Уҡытыу сифатын депутат тикшерәсәк30.01.2018
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың ҡушыуы буйынса күптән түгел республика парламентында ауыл мәктәптәрендәге уҡытыу сифаты мәсьәләһе буйынса эш төркөмө ойошторолдо.


Был төркөмгә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Башҡорт­остандың Мәғариф министрлығы, республиканың Мәғариф өлкәһендәге контроль һәм күҙәтеү идаралығы, ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары етәкселәре, парламенттың Секретариаты белгестәре инә. Уға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова етәкселек итә.
– Беҙ бөтә балаларға ла сифатлы белем алыу өсөн тиң мөмкинлектәр тыуҙырыу маҡсатын ҡуябыҙ, – ти парламент Рәйесе. – Хәҙерге заманда белем биреүҙең барлыҡ тармаҡтары бик тиҙ яңыра бара. Һөҙөмтәлә мәктәптәрҙәге генә түгел, ә юғары уҡыу йорттарындағы белем дә технологиялар үҫеше артынан өлгөрә алмай. Хеҙмәт баҙарында көнәркәшлеккә әҙер булыр өсөн үҙ квалификацияңды даими камиллаштыра барыу талап ителә. Беҙгә мәктәпте яҡшы әҙерлек менән тамамлаған һәм артабан да үҙ белемен тәрәнәйтеү өҫтөндә эшләргә һәләтле йәштәр кәрәк.
Парламент етәксеһе билдәлә­үен­сә, республиканың баш ҡалаһындағы мәктәп белеменең сифаты менән ауыл мәғарифы биргән белем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла. Был айырма бигерәк тә бәләкәй комплектлы ауыл мәктәптәрендә асыҡ күренә. Финанслау мәсьәләһендә лә ҡатмарлыҡтар юҡ түгел, педагогтарҙың ҡала уҡытыусылары менән сағыштырғанда аҙыраҡ эш хаҡы алыуы ла хәлде насарайта. Төп проблемаларҙың бере­һе – предмет алып барған уҡытыусыларҙың етешмәүе. Ошондай бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙә гуманитар фәндәр буйынса махсуслашҡан педагогтың физиканы йәки химияны уҡытыуы осраҡтары һирәк түгел. Тәбиғи, бындай алмашлыҡта уҡытыу сифатына ла зыян килмәй ҡалмай.
Ауыл мәктәптәре проблемаларын бер нисә юл менән хәл итергә ниәтләйҙәр. Уларҙың береһе – район үҙәктәрендә һәр ҙур ауылда база мәктәбен булдырыу, ул бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе үҙ тирәһенә филиалдар булараҡ берләштерә аласаҡ. Константин Толкачев фекеренсә, база мәктәбе предмет уҡытыусыларына ҡытлыҡты бөтө­рөргә ярҙам итер ине. Ошо мәктәпкә беркетелгән уҡытыусы бәләкәй комплектлы бер нисә мәктәптә уҡытыу мөмкинлеге аласаҡ. Бында иң мөһиме ошо педагогты транспорт менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡаласаҡ. Был ғәмәл, мәҫәлән, Пермь крайында үҙен һәйбәт яҡтан күрһәткән – унда “Мобиль уҡытыусы” тигән проект тормошҡа ашырыла. Тимәк, беҙҙең республикаға ла ошо тәжрибәгә иғтибар итеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.
Ҡала һәм ауыл мәктәптәрендәге белем алыу сифатын тиңләштереү­ҙең икенсе юлы – дистанцияла уҡытыу.
– Был ысулдың киләсәге ҙур, ләкин уны тормошҡа ашырыу өсөн ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү зарур, – ти Константин Борисович. – Улар араһында – ошондай төр эшмәкәрлек өсөн норматив-хоҡуҡи база булдырыу һәм дистанцияла уҡытыу алып барған педагогка хеҙмәт хаҡы түләүҙе, был эшкә лицензия биреүҙе ҡануни яҡтан билдәләү. Бынан тыш, ауыл мәктәптәренең дистанцияла уҡытыу өсөн техник яҡтан ҡулайла­шыу мәсьәләһе лә бар. Әлеге эш төркөмө ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ойошторолдо ла инде. Уның бурысы – ауыл ерендәге мәғарифтың сифатына бәйле төп проблемаларҙы аңлау һәм уларҙы хәл итеү буйынса саралар әҙерләү.
Эш төркөмө тәүге ултырышын үткәрҙе лә инде, уның һөҙөмтәһе буйынса беренсе сиратта Федоровка, Краснокама, Баҡалы, Ҡариҙел һәм Белорет райондары мәктәптәренә барып ҡайтырға ҡарар ителде.
– Был райондарға юлланасаҡ комиссиялар составында депутаттар менән бергә Мәғариф министрлығы, Информатизациялау һәм “Асыҡ республика” системаһына идара итеү мәсьәлә­ләре буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре лә буласаҡ, – ти Йомабикә Ильясова. – Пилот муниципалитеттарында мәктәптәрҙең тәҡдим ителгән уҡытыу моделдәренә әҙерлеген, уларҙың интернет технологиялары менән йыһазландыры­лыуын, уҡытыусылар менән нисек тәьмин ителеүен, педагогтар составын һәм уларҙың йәшен асыҡлайһы бар. Урындарҙа беҙҙең был сәфәрҙе контроль тип ҡабул итмәһендәр ине. Беҙгә лә директорҙар яғынан бөтәһен дә ал да гөл итеп күрһәтеү кәрәкмәй. Киреһенсә, проблемаларҙы күрергә һәм белергә теләйбеҙ.


Вернуться назад