Сапыҡта тапҡандар бәхеттәрен30.01.2018
Сапыҡта тапҡандар бәхеттәрен“Үтәһең дә ғүмерем ай үтәһең,
Ҡартайтып уҡ әрәм итәһең,
Ҡартайыуҙарыңа һис көймәйем,
Үлтереп тә харап итәһең”, – тип йырлай Сапыҡ ауылында тыуып, шунда ғүмер иткән 90 йәшлек Хөмәйрә апай.



Сапыҡ – Башҡортостаныбыҙҙың көнья­ғында, йәмле Оло Эйек буйында, урын­лашҡан иң боронғо ауылдарҙың береһе. Уның барлыҡҡа килеүе ХVIII быуат баштарына тура килә. Архив материалдарынан күренеүенсә, 1740 йылда 20 йәш­лек Сапыҡ Ибраһимов, атаһынан айырылып сығып, ошонда нигеҙ ҡорған. Тимәк, уның яҡынса 300 йыллыҡ бай тарихы бар.
Бөтә башҡорт ауылы ни кисерһә, улар ҙа шуны күргән. Заманалар ағышында ауыл тирә-яҡтан күсеп килеүселәр йә унан китеүселәр иҫәбенә берсә ҙурайып, берсә бәләкәсәйеп ҡалған. Шуныһы мәғлүм, 1740 йылда 13 йортта 90 кеше йәшәһә, 1795 йылда йорт һаны – 269, ә халыҡ 167-гә еткән. Ә инде 21 йылдан һуң 13 йорт урынына – 8 һәм 81 кеше генә ҡала, 9 йылдан һуң инде, киреһенсә, 37 йортҡа етеп, уларҙа 251 кеше йәшәгәне мәғлүм. Ибраһимовтар нәҫеле иң ҙурҙарҙан иҫәпләнгән, улар быуаттар буйы үҙ ырыуының бәҫен төшөрмәй һаҡлап килә.
Ауыл борон-борондан мәсетле, мәҙрәсәле, татыу кешеләре һәм заманында тирә-яҡта дан тотҡан баҙары менән билдәле булған. Хатта көндәрҙе лә баҙар исеме менән йөрөткәндәр. Мәҫәлән, аҙнаның икенсе көнө Сапыҡ баҙары менән билдәләнгән. Данлыҡлы баҙар Октябрь революцияһынан һуң да байтаҡ йылдар халыҡтың йыйылып, элеккесә кәсеп итер урыны иҫәпләнгән. Сауҙа итеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылыуы эргә-тирәләрҙе бында йыйғандыр. Һәр кем үҙенең ҡул эштәрен тәҡдим иткән: кемдер ҡамыт-дуға, һәнәк, тырма, көрәк, салғы, тауыҡ ояһы алып килгән, икенселәр бесән, утын, аяҡ кейемен алып сыҡҡан, ҡыҫҡаһы, көндәлек тормоштағы бөтә кәрәк-яраҡты ошонда табырға мөмкин булған. Әлбиттә, он, бойҙай, тары, көрпә, арыш, һоло кеүек аҙыҡ-түлек тә һатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән быуаттың 50-се йылдарында ябылған.
Сапыҡта хатта XX быуаттың башында уҡ амбулатория эшләгән.
I империалистик һуғышта әсиргә төшкән Абель орон Тунес күп йылдар фельдшер йөгөн тартҡан. Унан һуң да бында төрлө милләт кешеләре изгелек орлоғо сәскән, шулай ҙа оҙаҡ йылдар уны Шәмисә Ваһапова хеҙмәтләндергән.
