Мөхәббәт һәм тоғролоҡ хаҡына30.01.2018
– Ииий, әбейкәйемде, – тигән булып Нурийән ағай бала кеүек күҙҙәренә баҡҡан Ишбикә инәйҙең төймәләрен рәтләп элә. Үҙ алдарына һәүетемсә донъя көтөп ятҡан был ололарға һәйкәл ҡуйырлыҡ. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн…


Улар бер-береһен бала саҡтан белә. Икеһе лә Хәлил ауылында тыуып буй еткергән. Бер класҡа уҡырға барған. Етенселә уҡып йөрөгәндәрендә генә бер килке аймылышып торғандар. Нуриман ағаһының “ҡара ҡағыҙ”ы килгәс, әсәһе, ҡото осоп: “Бында йөрөһәң, һине лә һуғышҡа алып ҡуйырҙар, ҡырға кит”, – тип ай-вайына ҡуймай, улының комбайнсы-тракторсылар курсына уҡырға китеүен йүнләй. Класташтары парта артында ултырып ҡала, ә ул Хәйбулла районына, Самарский тигән ергә, алты айлыҡ курсҡа уҡырға китә.
– 1943 йыл. Тылда эшсе ҡулдар етешмәй. Сәсеү мәле. Алты ай урынына өс ай уҡыттылар ҙа, май айында ҡайтып төшөп, сәсеүгә сыҡтым, – тип хәтерләй 15 йәшенән тракторға ултырған Нурийән ағай.
“Осҡон” колхозында механизаторҙар етешмәй. Ир-егеттәр һуғышта, бөтә эш үҫмерҙәр иңенә ята. Нурийән Абдразаҡов та фронт өсөн, Еңеү хаҡына аҡтыҡ көсөн түгә. Колхоздың Хәлил, Ишбулды бригадаларының күҙ төбәп торған берҙән-бер комбайнсыһы үҙенә йөкмәтелгән баҫыуҙарҙа ураҡты тамамлау менән икенсе бригадаларға, бүтән хужалыҡтарға ярҙамға ашыға. Үҫмер йәтеш кенә “Коммунар” тигән комбайнды эйәрләй, һуңынан “Сталин-6” тигәнен беркетәләр.
Быуындары нығыныр-нығынмаҫтан ауыр хеҙмәткә егелгән йәш-елкенсәк һуғыш тамамланғас, илде аяҡҡа баҫтырыуға ҙур өлөш индерә. Нурийән Сафа улы сиҙәм күтәреүҙә ҡатнаша. “Ана, тегендә – Сағыл аръяғында, Моронда, был яҡта Әлмөхәмәт юлы буйында сиҙәм ерҙәрҙе һөрөп, күпме сәсеү майҙандары булдырҙыҡ!” – тип ҡулдары менән кәрәкле йүнәлешкә ишаралап һөйләгән ағайҙы ҡыҙыҡһынып тыңлайым. Уның һайын ағай бирелеп китеп хәтер ебен тағатты, “Нати” тракторында ал-ял белмәй янып эшләгән йылдарына, Әлмөхәмәт МТС-ына йөрөп комбайн ремонтлаған йәшлек осорона әйләнеп ҡайтты.
Бер ауылдан булһалар ҙа, Ишбикә инәй менән өйләнешеүҙәре уйламаҫтан килеп сыға уларҙың. Алдан дуҫлашып, күҙләшеп йөрөмәйҙәр. Нурийән ағай бер туйҙан кейәү үңәре булып йөрөп ҡайтып килһә, ҡапҡа төбөндә уны ағай тейешле кешеһе ҡаршы ала. “Етәр һиңә лә буйҙаҡ булып йөрөргә”, – тип кәләш әйттерәсәктәрен хәбәр итә. Иҫ белгәненән таныш ауылдаш ҡыҙ – һабаҡташы Ишбикә менән шулай донъя ҡоралар. Был 1947 йылдың ноябре була.
Алты балаға – дүрт ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бирә Абдразаҡовтар. Йәмәғәтенән уңа Нурийән ағай. Ғаилә тылы ныҡ булғанға, көнө-төнө эштә була. Колхоздың Хәлил бригадаһын етәкләй. Аҙаҡ “Осҡон” колхозы Киров исемендәге хужалыҡ булып киткәс, 16 йыл механик булып эшләй. “Бөтә техника минең ҡарамаҡта. Баҫыуҙан ҡайтып ингән юҡ. Алмаш өлөштәр юллап, ҡырҙа ла йөрөлдө”, – ир егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр тигәндәй, 90 йәште ҡыуған ағайҙың “тимер ат” тураһында һөйләгәндә күҙҙәре осҡонланып китә.
