Ғаилә – туған тел һаҡсыһы26.01.2018
Ғаилә – туған тел һаҡсыһыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнөндә Өфөлә үтәсәк “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” асыҡ республика конкурс-фестивале сиктәрендә интернет-конкурстар иғлан итә.
Ярышмаларҙа рухлы милләттәштәр, балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан һәр башҡорт ғаиләһе ҡатнаша ала.
Илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙҙе, өлгөлө ғаиләләрҙе матур бүләктәр көтә.
Конкурсҡа рәхим итегеҙ!



*Интернет-конкурстар Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­та­йының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә (https://vk.com/ik_vkb) һәм “1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө” тип махсус асылған биттә (https://vk.com/bash_gaile) бара.
Был өс ярышма тураһында тулыраҡ:
1. “Фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла” конкурсы. Йәш буйынса сикләү юҡ. Унда ҡатнашырға теләүселәр ғаиләләрендә һаҡланған боронғо фотоны “1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө” тип аталған махсус биткә (https://vk.com/bash_gaile) ебәрә. Автор ошо фото тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә, унда һүрәтләнгән ғаилә нәҫеле, традициялары әлеге көндә кемдәр тарафынан һаҡланыуы тураһында яҙа (текст башҡорт телендә, 14-се шрифт менән 1 биттән артмаҫҡа тейеш).
2. “Милли мираҫҡа тоғролоҡ” видеоконкурсы.
Йәш буйынса сикләү юҡ. Ғаилә менән концерттарҙа, “Өлгөлө ғаилә” конкурстарында сығыш яһағанды, туристик сәйәхәткә сығыу ваҡытын, спорт ярыштарында ҡатнашыуҙы, өләсәйҙәр һабағы алыуҙы (ҡул эштәренә өйрәтеүе, әкиәт һөйләүе, аш-һыу әҙерләү һабаҡтары), шул иҫәптән башҡорт телен пропагандалаған флешмобтарҙы һәм акцияларҙы төшөрөп ебәрергә мөмкин. Ғаилә сығыштарында мотлаҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә баҫым яһалырға тейеш.
3. “Өләсәйемдән отоп алдым” конкурсы:
3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала.
Балалар халыҡ ижады өлгөләрен: боронғо йырҙар, мөнәжәттәр, бәйеттәр, әйтештәр, көйлө әкиәттәр, таҡмаҡтар, һамаҡлауҙар башҡара.
Интернет-конкурстарҙа еңеүселәр 1 мартта Өфөлә үтәсәк “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” фестиваленең йомғаҡлау кисәһендә иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә.


Вернуться назад