Балыҡ тотоуҙың да тәртибе бар30.01.2018
Әбйәлил районынан 55 һәм 28 йәшлек ике ир Көньяҡ Үләнде күленә балыҡ тоторға юллана. Был күлдә балыҡ тотоу тыйылыуға ҡарамаҫтан, улар унда алты метр оҙонлоғонда ау һала.
Балыҡсыларҙың кәсебе уңышлы була – 374 балыҡ эләгә. Тик “шөғөлдәренең” аҙағы ғына күңелһеҙ тамамлана – мәкерле эш фашлана.
Суд уларҙы бер йыл да һигеҙ айға һәм ике йылға иркенән шартлы рәүештә мәхрүм итә. Шулай уҡ ауҙы юҡ итергә, резина кәмәне дәүләт файҙаһына тартып алырға тигән ҡарар сығарыла. Әле прокуратура, тәбиғәткә килтерелгән 73 мең һум күләмендәге зыянды ҡайтарыуҙы талап итеп, тағы ла судҡа мөрәжәғәт иткән.
Ҡомарлы уйынды ауыҙлыҡлап булырмы?
Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ҡомарлы уйындар тыйылһа ла, уйын автоматтарын тартып алып торһалар ҙа, был өлкәлә әле һаман тәртип урынлаштыра алмайҙар. Көн ҡаҙағында ҙур аҡсалар торғанда, “бер ҡуллы бандиттар”ҙың тиҙ байыуға илткән ҡомарлы уйындарҙан баш тартырға йыйынмауы аңлашыла.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең өс йыл дауамында алып барған оператив-эҙләү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә йәшерен казиноларҙан ике меңдән ашыу уйын ҡорамалы тартып алынған. Шул уҡ ваҡытта автоматтарҙың кемгә ҡарағанын билдәләгән бухгалтер документтары юҡ, йәғни хужалары билдәһеҙ.
Салауат ҡалаһы прокуратураһы уйын эшмәкәрлеген көйләү тармағында ҡануниәттең үтәлешен тикшереп, суд аша уйын автоматтарын дәүләт милкенә тапшырыуға һәм уларҙы юҡ итеүгә өлгәшә.