Прокуратура йоҡламай30.01.2018
Генераль прокуратураның Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы закондарҙың үтәлешен күҙәтеү идаралығы, Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәтенең Волга буйы федераль округындағы төбәк-ара идаралығы коррупцияға ҡаршы көрәш ҡануниәтенең үтәлешен тикшереп, вазифалы һигеҙ кешене яуаплылыҡҡа тарттырҙы.

“Коррупцияға ҡаршы көрәш” һәм “Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждандар хеҙмәте тураһында”ғы федераль закондарҙы боҙоп, идаралыҡта вазифалы кешеләр килем һәм сығымдары, милек тураһында тулы йәки дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр биргән. Йәғни ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр тормош иптәштәренең килемен кәметеп күрһәткән, транспорт сараларының барлығын да “онотҡан”.
Прокурор тикшереүе һөҙөмтәһендә ике бүлек начальнигының территориаль орган етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса үтәгәндә үҙҙәренә ҙур эш хаҡтары тәғәйенләүҙәре асыҡлана. Ҡайһы бер дәүләт хеҙмәткәренең килеменән сығымының күпкә артыуын контролдә тотмағандар һәм был процедураны тейешле үтәмәү осраҡтары булған.
Генераль прокурор урынбаҫары сығарған күрһәтмәләр буйынса һигеҙ дәүләт хеҙмәткәре дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, ә берәүҙең сығымдары контролгә алынған.


Вернуться назад