Ауыл һәр саҡ аң-белемгә ынтылыусы халыҡты алға әйҙәүсе, әхлаҡты һаҡлап тороусы дин әһелдәренә бай һаналған. Унда тәүге иман йорто 1809 йылда һалынған, ә 1894 йылда иһә яңы мәсет төҙөлгән. Мәҙрәсә 1908 йылда һалынып, 1919 йылға тиклем үҙенең төп маҡсаты – дин әһелдәре әҙерләү, халыҡҡа белем биреү, ислам дине нигеҙендә йәштәрҙе тәрбиәләү эшен уңышлы алып барған. Имам-хатип һәм мөғәллим кеүек яуаплы бурысҡа 1852 йылдағы указ менән Мөхәмәтйән Ибраһимов тәғәйенләнгән һәм оҙаҡ йылдар ул үҙ бурысын намыҫ менән башҡарған. Архив материалдарынан күренеүенсә, ул йылдарҙа башҡарылған күп документтар тик уның ҡултамғаһы менән раҫланған. Ошо осорҙа хәҙерге хакимиәт хеҙмәткәрҙәре башҡарған эштәрҙе ауылдағы дин әһелдәре үтәгән. Уларҙың күп яҡлы бурысты ҙур яуаплылыҡ менән алып барыуҙары архив мәғлүмәттәрендә бөгөн асыҡ сағылыш тапҡан. Тимәк, дин әһелдәре – мулла һәм хәҙрәттәр тормошта ҙур роль уйнаған, улар аҡылы, белеме менән ихтирам, ышаныс яулаған шәхестәр һаналған.
Мәҫәлән, Әбделғәлләм Ибраһимов әле лә халыҡ хәтерендә һаҡлана. Ул бәләкәй саҡтан уҡыуға бик әүәҫ булған, әле мәҙрәсәгә бармаҫ элек әсәһе Вазифанан хәреф танырға өйрәнгән, хатта “Әфтиәк”те лә уҡый белгән. Дин өйрәткәнсә йәшәгән һәм Ҡөрьән уҡыған, заманында иң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем алған. Унда ул ғәрәп телен яҡшы үҙләштергән, ғәрәпсә шиғырҙар ҙа яҙған, ҡыҫҡаһы, оло дин әһеленә әйләнгән. Ситтә күп нәмәләргә өйрәнеп ҡайтҡас, тыуған ауылындағы мәсеткә имам-хатип итеп тәғәйенләнгән һәм мәҙрәсәлә уҡытҡан. Ул үҙ белемен ауылдаштарына ла бирергә тырышҡан, барыһын да дин ҡанундары нигеҙендә тәрбиәләргә ынтылған. Уны халыҡ Ғәлләм хәҙрәт тип кенә йөрөткән, тиҙәр. Заманының белемле, халыҡты аң-белемгә, әхлаҡҡа әйҙәүсе бына ошо Ғәлләм хәҙрәт Ибраһимовҡа минең тамырҙарым да барып тоташа. Хәҙрәт – ҡәрсәйем Фәғиләнең бер туған ағаһы. Әйткәндәй, ғәзиз кешем (атайымдың әсәһе) дә бик уҡымышлы булған. Ул ҡыҙҙары Йәмилә, Хәлимә, Хафаса һәм Зәйнәпте өйҙә уҡытҡан, атайым Ғибаҙулла, әлбиттә, атаһы Абдулла янында мәҙрәсәлә белем эстәгән.
Шул иғтибарға лайыҡ, дәүерҙәр ағы­шында теркәлгән барлыҡ үҙгәреш­тәрҙе, йән өҙгөс ҡыйралыштарҙы, яҙмышына төшкән кәмселектәрҙе башынан үткәргән, шул уҡ ваҡытта һәр саҡ тормош һынауҙарын намыҫ менән еңеп сыҡҡан көслө рухлы, ныҡлы ихтыярлы кешеләр йәшәгән ауыл ул – Сапыҡ. Хәҙер ҙә улар ата-бабаларының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй ғүмер итә. Заман талаптарына яраҡлашып йәшәйҙәр, йәштәр тыуған төйәгендә ҡала, өй һала, һәр береһе үҙ шөғөлөн тапҡан, бер һүҙ менән әйткәндә, бынамын тигән донъя көтәләр.
