Татарҙар тәҡдим яһай21.04.2012
Башҡортостан Республикаһы татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы Өфөлә һәләтле татар балалары өсөн интернат асырға теләк белдерә. Әлеге тәҡдим автономияның бөгөн баш ҡалала барған III конференцияһы резолюцияһына сығарылды. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында булған матбуғат конференцияһында автономия советы рәйесе Рәмил Бигнов әйтте.
Интернат баш ҡалалағы татар гимназияларының береһендә урынлашыуы ихтимал. Ә инде бының өсөн аҡса табылып, урын бүленгәндә, яңы бина төҙөү тағы ла яҡшыраҡ булыр ине тигән фекерҙә ул. Татарҙар бындай мәктәп-интернатты республика иҫәбенә ойоштормаҡсы.
— Әгәр ул асыла ҡалһа, балаларҙы бик етди һайлап аласаҡбыҙ. Беҙ донъя баҙарында дәғүәселеккә һәләтле балалар тәрбиәләргә тейеш, — ти Рәмил Бигнов. — Был барыһы — башҡорттар, татарҙар, урыҫтар өсөн дә — мөһим бурыс. Һәләтле балаларға айырым ҡараш булырға тейеш.
Бынан тыш, автономия УЗЭМИК мәҙәниәт һарайына ла дәғүә итә. Рәмил Бигнов фекеренсә, унда татарҙарҙың милли-мәҙәни үҙәге урынлаша алыр ине.
— Бөгөн татарҙарҙың йәмәғәт ойошмалары өсөн милли-мәҙәни үҙәк юҡ, — тине ул. — Эйе, “Нур” татар театры бар, тик ул ғына етмәй. Әгәр беҙгә ошо мәҙәниәт һарайын файҙаланыуға тапшырһалар, беҙ уны үҙебеҙ “аҫрар” инек. Уның базаһында үҙәк барлыҡҡа килһә, татар филармонияһы, татар йәштәр театры булдырыу мәсьәләһе лә көн үҙәгенән төшөр ине.
Автономия республика Хөкүмәтенә бөгөн популяр булған дәүләт-шәхси партнерлыҡҡа оҡшаған дәүләт-йәмәғәт партнерлығы тәҡдим итмәксе. Рәмил Бигнов әйтеүенсә, һүҙ автономия эшмәкәрлеген өлөшләтә дәүләт финанслауы тураһында бара. Аҡсаның яртыһын дәүләт бирһә, ҡалған яртыһын татарҙар бағыусыларҙан табырға ниәтләй.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад