Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй?30.01.2018
Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй?Джентльмен һүҙе һеҙгә танышмы? Инглиз телендә ул тәү башлап “аристократ, мещан, аҡһөйәктәр затына ҡараған кеше” мәғәнәһендә ҡулланыла башлай. Бөгөнгө йәмғиәттә ысын джентльмендар бармы икән? Йәмәғәт транспортында урын биргән, гөлләмәләр бүләк иткән, ишек асып алдан үткәреүсе, үҙенең ҡатын-ҡыҙына ғына түгел, ә, ғөмүмән, бар гүзәл заттарға иғтибар күрһәтеүсе ир-уҙаман.
Был һорау ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үтә лә мөһим.


Европала аристократ ир-егеткә ҡатын-ҡыҙға ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға, уның күңелен күрергә, кәйеф-сафа, ресторан-кафеларҙа улар өсөн дә түләргә бурыс итеп ҡуйылған.
Әйткәндәй, замана ир-аттары йәмәғәт урындарында ҡатын-ҡыҙ өсөн түләү-түләмәү мәсьәләһенә нисек ҡарай һуң? Мәҫәлән, ҡыҙ менән әле икенсе осрашыуға ғына ашыҡҡан ир-егет кафела эселәсәк бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә өсөн түләргә үҙен бурыслы итеп тойорға тейешме?
Баҡтиһәң, төрлө илдә төрлөсә икән. Мәҫәлән, Ирландияла, Израилдә йәшәүсе ир-ат йәмәғәт транспортында ҡатын-ҡыҙға, ғәҙәттә, урын бирмәй, кафе, ресторанда түләй һалып бармай, супермаркеттарҙа балалары менән торған йәш әсәләрҙе сиратһыҙ үткәрмәй. Шул уҡ ваҡытта улар гүзәл заттарға йыш йылмайырға, комплименттар яуҙырырға тырыша.
Германияла шулай уҡ йәмәғәт урындарында ҡатын-ҡыҙ өсөн түләү ҡаралмаған. Хәйер, немкалар үҙҙәре үк ир-егеттәрҙең улар өсөн аҡса сығарыуҙарына ҡырҡа ҡаршы: “Мин – үҙаллы һәм финанс яғынан тотороҡло ҡатын һәм үҙем өсөн үҙем түләргә мөмкинлегем бар” тигән фекерҙә улар.
Норвегияла иһә ҡатын-ҡыҙ өсөн түләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта гүзәл заттарға транспортта урын биреү күренеше бик һирәк: ауырлы булмаһаң, ирҙәр урындарынан тормай.
Француз ирҙәре ҡатын-ҡыҙға комплименттар әйтергә, улар менән матур әңгәмә ҡорорға әүәҫ. Шул уҡ ваҡытта Францияның көслө заты бер аҙ һараныраҡ, имеш: һөйгәндәренә бүләк һатып алып бармайҙар, кафе-ресторандарҙа ла ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн бик йыш түләй.
АҠШ – ысын джентльмендар иле. Ирҙәр ҡатын-ҡыҙға иҫ киткес иғтибарлы: лифтҡа етәкләп тиерлек индерәләр, комплиментҡа һаранланмайҙар, бүләктең дә ҡиммәтлеләрен һатып алырға тырышалар. Ауыр сумкалы ҡатын-ҡыҙҙы сиратта алдан үткәрәләр.
Таиландта ирҙәр транспортҡа бер кемде лә – ҡатын-ҡыҙ булһынмы, ҡарт-ҡоромо, бала-сағамы – аямай һәм этешә-төртөшә салон үҙәгенә ынтыла. Әйткәндәй, Японияла ла ошо уҡ хәл.
Джентльмендар йәнтөйәге Англияла ысын ир-егеттәр бөтмәгән әле: үҙен аристократтарса тотоусылар һирәк түгел. Ә бына Чехия – феминизм күренеше еңеү яулаған төп илдәрҙең береһе. Чех ирҙәре ҡатын-ҡыҙҙарға хатта иғтибар бирергә лә ҡурҡа. Гүзәл заттар ирҙәренә ике-өс бала табып та, кафе-ресторандарҙа, кинотеатрҙарҙа үҙҙәре өсөн түләй. Шулай уҡ был илдә ирҙәр уларҙы сиратһыҙ үткәрмәй, ауыр сумкаларын ҡулдарына алмай...
Рәсәйҙә иһә ир-егеттәр, финанс хәлдәре ниндәй генә булмаһын, йәмәғәт урындарында сығымды үҙҙәре түләргә тырыша. Барыһы ла түгел, әлбиттә, әммә күпселек. Тимәк, беҙҙең ил ир-егеттәре — ысын джентльмендар!


Вернуться назад