Өтөр ҡуйырға онотһаң...30.01.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Хөкүмәт ултырышы контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген артабан яҡшыртыу буйынса мәсьәләләрҙе тикшереүе тураһында алдағы һандарҙың береһендә хәбәр иткәйнек инде. Закондар һәм төрлө норматив-хоҡуҡи акттар күп булғас, тимәк, уларҙың үтәлешен күҙәтеү эше лә һәр саҡ көнүҙәк булып тора, ләкин был осраҡта күҙәтеү һәм тикшереү органдарынан да күп нәмә талап ителә – оҫталыҡ, белдеклелек, ҡануниәттән ситкә тайпылмау һәм иҡтисади яҡтан хәүефһеҙлек...


– Хәтерегеҙгә төшөрәм: контроль-күҙәтеү эше – ил етәкселеге билдәләгән стратегик йүнәлештәрҙең береһе, – тине ултырыштағы инеш һүҙендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Был программаның төп маҡсаты эшҡыуарлыҡҡа баҫымды кәметеүгә ҡайтып ҡала. Ошо эшмәкәрлектә яза биреү моделенән төҙәтеү, ярҙамлашыу ысулына ҡайтырға тейешбеҙ. Беҙҙең күҙәтеү органдарының эшен отчеттар күләменә, тикшереүҙәр һанына, түләтелгән штраф суммаһына ҡарап түгел, ә граждандарҙың хәүефһеҙлеге күрһәткестәренән сығып баһалау талап ителә. Тикшереүҙең таҙалығы ла ошо хәүефһеҙлеккә зыян килтермәү менән тығыҙ бәйләнештә булһын. Күпселек бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары түбән хәүеф кимәленә ҡарай һәм халыҡтың һаулығына ла, мөлкәтенә лә бер ниндәй ҙә зыян килтерерлек түгел. Ләкин контроль-күҙәтеү органдары үҙ эшендә был хәлде йыш ҡына күҙ уңынан ысҡындыра.
Республика Башлығы контроль-күҙәтеү эшенең тикшерелгән объекттарға ҡарата иҡтисади зыян килтермәҫлек итеп ойошторолоуын иң төп шарт тип билдәләне. Был бигерәк тә эшҡыуарлыҡ предприятиеларын тикшереүгә ҡағыла. Был осраҡта ул “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы менән республиканың Ветеринария идаралығын килтерҙе: был ике ойошма йыш ҡына бер-береһен ҡабатлай һәм тикшерелгән тармаҡта ҡатмарлыҡтар тыуыуына сәбәпсе була.
– Барыбыҙға ла билдәле: йыш ҡына тикшереүсе орган теге йәки был ойошмала бер ниндәй ҙә етешһеҙлек тапмай һәм, ошо коллективты тыныс ҡалдырыу урынына, ҡабат-ҡабат килеп тикшерә. “Бер нәмә лә таба алмаһаҡ, беҙҙең эшмәкәрлекте сифатһыҙ тип таныя­саҡтар”, – ти улар. Тураһын әйткәндә, был бер кем өсөн дә сер түгел, – ти республика Башлығы. – Бик теләгәндә һәр кемдә лә ниндәй ҙә булһа етешһеҙлек табып була икәне аңлашылалыр: йә документта өтөр дөрөҫ ҡуйылмаған, йә башҡа берәй кәмселекте соҡоп сығарырға була. Шуға күрә инспекторҙарҙан мотлаҡ етешһеҙлек табыуҙы талап итеү дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем.
Йәмәғәтселек контроль-күҙәтеү эше сифатын яҡшыртыуҙы һәм уның асыҡ булыуын, тәғәйен һөҙөмтә биреүен көтә. Бынан тыш, теләһә ниндәй контроль эшендә субъективизм, йәғни шәхси күҙлектән генә ҡарау булырға тейеш түгел. Уны ниндәйҙер ойошманан үс алыу маҡсатында үткәреү – бөтөнләй юл ҡуйылмаҫлыҡ күренеш.
Контролерҙарға ҡуйылған төп талап – хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау һәм уларҙы алдан иҫкәртеү. Килтерелгән зыянды һуңынан асыҡлау һәм ғәйеплеләргә яза биреү менән шөғөлләнгәнсе, эшҡы­уарлыҡты сервис хеҙмәтләндереүенә – консультацияға, системалы аудитҡа, бизнесҡа башҡа төр йүнәлештәрҙә ярҙам итергә кәрәк.
