19 апрелдә Октябрьский ҡалаһында ҡала округы Советы ултырышы булды. Унда хакимиәт башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Совет ҡарары менән Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Сергей Молчанов тәғәйенләнде.
***
Ошо уҡ көндә Сибайҙа ла ҡала округы Советы ултырышы булды. Унда хакимиәт башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Совет ҡарары менән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Хәлит Сөләймәнов тәғәйенләнде.
Л. ФӘРИТОВА.