Һүҙ – һәр заманда ла иң ҡеүәтле ҡорал. Кәрәк сағында ул әҙәм балаһының осор ҡанаттарын һындырыр, шул уҡ ваҡытта бөгөлөп төшкәнгә ҡалҡынырға ҡул һуҙыр көскә эйә. Һүҙҙәр донъяһы булған әҙәбиәтебеҙгә иһә тотош кешелектең рухи донъяһын хәстәрләү бурысы йөкмәтелгән: ул йәшәүгә ынтылыш бирергә, һулар һауалай хеҙмәт итергә, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәргә тейеш.Исламда борон-борондан һүҙ сәнғәтенә ҙур иғтибар бүленгән. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадынан күреүебеҙсә, мәҫәлән, сәсәндәр араһында ярыштар уҙғарыу мәртәбәле йолаларҙың береһе булған. Һөҙөмтәлә тапҡыр теллеләр тотош йәмғиәттә абруй ҡаҙанған, терәк-таянысҡа әүерелгән. Сәсән һүҙе иң кәрәкле ваҡытта әйтелеп, милләт, өммәт, халыҡ тарихында мөһим ваҡиғаларҙың нигеҙе булып торған. Бындай тел ҡөҙрәте артабан яҙма әҙәбиәттең дә төп нигеҙенә әйләнгән.
Һүҙ көсөнөң иң юғары өлгөһө – “Ҡөрьән Кәрим”. Изге китапта, шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә кешелек өсөн икһеҙ-сикһеҙ аҡыл, асылып бөтмәгән хикмәт ята. Уларҙың бөйөк тәрбиәһе киләсәк әллә күпме быуын вәкилдәренә тура юл күрһәтәсәк, яңы асыштарға юлыҡтырасаҡ әле.
“Аллаһ Тәғәлә буш һүҙ менән ваҡыт үткәргәнде яратмай”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әйтелгән һәр хәбәр, яҙылған һәр юл, әҫәр әҙәм балаһының йәшәүе өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, мосолманға үҙ фекерен белдерерҙән алда башҡаларҙы иғтибар менән тыңлай белеү зарур. “Тел берәү, ҡолаҡ икәү” тигән әйтем юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрергә тейеш түгел” тигән һүҙҙәре – тәрбиәнең мәңгелек өлгөһө.
Һүҙ – тыңланғанда, әҙәбиәт уҡылғанда ғына йәшәй, тамыр нығыта. Әгәр ҙә ки халыҡ уларҙан ситләшә икән, айырымланыу, тарҡалыу башланыуын иҫтә тотоп, балаларыбыҙ күңелендә нәфис әҙәбиәткә, китапҡа һөйөү тәрбиәләү мөһим, тип өйрәтә зыялыларыбыҙ. “Ҡөрьән Кәрим”дәге беренсе аят “Һине юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тип башланған, Пәйғәмбәребеҙ мөбәрәк хәҙисендә: “Шиғырҙа сихри көс бар”, – тигән икән, әҙәбиәтебеҙҙең тамыры дөйөм көс менән нығытылырға тейеш. Һөҙөмтәлә ҡәләм оҫталарының тел ҡөҙрәте тағы ла артыр.
Яҙыу, ижад эше менән шөғөлләнгәндәргә олуғ мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың нәсихәттәре:
* Ишеткән нәмәләрегеҙҙең яҡшыларын яҙығыҙ, насарҙарын күңелегеҙҙән юйығыҙ. Аҡҡа төшкәнде иң тәүҙә дошман күҙе менән баһалап тикшерегеҙ.
* Яҙған ваҡытта ҡәләмегеҙгә хужа булығыҙ. Халыҡтың мәртәбәһен, ғәҙәттәрен хөрмәт итегеҙ. Яҙмаларығыҙ фанилыҡта аҡыл эйәләре алдында һәм ахирәттә йөҙ ҡыҙартырлыҡ булмаһын.
* Телегеҙ һәм ҡәләмегеҙ менән һис кемде рәнйетмәгеҙ, һүкмәгеҙ, әҙәмдәрҙең йәнен ғазапламағыҙ. Башҡаларҙан бигерәк үҙ хаталарығыҙҙы тикшерегеҙ, уларҙы төҙәтергә тырышығыҙ.
* Яҙған ваҡытта булдыра алмағанға тотонмағыҙ, мәртәбәлерәк күренеү өсөн көсәнмәгеҙ. Ошо рәүешле тыуған әҫәрҙәрҙең әһәмиәте юғала, яҙған кешенең дәрәжәһе түбән төшә.