Һүҙ ишетһәң...26.01.2018
“Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Боҙоҡ кеше бер хәбәр менән килһә, аңғармаҫтан ғәйепһеҙгә зыян килтереп, аҙаҡтан үкенмәҫ өсөн, (ул хәбәрҙе) асыҡларға тырышығыҙ”, – тиелә “Әл-хөжөрат” сүрәһендә.

Аяттан күренеүенсә, һәр ваҡыт уйлап эшләү, үҙеңде ҡулда тотоу зарур. Ғауға тыуҙырырҙай һүҙ (ғәйбәт) ишетелде икән, ҡыҙыу баш­тан ярһып, әллә ниҙәр ҡуп­та­рып ташлауҙан һаҡланырға кәрәк. Әй­тел­гәндәр дөрөҫмө һуң? Һүҙ ташып йөрөгән әҙәм, ғө­мүмән, үҙе кем, уны һәйбәт беләһеңме, ышаныслымы? Ғәйбәт һатҡандың күңе­ле, уй-ниәттәре таҙа буламы? Кемделер насарлап һөйләп, тормошона ҡы­ҫылырға уның ниндәй хоҡуғы бар?
Үҙ-үҙеңә ошоноң кеүек һорауҙар биреп, фекер йө­рөткәндән һәм ты­ныс­ланғандан һуң ғына дөрөҫ ғәмәл ҡылырға юл асылыр. Ҡара­рың ниндәй генә булмаһын, шуны онотмау зарур: бер-береңде ғәфү итеү, күңелдә үпкә йөрөтмәү, асыу-нәфрәт утынан һаҡланыу, һәр нә­мәгә изгелек менән яуап биреү, татыулыҡҡа ынтылыу – тормошта иң ҙур бәрәкәт. Әҙәм балаһының бындай сифаттары үҙе генә түгел, тотош йәмғиәт өсөн дауа, рухи сәләмәтлек.


Вернуться назад