Фәрештәм30.01.2018
Т. Миңнуллин һүҙҙәре,
Х. Дәүләтов көйө.

Гәрәбәнән теҙгән
мунсаҡҡайыңдың
Гәрәбәһе ҡайһы илдәрҙән?
Тапмаҫ, был тиеп уйлама,
табырмын
Елдәр эҙләп таба алмаҫ ерҙәрҙән.

Ҡушымта:
Беләҙегең, алҡаларың көмөштән,
Күңелдәрең ник һыуынды,
фәрештәм?
Йөҙөгөңә аҡыҡ ҡаштар
тапманым,
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне,
аппағым?

Ынйыларҙан теҙгән
мунсаҡҡайыңдың
Ынйылары ҡайһы ғына
яҡтарҙан?
Мин ҡағылған ҡайнар
ҡулҡайҙарыңа
Ҡағылдыра күрмә берүк
яттарҙан.
Ҡушымта:
Беләҙегең, алҡаларың көмөштән,
Күңелдәрең ник һыуынды,
фәрештәм?
Йөҙөгөңә аҡыҡ ҡаштар
тапманым,
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне,
аппағым?


Вернуться назад