Күптән түгел мотлаҡ талаптар буйынса комплекслы иҫкәртеүҙең федераль кимәлдә раҫланған стандарты ғәмәлгә инде, һәм быйыл ул барлыҡ контроль-тикшереү органдарына таратыласаҡ. Һөҙөмтәлә был ойошмалар үҙ ресурстарын дөрөҫ бүлеп өйрәнергә, ә эшҡы­уарҙар административ баҫымдың йомшарыуын һиҙергә тейеш.
– Әгәр ҙә контроль органдары үҙҙәре эшләгән даирәне тейешенсә тикшерһә, моғайын, беҙҙә фатир алыуҙа алданған өлөшсөләр ҙә, завод цехтарында имгә­неүселәр ҙә, башҡа төрлө кәмселектәр ҙә күпкә аҙыраҡ булыр ине, – тине республика етәксеһе ултырыштағы сығы­шында. – Беҙ емерелә башлаған төрлө күперҙәр, йорттар һәм ҡоролмаларға ла аҙыраҡ дусар булыр инек. Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәм: иҫкәртеү һәм профилактика. Контролдең төп йүнәлеше шул.
Төбәктәге контроль-күҙәтеү эшмәкәр­легенә реформа үткәреү һөҙөмтәһе тураһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һөйләне. Уның әйтеүенсә, республикала контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге 22 йүнәлеш буйынса башҡарыла, һәм был шөғөлдә республиканың 13 дәүләт власы органы ҡатнаша. Рәсәйҙең ошо стратегик үҫеш йүнәлешенә ярашлы булдырылған федераль программа 2025 йылға эшҡыуарлыҡҡа баҫымдың ике тапҡырға кәмейәсәген күҙ уңында тота һәм был, әлбиттә, Башҡортостанға ла ҡағылмай ҡалмаясаҡ.
– Контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегенә реформаның төп маҡсаттары 87 процентҡа үтәлде, был эшмәкәрлектең ҡағиҙәләре бөтәһе өсөн дә асыҡ, улар ошо 13 ойошманың һәр береһенең сайтында урынлаштырылған, ләкин уны тулыһынса тормошҡа атҡарырға ҡайһы бер федераль министрлыҡтарҙың үҙ бурысын үтәүҙе һуҙыуы ҡамасаулай, – тине Илшат Азамат улы. – Нигеҙҙә, ветеринария һәм торлаҡ тармаҡтарына контроль тейешенсә эшләнеш талап итә.
Планлы тикшереүҙәр һаны аҙая бара. Реформа барышында быйыл уларҙың 20 процентҡа кәмейәсәге көтөлә. Илшат Тажетдинов билдәләгәнсә, кире күре­нештәргә алдан уҡ юл ҡуймау өҫтөнлөккә әйләнергә тейеш. Иҫкәртеү сараларынан тыш тикшереү эшмәкәрлегенең үҙен дә тәртипкә һалыу талап ителә. Аныҡлайһы документтар араһында “чек бите” тип аталғаны ла бар – ул контроль һорауҙарының тулы теҙмәһенән ғибәрәт, икенсе төрлө әйткәндә, был – тикшереүҙең программаһы, йәғни тикшереүселәр ошо биттәге һорауҙарҙан ситкә сығырға тейеш түгел. Премьер-министр урынбаҫары аңлатыуынса, был эш федераль кимәлдә алып барыла, ә беҙҙең республиканың башҡарма власть органдары “чек бите”н быйыл төҙөйәсәк һәм барлыҡ тикшереүселәргә еткерәсәк.