Төрлө сәбәптәр менән ситтә йәшә­гәндәре лә бәйләнешен өҙмәй. Тыуған төйәгенә ҡайтып умартасылыҡ, малсы­лыҡ, үҫемлекселек, урмансылыҡ кеүек ата-бабаларының шөғөлөнә тотона бәғзеләре. Ә бына Өфөлә төпләнеп, бик күп яуаплы вазифаларға ғүмерен бағыш­лаған Ғәлләм хәҙрәттең нәҫеле Әхмәҙей Ибраһимов һуғышҡа тиклем емерелеп, аҙаҡтан алып кителгән Иман йорто урынына ике манаралы таш мәсет төҙөп ултыртып ҡуйҙы. Уның муллаһы итеп Хәлил Дәүләтбаев билдәләнде. Бөгөн ауылға элеккесә нур сәсеп, ҡот өҫтәп ултыра ул. Халыҡ унда йыйылып намаҙ уҡый, йәштәр ислам дине серҙәрен өйрәнә, оло һәм урта йәштәгеләр рухи көс ала.
Ғәлләм хәҙрәттең нәҫел дауамы әле лә йөҙөн юғалтмаған, киреһенсә, тирә-яҡҡа тамырланған. Диндарҙың улы Сөнәғәтулла, ә уның ҡыҙы Хөмәйрәгә быйыл 90 йәш тулды, улай ғына ла түгел, шул уҡ Сапыҡ ауылында тыуып үҫкән һәм ғүмер иткән Әхмәт Хөсәйеновҡа ла – 90 йәш. Улар икеһе лә – бар ғүмерен үҙ ауылына ихлас хеҙмәт итеүҙә бәхетен тапҡан шәхестәр. 1946 йылда өйләнешеп, бына инде 72 йыл бергә ғүмер итәләр. Хөмәйрә менән Әхмәт Хөсәйеновтар ауылдаштары алдында ихтирам ҡаҙанған, фиҙакәр хеҙмәттәре Хөкүмәт тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар менән билдәләнгән. Өҫтәүенә ете балаға ғүмер биргән өлгөлө атай-әсәй ҙә улар. Хөмәйрә апай әйтеүенсә, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырабыҙ тип, көнө-төнө колхозда эшләһәләр ҙә, балаларға белем алырлыҡ шарттар ҙа тыуҙырғандар.
Хөсәйеновтар үҙҙәре кеүек намыҫлы илһөйәрҙәр үҫтергән. Балалары ғүмерҙәрен Башҡортостандың үҫешенә, халҡына хеҙмәт итеүгә сарыф итә. Уларҙың 19 ейән-ейәнсәре ошо көслө милли мөхиттә тәрбиәләнгән, һәммәһе лә юғары белемле, яҡшы белгестәр булып республикабыҙҙың төрлө төбәк­тәрендә хеҙмәт итә. Тағы 21 бүлә-бүләсәһе – Хөмәйрә инәй менән Әхмәт олатайҙың ҡыуанысы. Ҡыш өлкәндәр иң кесе ҡыҙҙары Гөлсәсәккә барып тора, ә яҙ тыуыу менән ашығып күптән түгел һалып ингән ҙур йорттарына ҡайталар. Өй эсендә уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Ә тыуған ауылы Сапыҡты улар һағына: “Ауылыбыҙҙың һауаһын бер һулау – үҙе бер ғүмер, Эйек һыуын эсеү тәнгә сәләмәтлек өҫтәй”, – тиҙәр. Әхмәт еҙнәй, ғәҙәттәгесә, башҡортса гәзит-журналдарҙы алдырып уҡый, илдә барған ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар, уларға ҡарата үҙенең тапҡыр фекерҙәрен әйтә.
Бына шулай, бөйөклөк кешенең йәшендә йә булмаһа белемендә түгел, ә донъяға аныҡ ҡарашында, аңлап ҡабул итеүендә, йәшәйешенән ҡәнәғәтлек ала белеүендә, тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеп, татыу донъя ҡороуында икәненә ошо эшһөйәрҙәргә, илһөйәрҙәргә ҡарап тағы бер инанаһың. Ҡартлыҡты ла улар тыныс һәм тейешенсә ҡабул итәләр төҫлө. Асыҡ йөҙлө, киң күңелле, көслө рухлы пар улар.
“Ғүмер эш менән тиҙ үтте, әйтерһең дә, беҙгә әле 18 генә йәш. Аллаға шөкөр, Хоҙайым беҙгә эш бәхетен дә, бала бәхетен дә, аш бәхетен дә йәлләмәй бирҙе”, – тип ҡыуана Хөсәйеновтар.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.


Күгәрсен районы.


Вернуться назад