Сибайҙар “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына алты проектты тәҡдим итә, һәм шуларҙың бөтәһе лә еңеп сыға. Проекттарҙың дөйөм хаҡы
4 миллион 956 мең 029 һум тәшкил итә. Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Ғаяз Хәсәнов әйтеүенсә, проекттарҙың барыһы ла тиерлек мәғариф бүлеге учреждениеларының, спорт һәм сәнғәт мәктәптәренең биналарына ремонт эшләүгә ҡайтып ҡала. Халыҡтың белем усаҡтарын яңыртыу маҡсатында дәррәү тауыш биреүе хуплауға лайыҡ. Йылдар дауамында йыйылып килгән проблеманың бер йыл эсендә хәл ителеүенә үҙебеҙ ҙә хайран ҡалдыҡ, ти сибайҙар.
Әгәр ошоға тиклем был программала район ауылдары ғына ҡатнаша алһа, ике йыл рәттән ҡала ерендә йәшәүселәр ҙә тауыш биреп, проектты һайлау мөмкинлеге алды. Әйткәндәй, ҡала халҡы быйыл да “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында әүҙем ҡатнаша. Тап ошо көндәрҙә һәр урында, ойошмаларҙа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәргән төрлө проекттар тәҡдим ителә, халыҡ хөкөмөнә сығарыла.
Төйәләҫ ҡасабаһы, ике йыл рәттән программала ҡатнашып, һис тә отолманы. Үткән йыл улар мәктәптә өлөшләтә капиталь ремонт яһай. Ҡаланың иң тәүге белем усаҡтарының береһе – 1-се мәктәптең фасады өр-яңы төҫ ала, 8-се мәктәптең иҫке ағас тәҙрәләре яңыларына алмаштырыла. 14-се мәктәп уҡыусыларына хәҙер физкультура дәресендә хәүефләнергә кәрәкмәй, сөнки спорт залы бар талаптарға ярашлы йыһазландырылған.
Күренеүенсә, сибайҙар былтыр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында бик әүҙем ҡатнашҡан. Йылдар буйы хәл ителмәгән мәсьәләләр халыҡтың әүҙемлеге һәм ышанысы арҡаһында аҡрынлап булһа ла тормошҡа ашыуы – үҙе үк программаның кәрәклеген раҫлаған асыҡ миҫал. Быйыл да ҡала халҡы һынатмаҫ, иң кәрәкле проекттар өсөн тауыш бирер, тип ышанғы килә.