Федераль һалым хеҙмәтенең Баш­ҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов контроль-күҙәтеү эшмә­кәрлеген камиллаштырыу тура­һында үҙ ойошмаһы миҫалында һөйләне. Был хеҙмәттең территориаль органдары әлеге мәлдә төп иғтибарҙы контроль-касса техникаһын ҡулланыу тураһындағы ҡануниәттең үтәлешенә бирә. Мәҫәлән, былтыр эшҡыуарлыҡтың инновациялы кассаларын ҡулланыуға этаплап күсеүе башланды. Мәғлүмәтте һалым органдарына “онлайн” режимында күсереүгә нигеҙ­ләнгән яңы технология “күләгәләге” иҡти­садҡа ҡаршы көрәшергә, эшҡыуар­лыҡ мөхитен сәләмәтләндереүгә һәм көнәр­кәшлеккә ярҙам итә. Бынан тыш Федераль һалым хеҙмәтенең Баш­ҡортостан буйынса идаралығы урынға барып тикшереүҙәр һанын кәметте: 2012 йылда улар 1 807 тапҡыр үткәрелһә, 2016 йылда 654 ойошма ғына тикше­релгән, 2017 йыл йомғаҡтары буйынса был саралар һанының 567 генә булыуы көтөлә.
Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡ­тарын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибаҙуллиндың сығышы ла ошо уҡ өлкәләге реформаға баһа биреүгә арналғайны. Уның һөйләүенә ҡарағанда, былтыр төбәктәге 5 мең 300 эшҡыуар араһында һорау алыу шуны күрһәткән: контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге, һалымдың юғары һәм кредиттың ҡиммәт булыуы менән бергә, хәҙерге бизнес өсөн иң ҡырҡыу проблемалар рәтенә инә. Бизнес-омбудсмен шулай уҡ планлы тикшереүҙең кәмеүе менән бер үк ваҡытта пландан тыш тикшереүҙәр һанының, киреһенсә, арта төшөүен билдәләне. Тимәк, был өлкәлә тәртипкә һалаһы нәмәләр күп әле.
Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарҙар күҙәтеү сараларының асыҡлығын арттырыуға йүнәлтелгән реформаны ыңғай баһалай икән. Улар араһында тикшереүҙең берҙәм реестрын файҙаланыуға индереү, иҫкергән һәм артыҡ талаптарҙы юҡҡа сығарыу, ойошмаларҙың контроль-тикшереү эшендә бер-береһен ҡабатлауын бөтөрөү һәм башҡа ыңғай күренештәр бар.
Ултырышта федераль һәм төбәк башҡарма власть органдарының ауыл хужалығында, аҙыҡ-түлекте эшкәртеү һәм ҡулланыу баҙарында контроль-күҙәтеү эшен уңайлаштырыу буйынса пилот проектын Башҡортостанда тор­мошҡа ашырыу йүнәлешендәге башҡа мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Улар араһында дәүләттең аҙыҡ-түлек сифатын һәм хәүефһеҙлеген күҙәтеүе, ветеринария контроле, фармацевтика эшмәкәрлегенә лицензия биреү, кеше һаулығын һаҡлау өлкәһенә контроль, радиация хәүеф­һеҙлеге һәм башҡалар бар. Ошо эшмәкәрлеккә реформа үткәреү барышында тикшереү сараларының һаны кәметелеп кенә ҡалмай, ә уларҙы бойомға ашырыу механизмы ла камиллаштырыла. Шул иҫәптән – йәмәғәтселек контролендә лә. Башҡортостан, мәҫәлән, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып хайуандарҙы идентификациялауҙың берҙәм мәғлүмәт базаһын булдырыуға күсте. Был уларҙың аныҡ һанын һәм күсенеп йөрөүен белеп торорға ярҙам итәсәк. Ветеринарияла электрон сертификатлау әүҙем индерелә. Был тармаҡтағы ҡануниәтте боҙоу мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй башланы.
Пилот проектын тормошҡа ашырыу концепцияһы тураһындағы тәҡдимдәр менән “Россельхознадзор”ҙың беҙҙең республика буйынса идаралығы етәксеһе Юрий Петров, Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин, “Роспотребнадзор”ҙың Баш­ҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Евгений Степанов сығыш яһаны. Был проекттың уңышлы үтәлешен тәьмин итеү маҡсатында контролдә тотолған ойошмаларҙың берҙәм исемлеген булдырырға ҡарар ителде. Үтә юғары, юғары һәм уртаса хәүеф кимәле хас булған субъекттарҙы “Россельхознадзор”, ә был күрһәткес буйынса түбәнерәк торған ойошмаларҙы республиканың ветеринария идаралығы тикшерәсәк.


Вернуться назад