Тарих төпкөлөнән килгән биҙәүестәр26.01.2018
Башҡорт милли биҙәүестәре — тарих төпкөлөнән быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килтерелгән ижад емеше. Улар халыҡтың йәшәү рәүешенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына бәйле ҡалыплаштырып, тормош ихтыяждарынан сығып барлыҡҡа килтерелгән.
Кейем кеүек, аҫыл биҙәүестәр ҙә ир-аттыҡына һәм ҡатын-ҡыҙҙыҡына бүленгән. Ирҙәрҙекенә — мөһөрлө балдаҡтар, ә ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренә сулпылар — баҡыр һәм көмөштән парлы биҙәүестәр, алҡалар, беләҙектәр, мунсаҡтар керә.
Кейемде биҙәү өсөн башҡорттар көмөш аҡса, мәрйен, быяла, гәрәбә, диңгеҙ ҡабырсаҡтары, аҡыҡ (сердолик) файҙаланған. Материалдарҙың бер өлөшөн Көнсығыш һәм Кавказ илдәренән һатып алғандар.
Ҡатын-ҡыҙ күкрәген биҙәү өсөн түшелдерек (күкрәксә) ҡулланған. Уларҙы тығыҙ буҫтауҙан тегеп, тәңкә, ынйы, мәрйендәр, сылбыр, зыңғырлауыҡтар, ҡабырсаҡтар, айылдар менән семәрләп, селтәрләп биҙәкләгәндәр. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә йәшерәктәре, сәсенә селтәрле йәки биҙәкле, төҫлө быяла һәм төрлө таштар ҡуйылған сулпы таҡҡан. Ҡыҙҙарҙың махсус сәс биҙәүесе сәсмәү, елкәлек һәм арҡалыҡ булған. Сәсмәү бер нисә төрлө төҫлө муйынсаҡтар, быяла йәки мәрйен теҙелгән ептәрҙән торған, улар бер-береһенә ҡайыш йәки ҡурғаш менән нығытылған. Өҫкө яҡтан оҙон булмаған епкә беркетелеп, толомға нығытып ҡуйылған, ә аҫ яғы төҫлө ебәк йәки йөн суҡтар менән тамамланған.
Елкәлек тигән биҙәүестәр ныҡ таралған булған. Елкәлекте ҡыҙҙар толом өҫтөнән йөрөткән. Ул оҙонса, өҫкө яғы уралған туҡыма киҫәге булған ҡалын эслекле, ус аяһы ҙурлығында, тотош мәрйен менән ҡапланған.
Иң йыш осраған биҙәнеү әйберҙәренән һырғаны (алҡа) атарға мөмкин. Һырға үҙ-ара тоташтырылған ҙур көмөш тәңкәләрҙән йәки сүкеп биҙәк төшөрөлгән тимер тәңкәләрҙән торған.
Һаҡал менән селтәр башҡорт халҡында киң таралған, әммә төбәктәренә ҡарап, төрлөсә биҙәлгән. Уға ҡарап, башҡорттарҙың йәшәгән төбәген, социаль хәлен билдәләп булған.
Һарауыс башҡорт милли кейемендә ҡатын-ҡыҙҙарға маңлай өсөн биҙәүес булып һаналған. Ул семәрләп һуғылған киндер туҡыманан эшләнгән. Ҡыҙыл йәки һоро төҫтәге буй туҡыма менән ҡаймаланған.
Кейем биҙәүестәренең тағы береһе – ҡаптырма металл (көмөштән эшләнгән айыл, ырғаҡ, сулпыларҙан) йыйылмаларынан торған билбау. Көмөш башҡорттарҙа биҙәүес кенә түгел, ә һаҡлаусы, дауалаусы металл булараҡ ҡулланылған. Ен-шайтан килмәһен тип, башҡорт ҡатындары көмөштән һырға, беләҙек, йөҙөк таҡҡан.