2000 йылдың 13 июлендә Иглин районында ете йәшлек бала эҙһеҙ юғала. 18 йыл самаһы элек Бәләбәйҙә йәшәгән Кенан Мостафаев “Һәргәй” балалар лагерынан ғәйеп була. Уҙған аҙнала ирекмәндәр йәнә листовкалар йәбештереүҙе һәм эҙләү эштәрен ойошторҙо.Тәүҙә ата-әсә баланы үҙаллы табырға маташа, һуңынан полиция, ирекмәндәр, детективтар, экстрасенстар, журналистар, вайымһыҙ булмаған кешеләр, интернет, телевидение йәлеп ителә. Эҙләү ғаиләне Төркиәгә алып килә.
Үҙәк телевидение аша “Көт мине” тапшырыуын ҡараған тамашасыларҙың хәтерендәлер. Антальяла бер йәш егет ҡот осҡос юл фажиғәһенә эләгеп, хәтерен юғалта. Уның Рәсәй гражданы булыуы ихтимал. Ошо егетте тәрбиәгә алған ҡатын уға Өмөт тип исем ҡушҡан. Уны фалиж һуҡҡан, бер кемде лә танымай һәм һөйләшмәй.
– Әле ДНК-стадияһы бара. Өмөттөң йәше, документтарының булмауы, тарихы 18 йыл элек юғалған малайға тап килә. “Көт мине” тапшырыуы журналисы аша Өмөттө күреү мөмкинлеге тыуҙы. Беҙҙең осрашыу йылы үтте. Ул өс сәғәт буйы минән күҙен алманы, ләкин уның беҙҙең улыбыҙмы, юҡмы икәнлеге ДНК анализының һөҙөмтәһен алғас ҡына билдәле буласаҡ”, — тип һөйләне Кенандың әсәһе.
Ғаиләнең йылдар буйы Кенан Мостафаевты эҙләргә тырышыуы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте интернетта “Йәмәғәт электрон гәзите”ндә уҡығыҙ.