Араҡы яратҡан – аҡылын таратҡан30.01.2018
Киләсәктә Рәсәйҙә “ҡоро араҡы”ны ҡулланыуҙы тулыһынса тыйыуҙары ихтимал. Был турала Роспотребнадзор хәбәр итә. Әйткәндәй, ҡайһы бер илдәрҙә ул күптән инде сауҙанан алынған. Сәбәбе – әҙәм балаһының спирт ҡушылған онтаҡты һыуға саманан тыш күп өҫтәүе, хатта уны ҡоро көйөнсә ҡабул итеүе. Араҡыны сама белмәй эсеү организм өсөн үтә лә хәүефле, тип саң ҡаға аҡ халатлылар.

Элек рәхәтләнеп эскән “Юпи” йәки “Зуко” кеүек газлы һыуҙар иҫкә төшә. Уны күпме теләйһең, шул хәтлем һыуға болғат та һыуһынды ҡандыр. Хәйер, сәй, кофе һәм какаоны кем яратмай! Ғәжәп бит, нимәне-нимәне, ә онтаҡты һыуға болғатып араҡы итеп эсһендәрсе! Төшөрөргә әүәҫ туристар ҡыуанды ғына. Юғиһә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында шешәләрен ваталар ине йыш ҡына, бынан ары ондо хәтерләткән нәмәне ҡағыҙға төрөп тә кеҫәлә йөрөтөргә мөмкин.
Порошок араҡыһының “атаһы” – Удо Поллмер, ул уға хатта патент та алған. Шыйыҡ эсемлеккә алмаш уйлап тапҡан “Европа институтының аҙыҡ-түлек һәм ашамлыҡ фәне” хеҙмәткәренең асышы заманында маҡталһын да, ти, ләкин киләсәге булмай сыҡты.
Нисек кенә уйламайыҡ, кешелектең аңын ғүмер буйы томалаған, һуғыш сығарған алкоголизм киҫкенләшкәндән-киҫкенләшә. Әзмәүерҙәй ир-аттың айнымай эсеүе, үҙ сиратында, кәләш алмай тегендә-бында ҡаңғырып йөрөүе, ғаиләләрҙең тарҡалыуы әсендерә. Ундайҙар араһында йәштәрҙе һәм гүзәл заттарҙы күреп, сәстәр үрә тора. Дин әһеле әйтмешләй, онтаҡлы араҡының көлөн күккә осороу күптән кәрәк ине, улай ғына түгел, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы бөтөнләй тыйырға кәрәк.


Вернуться назад