Уҡытыу сифатын яҡшыртыу — көнүҙәк бурыс21.04.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһының Дөйөм тарих институты директоры Александр Чубарьян һәм Рәсәй дәүләт гуманитар университеты ректоры Ефим Пивовар менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Осрашыу барышында Рәсәйҙә тарих фәнен үҫтереү мәсьәләләре, шулай уҡ Башҡортостандың һәм тотош Рәсәйҙең урта белем биреү учреждениеларында тарихты һәм төбәк компоненттарын уҡытыу үҙенсәлектәре тикшерелде.
Осрашыуҙан һуң журналистар менән аралашыу барышында Александр Чубарьян, ғалимдар Өфөгә Рәсәй мәктәптәрендә төбәк компоненттарын уҡытыуҙы яҡшыртыу мәсьәләләренә арналған конференцияла ҡатнашыу өсөн килде, тип билдәләне.
— Республика Президенты менән Башҡортостанда ғына түгел, тотош илдә тарих фәнен үҫтереүҙең ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк мәсьәләләре буйынса әңгәмәләштек. Президенттың тарихҡа мөнәсәбәте, ошо мәсьәлә менән етди ҡыҙыҡһыныуы ҙур тәьҫир ҡалдырҙы, — тине Александр Чубарьян.
Ефим Пивовар әйтеүенсә, мәктәптә тарихты уҡытыу сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән проект эшләнәсәк, һәм ул Башҡортостанда тормошҡа ашырыласаҡ.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад