Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә30.01.2018
Ә был дүрт “эшлекленеке” иһә ике йылдан һуң асыҡлана. Асығыраҡ әйткәндә, Өфө ҡалаһының Калинин районы прокуратураһы контрафакт алкоголь менән сауҙа иткән дүрт кешегә ҡарата енәйәт эше асты.

2014 йылда баш ҡалала йәшәгән дүрт ир, законһыҙ бизнес алып барыу маҡсатында берләшеп, контрафакт алкоголь етештерә башлай. “Кәсептәрен” тормошҡа ашырыу өсөн тәүҙә ҡуртымға гараж алалар һәм унда этил спирт менән һыуҙы кер йыуыу машинаһында бутап шешәгә ҡоялар.
Махсус операция ваҡытында тәртип һаҡлау органдары уларҙан 1100-ҙән ашыу биш литрлыҡ баллон һауыттарҙағы әҙер продукцияны тартып ала. Енәйәтселәр төрлө марка менән сығарылған араҡы һәм коньяктың бер шешәһен 550-650-шәр һум хаҡ ҡуйып һатҡан. Экспертиза ялған продукцияның хаҡын 2,2 миллион һумға торошло тип иҫәпләгән. Белгестәр эсемлектәрҙең сифаты тейешле талаптарға яуап бирмәүен асыҡлай.
“Кәсепселәр” үҙҙәренең ғәйебен тулыһынса таный. Төп ойоштороусының “BMW X6” автомобиленә арест һалынған. Шулай итеп, төркөм ҡулланыусылар ғүмеренә һәм һаулығы хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән ялған тауар етештергән, маркаланмаған алкоголь продукцияһын айырыуса ҙур күләмдә һатҡан өсөн закон алдында яуап бирәсәк.


Вернуться назад