Бала бағыу – иң яуаплы һөнәр26.01.2018
Бала бағыу – иң яуаплы һөнәр“Бала табыу һөнәр түгел, бала бағыу – һөнәр”, “Баланы баштан, талды йәштән бөк”, “Баланы бишектән өйрәт”, “Бала саҡтан кергән ғәҙәт ғүмергә ҡалыр”… Элек-электән халҡыбыҙҙа бала тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленгән, балаларҙы тәүфиҡлы, әҙәпле, кешелекле итеп үҫтереүгә олатай-өләсәйҙәребеҙ күп көс һалған. Бөгөн дә, заман тынғыһыҙлығына һылтанмай, бала тәрбиәләүҙе, уның күңелен үҫтереүҙе төп бурысы итеп алған йәш ғаиләләрҙең булыуы һөйөнөслө.


Бөрйән районының Ҡурғашлы ауылында йәшәүсе Фәймә менән Ильяс Асҡаров­тар ҙа был йәһәттән күптәргә өлгө булыр­лыҡ.
Килдеғол ҡыҙы Фәймә – Сибайҙа, Ҡур­ғашлы егете Ильяс Благовещенда уҡыу йорттарын тамамлағас, 2010 йылда Өфөлә Салауат һәйкәле янында танышып-дуҫлашып китә. 2011 йылда никах уҡытып, Ильяс әрме сафтарында йөрөп ҡайтҡас, 2012 йылда гөрләтеп туй үткәрәләр. Бөгөн был ғаиләлә сәскәләй ике ҡыҙсыҡ – дүрт йәшлек Йәнгүзәл менән ике йәшлек Фаягөл үҫә.
– Балалар тыумаҫ элек сигеү, бәйләү кеүек ҡул эштәре менән мауыҡтым, хәҙер ул шөғөлдәрҙе ситкә ҡуйып, буш ваҡы­тым­ды балалар менән үткәрәм: бергәләп саф һауала йөрөйбөҙ, төрлө уйындар уй­най­быҙ, ҡыҙҙарым миңә һауыт-һаба йыуыша, билмән, бәлештәр ҙә бөрөшә. Була­саҡ хужабикәләр бит, хәҙерҙән үк эшкә өйрән­һендәр тим, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә беҙгә бәләкәйҙән эшкә һөйөү тәрбиәләне, – ти хәстәрлекле әсәй.
– Ҡыҙҙарыбыҙға ҡул күтәреү, тупаҫ итеп әрләү – беҙҙең ғаилә өсөн ят күренеш. Бала ғына бит улар – шаярырға, энергияларын бөтөргәнсе уйнарға тейештәр. Балаларҙы баҫып, күп нәмәне тыйып үҫ­тер­гәнгә лә, беҙҙең халыҡта баҫалҡылыҡ үтә көслө тип уйлайым, – тип һүҙгә ҡушыла атай кеше.
Баланың ваҡ моторикаһын үҫтереү уның камиллашыуына ҙур йоғонто яһаға­нын яҡшы аңлай Асҡаровтар. Шуға ла ҡыҙҙарҙың пластилиндан һындар әүәләүе, һүрәт төшөрөүе, төҫлө ҡағыҙ, ҡайсы менән эш итеүе, пазлдар йыйыуы, ярмалар ме­нән уйнауы – ғәҙәти күренеш, атай-әсәй­ҙәре уларға төрлө-төрлө үҫтереүсе уйынсыҡтар ҙа алып бирә.
Йәнгүзәл һәр кис һайын атаһы менән шашка уйнай икән!
– Балалар баҡсаһынан ҡайтҡанда, урамда йөрөгәндә ҡыҙҙарға үләндәрҙең, ағастарҙың исемдәрен өйрәтеп барам. Балалар былай ҙа ҡыҙыҡһыныусан бит, бөтә нәмәне белергә, отоп алырға ғына торалар. Яңы йырҙар, шиғырҙар, әкиәттәр, тиҙәйткестәр өйрәнәбеҙ, – ти үҙе башлан­ғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләүсе Фәймә Сәғит ҡыҙы.
