Республикала урмандарҙа янғын осраҡтары йышая. Бөгөнгө мәғлүмәттәргә ярашлы, ун ерҙә ут сыҡҡан, уларҙы тиҙ арала һүндереүгә өлгәшкәндәр. Янғындарҙың дөйөм майҙаны 50,6 гектар тәшкил иткән, утты ауыҙлыҡлауҙа 176 кеше ҡатнашҡан, 38 берәмек техника ҡулланылған.
Урман янғындарын ваҡытында күреү-белеү өсөн янғын хәүефһеҙлеге мониторингы үткәрелә. Бының өсөн урман һаҡсылары төрлө ысулдар ҡуллана. Һуңғы йылдарҙа видеокүҙәтеү әүҙем файҙаланыла, осоусы транспорт ярҙамында ҙур майҙандарҙы һауанан күҙәтеү ҙә һөҙөмтә бирә. Төбәктә урман янғыны барлыҡҡа килһә, тиҙ арала ваҡиға урынына юлланырға әҙер торған 242 мобиль төркөм бар. Бынан тыш, һәр урман хужалығында үҙ ирке менән янғын һүндереүҙә ҡатнашырға теләгән 2400 кешелек дружина төҙөлгән.
Ҡуйы урманы менән дан тотҡан Бөрйән районында янғын хәүефһеҙлегенә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Шулай ҙа кеше ғәйебе менән бында ошо көндәрҙә ике янғын теркәлгән. Хәл-ваҡиғаларҙың барышын белеү өсөн Бөрйән урман хужалығы етәксеһе Рәмил Әмиров менән телефон аша бәйләнешкә индек. Ул беҙгә түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Бетерә һәм Көньяҡ Үҙән урман хужалыҡтарында янғын сыҡты. Мораҙым ауылынан бер кеше хужалыҡ сүп-сарын урман буйына алып барып ташлаған да ут төрткән. Әле тикшереү бара, уның кем икәнлеге асыҡлана. Ярай әле, ерҙең туң булыуы арҡаһында ҙур янғын сыҡманы, үлән тоҡанып киткән. Янғынды һүндереүҙә Мораҙым һәм Байғаҙы ауылдары халҡы дәррәү ярҙам итте. Ҡаялы тау-ташлы, урманлы төбәк булғанға, машиналар бында үтә алмай. Шуға ла ауыл халҡының тос ярҙамына рәхмәтлебеҙ. Ил төкөрһә, күл була, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Утҡа ҡоторорға ирек бирмәй, уны тиҙ арала ауыҙлыҡланыҡ. Мораҙым ауылында яҡынса 8 гектарҙа янғын сыҡҡан ине, Байғаҙы ауылы эргәһендә иһә тау битләүе янды.
Л. НУРЕТДИНОВА.