Бәхет бер йылмайыр икән…30.01.2018
Беренсе иремдән айырылып, яңғыҙым йәшәп ятҡан осорҙа танышырға теләп, иғлан яҙғайным. Ул саҡта кешеләрҙең матур йәшәүенә һоҡланып, үҙемә лә шундай бәхет теләп, ҡулыма ҡәләм алғайным. Бик күп шылтыратыу булды…

Бөгөн Аллаһтың биргәненә шөкөр итеп йәшәйем. Төрлө кеше була икән. Икенсе иремдең яҙмышы бик ғибрәтле. Балалар йортонда үҫкән, тормошта ауырлыҡ менән йәшәп киткән, бар тапҡаны үҙ көсө менән. Ике айлап һөйләшеп торғас, осрашып ҡарарға булдыҡ. Шул күрешеүҙә үк уртаҡ ҡарарға килдек — бергә йәшәп ҡарайыҡ, тинек. Йортомдо ҡалдырып, уның янына күсенеп киттем. Балаларыбыҙ ҙа никах көнөндә күрешеп танышты.
Бер йылға яҡын бергә ғүмер кисерҙек инде. Ул мине өрмәгән ергә ултыртмай, һаҡлап, ҡәҙерләп кенә тора. Ҡулдары алтын уның. Ғүмер буйы иретеп йәбештереүсе булып эшләгән, алтынсы разрядлы оҫта ул. Ҡайһы саҡ үҙемдең бәхетемә үҙем ышанмайым. Ҡыҙҙарыма ла әйттем был юлы: “Бәхет миңә лә бер йылмайыр икән!” – тинем.
Ғүмер бигерәк тә ҡыҫҡа ул. Ошо миҙгелдәрҙе матур итеп, бер-береңде ҡәҙерләп, һөйөнөп, ҡыуанып йәшәргә кәрәк. Барыһына ла тыныс, имен тормош теләйем. Бәхет бер йылмая ул!

Дәүләкән ҡалаһы.


Вернуться назад