Закон алдында барыһы ла тиң30.01.2018
Тәртип һағында тороу бурысы алған хеҙмәткәрҙәр, законды боҙоп, яуаплылыҡтан ҡасырға уйлай. Әммә ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң түгел, ә ике йылдан һуң да беленә икән.
Яңыраҡ Өфөнөң Октябрьский ҡала суды Тәфтиш комитетының төбәк идаралығының Өфө ҡала буйынса бүлектәренең береһенән 32 йәшлек тәфтишсене, Рәсәй Эске эштәр министрлығының төбәк ЮХХДИ идаралығынан 30 йәшлек инспекторҙы һәм 30 йәшлек адвокатты хөкөм итте. Улар аралашсы аша ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа, алдан һөйләшеп, бер төркөм кешеләргә ришүәт алыуға булышлыҡ итеүҙә ғәйепле тип табыла.
Хәл былай була. Былтыр июлдә ҡатын ЮХХДИ инспекторының административ протокол төҙөгәндә уға ҡул күтәреүе тураһындағы ялыу яҙа. Уны тикшергән тәфтишсе енәйәт эшен ҡуҙғатмау шарты менән инспекторҙан аҡса алырға була. “Килемле” эшкә адвокатты һәм уның туғанын – ЮХХДИ инспекторын йәлеп итә. Августа 150 мең һум күләмендә бүләк алғас, әшнәләре менән бүлешә. Шулай итеп, тәфтишсе енәйәт эшен яба, ә адвокат тикшереү алды документтарын яуаплылыҡҡа тарттырылыу янаған хеҙмәткәргә тапшыра. Эске эштәр министрлығының эске хәүефһеҙлек бүлеге төркөмдөң эшмәкәрлеген фашлай.
Енәйәт эшен тикшереү ваҡытында ғәйепләнеүселәрҙең «Volkswagen Jetta», «Citroen-С-CROSSER» и «Nissan Teana» автомобилдәренә арест һалына. Полицейский эске эштәр органы хеҙмәткәре намыҫына тап төшөргән өсөн эшенән ҡыуылһа, ә Тәфтиш комитеты хеҙмәткәре үҙ теләге менән китә.
Хөкөм ителеүселәр судта үҙ ғәйебен таный. Шулай итеп, тәфтишсе бер йылға иркенән мәхрүм ителә, ә әшнәләре бер йыл да алты айға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатыла.