Йәмәғәт ойошмалары әүҙемлек күрһәтә30.01.2018
Былтыр республика прокуратураһы, йәмәғәт хоҡуҡ яҡлау ойошмаларынан килгән 86 мөрәжәғәтте ҡарап, һәр икенсе ялыуҙы ыңғай хәл иткән.
Мәҫәлән, “Рәсәй Федерацияһының ауыл сәнәғәте комплексы эшселәре профсоюзы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт берләшмәһенең Дүртөйлө район ойошмаһы урындағы өс хужалыҡта эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтары боҙолоуы тураһында хәбәр итә. Уларҙың 500-гә яҡын кешегә 10 миллион һумдан ашыу бурысы булған.
Район-ара прокуратура ғаризаларҙы судҡа тапшырған, ә етәкселәр адресына иһә, тиҙ арала эш хаҡын түләүҙе талап итеп, күрһәтмәләр ебәргән. Эш хаҡы түләмәгән өсөн бер етәксе административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Прокурор ҡыҫылғандан һуң хужалыҡтар эшселәргә 7,6 миллион һум бурысты ҡайтарған.
Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса йәмәғәт хоҡуҡ яҡлау ойошмалары мөрәжәғәттәре буйынса 506 эш судҡа ебәрелгән. Уларҙы ҡарау һөҙөмтәһендә, вазифалы ун кешенең һигеҙе – дисциплинар, икеһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.