Ата-әсәнең һәм улар менән бер һүҙҙән булып эшләүсе балалар баҡсаһы тәрбиә­сеһе Фирүзә Шәрәфетдинованың тырыш­лы­ғы тәүге һөҙөмтәләрен бирә лә баш­лаған – тәтелдәп торған сос Фаягөл “Урал батыр” эпосының 40 юлын ятлап, район кимә­лендәге конкурста “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеү яулаған, республика кимәлендәге конкурсты асыу тантанаһында сығыш яһап, иң йәш ҡатна­шыусы булараҡ бүләк тә алып өлгөргән.
Шат тауыштары яңғырап торған ҡыҙсыҡтарҙың бәхете – атай-әсәйҙең татыу, берҙәм булыуында.
– Бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, тәнҡитләмәй генә йәшәргә тырышабыҙ, – ти Фәймә. – Иптәшемдең ҡулы ипле, һәр нәмәне төптән уйлап, йөҙ ҡат үлсәп эшләй, шуға ла ҡайнағалары, кейәү, бүлмә бүлешергә кил, йә ишек, өҫтәл эшләп бир әле, тип саҡырта һалалар.
Ысынлап та, Ильяс Фәһим улының ҡулдарына һоҡ­ланмау мөмкин түгел – ул эшләгән өҫтәл-ултырғыстар, шкафтар, тахталар һәм башҡа йыһаздар фабриканы­ҡынан матурыраҡ та, сифатлыраҡ та! Элекке йыл ул шулай уҡ ғаиләһен ҡышҡы баҙ эшләп ҡыуандырған – баҡ­салары ҙур булғас, картуфтың күп өлөшөн, йәшелсәне шунда һалалар ҙа, яҙын асып, киләһе уңышҡа тиклем рә­хәтләнеп ашайҙар, үҙҙәренән артҡанын һатып та ебәрәләр.
– Баҡса ҡарарға ярата Ильяс. Түтәл, теплицаларҙы әҙерләп, тиреҫен һалып бирә. Йәй йылы булған йылдарҙа июнь уртаһынан үҙ ҡыярыбыҙҙы ашай башлайбыҙ. Өй тирәһенә ағастар ултырта, йәшәй башлағанда ултыртҡан урман сәтләүеге хәҙер апаруҡ булып үҫеп килә. Киләсәктә бал ҡорттары алырға ниәтләй. Ҡортсолоҡ һәм ағас эше буйынса китаптар яҙҙырып алып, белемен камиллаштыра, – ти иренең һәр ғәмәленән риза хужабикә.
– Ә миңә кәләшемдең тәмле итеп бешеренеүе, тоғро һәм хужалыҡ эштәренә оҫта булыуы оҡшай, – ти айыҡ тормош алып барыусы ғаилә башлығы.
Телде йоторлоҡ тәмлекәстәр әҙерләүсе, шифалы үләндәр йыйып, мунсанан һуң ғаиләһен үлән сәйҙәре менән һыйлаусы Фәймә йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй – уҡыусылары менән мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙа ҡатнаша, ауылдағы байрамдарҙы ойоштороша, концерттарҙа алып барыусы булараҡ та сығыш яһай.
Әле Асҡаровтар Ильястың ата-әсәһенең иҫке өйөндә йәшәй. Үткән йәйҙә ишек алдында газобетондан 7х9 квадрат метр ҙурлығында йорт күтәргәндәр, уның цоколь ҡатында ла бүлмәләр эшләмәкселәр. “Бер-ике йылдан килер кәрәк ине һеҙгә, унда өйөбөҙгә күскән булыр инек”, – ти хужалар, йылмайып. Барырбыҙ ҙа әле – өйөгөҙ тулы ҡот-бәрәкәт, бәхетегеҙ түңәрәк булһын.

Бөрйән районы.


Вернуться назад