Ҡануниәт яңылыҡтары30.01.2018
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында тикшереүгә тәҡдим ителгән закон проекттары:

“Уйын бизнесына һалым тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында” республика законы уйын эшҡыуарлығына һалым һалыуҙың яңы объекттарын (тотализаторҙың интерактив ставкаларының процессинг үҙәктәрен һәм букмекер контораларының интерактив ставка­ларының процессинг үҙәктәрен) индереүгә бәйле әҙерләнде. Был объекттар өсөн 3 миллион һум күләмендәге һалым ставкаһы билдәләнә. Бынан тыш тотализаторҙың йәки букмекер конторала­рының ставкаларҙы ҡабул итеү пункттары өсөн һәм тотализаторҙың йәки букмекер контораларының процессинг үҙәктәре өсөн һалым ставкаларын ике тапҡыр арттырыу күҙаллана.
“Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы кодексына үҙ­гәрештәр индереү тураһында” закон проекты тарафынан Кодексҡа терроризмды иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эшмәкәрлекте координациялау менән шөғөлләнеүсе органдың ҡарарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ индереүҙе күҙҙә тотоусы статья индерелә. Был статья буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы протоколдар төҙөү Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең вазифалы кешеләре компетенция­һына индерелә. Үҙгәрештәргә ярашлы шулай уҡ был статья буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы протоколдар төҙөү вәкәләте бирелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте­нең вазифалы кешеләре исемлеге билдәләнә; атап үтелгән категорияға ҡараған эштәрҙе тикшереү Башҡортостан Республикаһы мировой судьялары ҡарамағына индерелә.
“Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге торошона мониторинг үткәреү, ауыл хужалығы өлкәһендә кадрҙар әҙерләүҙе ойоштороу, ауыл хужалығы производствоһын һәм эшкәртеү предприятиеларын техник һәм технологик тәьмин итеү, шулай уҡ ауыл хужалығы производствоһына инвестициялар йәлеп итеү юлы менән аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү механизмын билдәләй.
Бынан тыш закон проекты тарафынан аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендәге республика дәүләт власы органдарының вәкәләттәре конкретлаштырыла.
“Башҡортостан Республикаһында граждандар мөрәжәғәттәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты граждандар мөрәжәғәт­тәрен тикшереү тәртибе тураһындағы ҡайһы бер положениеларҙы аныҡлай. Закон проектына ярашлы дәүләт власы органына, урындағы үҙидара органына йәки вазифалы кешегә электрон документ формаһында килгән мөрәжәғәткә электрон формала яуап мөрәжәғәттә күрһәтелгән электрон адресҡа ғына ебәрелә ала, ә граждан кәрәкле документтарҙы һәм материалдарҙы бындай мөрәжәғәткә бары тик электрон формала ғына ҡушып бирергә хоҡуҡлы. Үткән йылдың аҙағында бындай норма федераль кимәлдә ҡабул ителгән ине инде.
“Физик шәхестәрҙең милкенә һалым буйынса недоимка суммаһына пеня һала башлау датаһын билдәләү тураһында” закон проекты тара­фынан 2016 йылдың һалым осоро өсөн Башҡорт­остан Республикаһы муниципаль берәмектәре бюджеттарына түләнергә тейешле физик шәхестәрҙең милкенә һалым буйынса недоимка суммаһына пеняны 2018 йылдың 1 июленән генә һала башлау тәҡдим ителә. Шулай итеп, һалымдарын үткән йылдың аҙағында үҙ ваҡытында түләмәгәндәр өсөн пеня һалыу буйынса ярты йыллыҡ кисектереү биреләсәк. Закон проекты физик шәхестәр тарафынан һалым түләү буйынса бурыстарҙы үтәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында әҙерләнгән.
“Ғәмәлдән сыҡҡан төбәк һалымдары һәм йыйымдары буйынса пенялар һәм штрафтар буйынса недоимканы һәм бурысты түләтеүгә өмөтһөҙ тип таныуға өҫтәмә нигеҙ билдәләү тураһында” республика законы проекты Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 59-сы статьяһының 3-сө пункты нигеҙендә юридик шәхестәрҙең пенялары һәм штрафтары буйынса недоимканы һәм бурысты түләтеүгә өмөтһөҙ тип таныуға өҫтәмә нигеҙ билдәләй. Түләтеү мөмкинлеге булмаған бурыстарҙы администрациялау бюджет средстволарын нәтижәһеҙ сарыф итеүгә килтерә. Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 59-сы статьяһының 3-сө пунктына ярашлы Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондарында төбәк һалымдары һәм йыйымдары буйынса пенялар һәм штрафтар буйынса недоимканы һәм бурысты түләтеүгә өмөтһөҙ тип таныуға өҫтәмә нигеҙҙәр билдәләнә ала.
“Башҡортостан Республикаһында инвалид­тар­ҙы социаль яҡлау тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы законы проекты тарафынан инвалид һайлаусыларҙың, референдумда ҡатнашыу­сыларҙың һайлау хоҡуҡтарын, референдумда ҡатнашыу хоҡуғын тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлектә һайлау комиссияларына, референдум комиссияларына булышлыҡ итеү хоҡуғын инвалидтарҙы социаль яҡлау һәм уларға социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарына биреү тәҡдим ителә.


Вернуться назад