберәк30.01.2018
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешенә контроль идаралығының иң күп иғтибары ҙур ҡалаларға тура килә. Тәбиғи, бындай урындарҙа наркомандар һаны һәм наркотиктар һатыу күләме лә ҙурыраҡ.


Идаралыҡ етәксеһе Владислав Ситдиҡов әйтеүенсә, төп көсөргәнешлек Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Нефтекама ҡалаларына тура килә. Ул наркотик ҡулланырға өгөтләгән сайттарҙы асыҡлау буйынса ла ҙур эш алып барылыуын билдәләй. Быйыл “Роскомнадзор”ға ошондай 150 сайтты ябыу йәки инеү мөмкинлеген сикләү тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн мәғлүмәт ебәрелгән. Идаралыҡ Башҡортостан прокуратураһы менән берлектә наркотик ҡулланыусыларҙы реабилитациялау буйынса дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙың эшмәкәрлеге тикшерелә. Владислав Ситдиҡов ошо өлкәләге хәл беҙҙең республикала дөйөм алғанда ҡәнәғәтләнерлек тип иҫәпләй.
– Дарыуханаларҙа кодеинлы дарыуҙар һатыуҙы тыйыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирҙе, – ти ул. – Дезоморфин 2012 йылда уҡ юҡҡа сыҡҡайны. Дөрөҫ, быға синтетик наркотиктарҙың артыуы ла йоғонто яһаны. Тыйылған матдәләрҙең һатылыу-һатылмауын даими тикшереп торабыҙ – дарыуханаларҙа бындай хоҡуҡ боҙоуҙар күҙәтелмәй.


Вернуться назад