“Һаҡланғанды һаҡлармын”, тигән30.01.2018
Бәхет булғас, бәхетһеҙлек тә барҙыр, улар йөрөй бер үк һуҡмаҡтан, тип яҙған танылған шағир Назар Нәжми. Йәрәхәт алыу осраҡтарының, тимәк, бәлә-ҡазаның күп осраҡта эш урынында теркәлеүе берәүгә лә сер түгел. Ни тиһәң дә, ваҡытыбыҙҙың күп өлөшө шунда үтә.

Һөнәр һайлар алдынан әҙәм ба­лаһы нимә тураһында уйлана? Социо­логик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йөҙ кешенең яртыһынан күбеһен бүтән бер нәмә лә түгел, ә иң беренсе эш хаҡының күләме ҡыҙыҡһындыра. Һи­рәктәр генә хеҙмәтенең күңеленә ятыуын һәм йәшәгән еренә яҡын булыуын теләй, тик бер-икәү генә “хәүефле түгелме-юҡмы” тип борсола.
Рәсми мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Башҡортостанда эш урынында имгәнеү осраҡтары кәмей төшкән. Шатланмаҫлыҡмы ни?! Белгестәр быны түбәндәгесә аңлата. Беренсенән, әйтәйек, ойошма йәки предприятие етәксеһенең талапсанлығы һәм һәр нәмәгә яуаплы ҡарашы был тәңгәлдә көсөргәнеште ярайһы кәметкән. Икенсенән, Хоҙай “һаҡланғанды үҙем һаҡлармын” тигән шикелле, хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе лә төрлө бәлә-ҡазанан арындыра.
Хәйер, был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тиккә генә, нәҡ эш урынында хәүефһеҙлеккә иғтибар иткән, эшселәрҙең һаулығын хәстәрләгән, эш хаҡын арттырыу өсөн мөмкинлектәр тапҡан эш биреүсе­ләрҙе яҡлау мөһим, тип белдермәне.
Ғәҙәттә, аҡсалы эш эҙләүселәр йыш ҡына уның ҙур яуаплылыҡ өҫтәгәнен һәм күп ваҡытты алғанын онотоусан. Әлбиттә, бөтә аҡсаны эшләп бөтөү мөмкин дә түгел. Кем әйтмешләй, бәхетте аҡсала күреү – ахмаҡлыҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫ­тан, ҡайһы берәүҙәр, кеҫә ҡалынайтыу маҡсатында тегендә-бында сабып йөрөп, организмының туҙыуына ла юл ҡуя, унан да аяныслыһы, бер тапҡыр бирелгән ғүмерен хәүеф аҫтына һала. Был ҡәтғи дөрөҫ түгел. Шул иғтибарға лайыҡ: һайлаған һөнәрең күңелеңә ятышлы булһын, ә инде ләззәт алып тир түккән осраҡта ғына уның татлы емешенән ауыҙ итерһегеҙ. Эйе, кинәнес алмайһың икән, көсләшеүҙән ни фәтүә! Психологтар фекеренсә, үҙ эшен яратҡандар ғына уңышҡа өлгәшә.
Баҡтиһәң, эш урынында күбеһенсә ир-ат ҡазаға тарый, төрлө йәрәхәт ала. Был аңлашыла, сөнки улар тормоштарын хәүефле һөнәр менән бәйләгән. Шахтер, янғын һүндереүсе, ҡотҡарыусы, урмансы, полицейский, электромонтер, автослесарь һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Тағы бер мөһим әйбер: бәлә менән күҙгә-күҙ осрашыусыларҙың 40 проценты – 40 йәшкә тиклемгеләр. Килешәйек, йәш саҡта тәүәккәллек сифатын үҙ итәһең!
Бәхетһеҙлек осрағының аҙағын күҙаллау ҡыйын түгел – мөмкин­лектәре сикләнгәндәр юғары технологиялы һәм ҡыйбат медицина ярҙамына мохтаж. Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең комплекслы реабилитация алып барыуы һәм страховка менеджерҙарының хәстәрлеге арҡаһында уларҙың өстән ике өлөшөнөң яңынан сафҡа баҫыуы һөйөндөрә.


Вернуться назад