Кемдәр иркенлек ярата?30.01.2018
Кемдәр иркенлек ярата?Сәфәр сығыуҙы, ғөмүмән, юл йөрөүҙе ҡаланың шау-шыуынан ҡотолоу тип ҡабул итәм. Саманан тыш ашығыу, бер-берең менән этешеү-төртөшөү, ҡыҫылыу, сират тороу кеүек ваҡ-төйәк сыуалыштарҙы бер аҙға онотоп тораһың. Ә бында иһә иркенлек һәм рәхәт, барыһына ла һин хужа: теләйһең икән, туҡтап ял итеп ал, теләйһең икән, тәбиғәт ҡосағына сум. Унан инде тағы алға елдерәһең.


Төрлө урман, үҙәндәр, йылғалар кеүек тәбиғәт күренештәренә, күпер, юл үткәргес, туҡталҡа ише ҡоролмаларға, кафе, яғыулыҡ ҡойоу һымаҡ хеҙмәтләндереү урындарына таң ҡалып килә ятҡанда, бигерәк тә ҡышҡы һиллектә бына нимә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә – тибендә йөрөгән аттарға һоҡланмау мөмкин түгел.
Кемдең-кемдең, ә бына юлдашымдың быға ныҡ иҫе китте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, элегерәк, тимәк, күмәк хужалыҡтар “йәшәгәндә” уларҙы бының шикелле иркен йөрөтөү тигән нәмә ике ятып бер төшөнә лә инмәгән. Ғаилә ҡаҙнаһын байытыуға ярайһы тос өлөш индергән малыңды таң һарыһынан көтөүсе ҡарамағына тапшырып, күҙ бәйләнер алдынан бөртөкләп һанап көтөүҙән ҡаршы алғандар. Һыйыр йәки йылҡы малы тураһында һүҙ ҙә юҡ, ә инде хатта кәзә-һарыҡтар ҙа иген баҫыуына төшһә, ғәҙәттән тыш хәлгә тиңләгән быны. Булған бит тәртипкә өйрәткән заманалар.
Ғөмүмән, аттарҙың тибендә йөрөүен айырыуса Белорет, Учалы, Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында күҙәтергә мөмкин. Йәй буйы бесән әҙерләү мәшәҡәттәрен күреп үҫкәс, бик ҡыҙыҡ тойолдо әле. Яланда ашап туйып ҡайтҡас, хужаһы һарайында бесән-һаламды самалап ҡына һалалыр йәки бөтөнләй ырғытмайҙыр тигән фекер үтте баштан. Баҡтиһәң, уйлағанға ҡарағанда ла хәлдәр яҡшыраҡ икән. Тибен малы өсөн ялан кәртә лә, һарай ҙа ошо мөғжизә тулы тәбиғәт икән, икенсе төрлө әйткәндә, хан йәйләүенә тиң ерҙәрҙән улар ҡайтып инмәй. Хужаһы, киреһенсә, уларҙы барып ҡарап ҡына китә, ә тегендә-бында ҡыуалап йөрөтмәй.
Һәр ваҡыт ҡырҙа йөрөп ҡырағайланып китмәйҙәрме икән?
– Яҙға табан баш бирмәү кеүек холоҡтары һиҙелеп ҡала-ҡалыуын, – ти йылҡы малын иллегә еткергән Исламбай Хажиғәлиев. – Яңынан ҡулға эйәләштереү ауыр түгел. Аттар, бигерәк тә өйөр айғыры хужаһын таный. Осрашҡанда дөлдөлдөң нисек бышҡырыуына һәм сабыуына ҡарап, кәйефен тойомлайым. Иркендә рәхәт сиккән аттың ите лә тәмле, ҡымыҙы ла эсеп туйғыһыҙ.
Бынан бер нисә йыл элек уның аттары (28 баш) юғалған, көҙ миҙгелендә булған был хәл. Унан бер көн алда барып ҡарағанда теүәл йөрөгәндәр, ә иртәгәһенә... Ҡайҙан ғына эҙләп ҡарамағандар. Төнгө икеләрҙә Өфөнән Баймаҡҡа ҡайтып барған таксист ике һыбайлының бер өйөр йылҡыны йән-фарман көньяҡҡа ҡыуып алып китеп барғанын шәйләгән. Исламбай билдәлә­үенсә, ат урлаусылар бөгөн дә осраш­тырғылай, ҡараҡтар күрәләтә Ҡаҙағстан кешеләренә осорған уларҙы.
– Ат аҫрау бигүк еңелдән түгел, шуныһы, бесән әҙерләмәү кеүек бер мәшәҡәттән ҡотҡара, – ти ул. – Хужалыҡ йөгөн тартҡан көрән Буянды иҫәпкә алмағанда. Хәйер, кәртәңдән сығармай тотһаң, аҙыҡ күп кәрәк, ә тәүәккәл икәнһең, урман-яланға ҡыуалайһың инде. Билдәле булыуынса, борон-борондан башҡорттар атты үҙҙә­ренең бөтмәҫ хужалыҡ эштәренә ныҡлап йәлеп иткән. Яугирҙең уң ҡанаты тигән ҡанатлы һүҙ ҙә тиккә сыҡмаған. Бер йылды бейәмде трассала КамАЗ бәрҙергән, юлға сығып тоҙ ялаған булғандар. Өлкәне йәш айғырҙы тибеп үлтерҙе ҡасандыр, эйе, аттар һирәк-һаяҡ ҡазаланып тора. Тай атҡа еткерер, ат моратҡа еткерер, тибеҙ. Юғалтыуҙар осраштырғылауына ҡарамаҫ­тан, йылҡысылыҡтан баш тартыу тигән уй юҡ, киреһенсә, ниәт – күпләп үрсетеү.
Ул малайын да ат йәнле итеп үҫтерергә тырыша. Бәләкәс кенә булһа ла, топ-топ-топ итә, тауға менһә, һоп итә, үҙе бик шәп елдерә, бар ергә лә еткерә, тип шиғыр ҙа ятлап ишеттерҙе биш йәше менән барған улы.


Вернуться назад