Никахҡа ингән көн – йәшел туй, йәшлек һәм мөхәббәт байрамы.
Бер йылдан – ситса туй. Ситсанан тегелгән әйбер бүләк итергә ярай.
Биш йыл – ағас туй. Ир менән ҡатын был көндә ағастан эшләнгән бүләк ҡабул итә.
Алты йыл – цинк туй. Цинк һауыт-һабаны ваҡыты-ваҡыты менән ялтыратып торған кеүек, парлап донъя көтөүселәрҙең мөнәсәбәтен дә яңыртыу кәрәклеген иҫкә төшөрә.
Ете йыл – ҡурғаш туй. Парлап, бер һуҡмаҡтан атлаусылар көмөш аҡса менән алмаша.
Һигеҙ йыл – ҡалай туй. Был көндә ялтырап торған һауыт-һаба бүләк итәләр.
Ун йыл – рауза сәскәләр туйы. Болгарҙар был көндө Рауза көнө тип атай. Тантана сәбәпселәрен ҡыҙыл раузаларға күмергә мөмкин.
Ун ике – никель туй.
Ун биш – быяла туй. Ул һис кенә лә тоноҡланмаған мөнәсәбәтте һынландыра. Никахтағы парҙар быяланан эшләнгән бүләктәр ҡабул итә.
Егерме йыл – фарфор туй. Ошо тиклем ваҡыт ҡулға-ҡул тотоношоп атлаусылар ҡунаҡтарҙы яңы фарфор һауыт-һабаға һалынған ризыҡ менән һыйлай.
Егерме биш йыл – көмөш туй. Алтын балдаҡтар эргәһенә көмөшө кейелә.
Утыҙ йыл – ынйы туй.
Утыҙ биш йыл – туҡыма туй. Был көндә тынлыҡ һәм тыныслыҡ билдәһе итеп ашъяулыҡ бүләк итәләр.
Утыҙ ете ярым йыл – алюмин туй. Ғаиләнең оҙон ғүмерле һәм бәхете ныҡлы булыуы тураһында һөйләй.
Ҡырҡ йыл – ҡыҙыл яҡут туй. Никах балдағы ҡыҙыл яҡут ташы менән биҙәлә.
Илле йыл – алтын туй. Алтын балдаҡтар яңыһына алмаштырыла.
Алтмыш йыл – беренсе гәүһәр туй.
Алтмыш биш йыл – тимер туй. Был никахты бер нәмә лә тарҡата алмай тигәнде аңлата.
Етмеш йыл – икенсе гәүһәр туй.
Һикһән йыл – имән туй. Имән – тормош, мәңгелек, ныҡлыҡ һәм аҡыл символы.
Йөҙ йыл – ҡыҙыл туй.