“Почта эше” судҡа тапшырыла30.01.2018
Рәсәй Тәфтиш комитетының тикшереү органдары 2016 йылда Ҡырмыҫҡалы районында почта хеҙмәткәрен үлтереү буйынса енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлаған, ул судҡа тапшырыласаҡ. Енәйәтте ҡылыуҙа Ғафури районынан – 28 йәшлек, Ауырғазы райо­нынан 49 йәшлек ир һәм урлашыуға булышлыҡ иткән ҡатын ғәйепләнә.

Тәфтишселәр фаразы буйынса, 20 августа иртәнсәк урындағы почта бүлексәһенән почтальон пенсия таратыу өсөн Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылы разъезына сыға, әммә уға тәғәйенләнгән урынға барып етергә насип булмай. Ауыл ситендә көтөп торған ирҙәрҙең 28 йәшлеге ҡатынға ташлана һәм, уның башына бер нисә тапҡыр ағас сүкеш менән һуғып, аҡсалы сумканы тартып ала. Енәйәт урынынан автомобилдә ҡасалар.
Пенсия таратҡандан һуң осраша торған урынға почта хеҙмәткәре килмәгәс, уның үле кәүҙәһен коллегалары эҙләп таба, ә 900 мең һум аҡса һалынған сумканан елдәр иҫкән була.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, һәләк булған ҡатындың хеҙмәттәше үҙенең 49 йәшлек танышына почтальон үтәсәк маршрутты, ваҡытты һәм яҡынса күпме аҡса менән юлға сығасағын алдан хәбәр иткән. Ир иһә, үҙенең йәш танышын ҡоралландырып, нисек эш итергә өйрәтеп ебәрә, ә үҙе уны машинала көтә.
Тәфтишселәрҙең һәм полиция органдарының нәтижәле эш итеүе һөҙөмтәһендә, бер кем дә күрмәгән шарттарҙа ҡылынған енәйәт ҡыҫҡа ваҡытта фашлана һәм ғәйеплеләр ҡулға алына.
Тентеү ваҡытында уларҙа 400 мең һумдан ашыу урланған аҡса табыла. Тәфтишселәр, хөкөмдө тәьмин итеү маҡсатында, судтан ғәйепләнеүселәрҙең мөлкәтенә арест һалыуға рөхсәт ала. Төрлө фән өлкәләрен файҙаланып, 15 эксперт тикшереүҙәре үткәрелә, 40-лап шаһиттан һорау алына. Йыл ярымдан ашыу алып барылған енәйәт эше 14 томға етә. Ошо көндәрҙә прокурор раҫлаған ғәйепләү һығымтаһы менән енәйәт эше судҡа тапшырыласаҡ.
Эйе, суды ла булыр, һәр кем тейешле язаһын да алыр, тик бер ғәйепһеҙ эшкә тип сығып киткән ҡатынды ғына кире ҡайтарып булмай...


Вернуться назад