Ниндәй генә йылдар булмаһын, коллектив хужалыҡты тотороҡландырыуға, үҫтереүгә үҙ ҡулдары менән булышлыҡ иткән, бының өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған, ауыл халҡының яҡты киләсәгенә ышанған Нурийән Сафа улының өмөт-хыялы колхоз тарҡалғас селпәрәмә килә. “Ә бит тырыштыҡ, көс түктек. Хаҡлы ялға сыҡҡас та колхозға хеҙмәт иттем, ҡарауылда йөрөнөм. Тик бөгөн, ҡартайған көндә, ярҙам һорап барырҙай урыныбыҙ юҡ”, – тип әсенә ул.
Ишбикә Әғзәм ҡыҙы ла колхозға хеҙмәт иткән. Хужалыҡ баҡсаһында йәшелсә үҫтергән, ырҙында иген таҙартыуҙа йөрөгән, йылдың-йылы йәмәғәт малына бесән әҙерләүҙә ҡатнашҡан, ҡырсылыҡта эшләүселәргә икмәк бешергән, май заводында оператор булып эшләп, пенсияға сыҡҡан.
Балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп, Тыуған ил өсөн кәрәкле һөнәр эйәләре итеп үҫтерә улар. Гөрләтеп туйҙар үткәрәләр, нигеҙ ҡороуға ярҙам итеп оло тормош юлына сығаралар. Мәрүән комбинатта электрик булып эшләй, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән. Тау-металлургия институтының төҙөлөш факультетын тамамлаған. Һөнәре буйынса колхозда, ДРСУ-ла эшләй, бер осор Хәлил ауыл биләмәһен етәкләй. Штукатур-маляр һөнәрен үҙләштергән Мәүлиҙә Санкт-Петербургка юллана һәм шунда ҡала. Резеда менән Ишмырҙа Магнитогорскиҙа.
Бала ҡайғыһын да кисерергә тура килгән ата-әсәгә. Улдары Иштимерҙең ғүмере йәшләй генә юл һәләкәтендә өҙөлә. Ваҡыт дауа. Бөгөн улар ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына, уңыштарына һөйөнөп йәшәү дәрте ала.
Ябай ғаилә – ауылымдың иң оло кешеләре, ул ғынамы, иң оло ғаилә пары тураһында яҙғанда, баштан бер серҙе сисмәй торҙом. Бынан бер нисә йыл элек был парҙың хәбәрсе Илдар Байбулатов төшөргән ҡыҙыҡлы, ҡарау менән йылмайыу тойғоһо тыуҙырған фотоһүрәттәре Интернет селтәрендә күпселектең иғтибарын йәлеп итте, ыңғай ауыл ҡарттары хатта киң мәғлүмәт сараларының ҡыҙыҡһыныуын уятты. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлағанда ла бер-береһенә һөйөү хистәрен юғалтмаған, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, шаярып-көлөп йәшәгән ололар “Комсомольская правда” гәзитенең, БСТ каналының геройҙарына әүерелгәйне шул саҡ. Былтыр “Юлдаш” радиоһы Ололар көнө айҡанлы “Бәйләнештә” сайтында ойошторған фотобәйгелә лә еңеүсе булып, радионың логотибы төшөрөлгән стена сәғәте менән бүләкләнгәндәр.
Һуңғы йылдарҙа Ишбикә инәйҙең генә сәләмәтлеге һиҙелеп насарайған. Эргәһендә күҙ-ҡолаҡ булған терәге – Нурийән ағайҙың ярҙамы менән өйҙә көскә ҡыбырлап йөрөй. Балаларына артыҡ мәшәҡәт һалмаҫҡа тырышалар. “Ауылдағылары көн дә тиерлек хәл белешергә килеп торһа, ҡырҙағылары ял һайын ҡайтып, донъя-ҡаралтыны, үҙебеҙҙе тәрбиәләп китә”, – ти Нурийән Абдразаҡов.
– Ииий, әбекәйгенәм, – тигән булып яратып, ғүмер юлдашының арҡаһынан һөйә Нурийән ағай. Ишбикә инәй хәҙер бөтөнләй тиерлек һөйләшеүҙән ҡалһа ла, ихлас ҡарашын бабайына төбәй. Ирекһеҙҙән күҙгә йәштәр эркелә. Йәлләүҙән түгел, һоҡланыуҙан. 70 йыл дауамында һүрелмәгән хистәр сафлығына, мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа һоҡланыуҙан.
Бер-береһен аңлап, яратып йәшәгән бәхетле парҙарға ғына Хоҙай Тәғәлә лә тиң оҙон ғүмер насип итәлер. Шуға ла Ишбикә менән Нурийән Абдразаҡовтар кеүек үҙҙәренең таж туйына етеүселәр бик һирәк...

Әбйәлил районы.


Вернуться назад