Күл тамсынан йыйыла26.01.2018
Пермь крайы Чернушка ҡалаһының “Ғилмияза” башҡорт фольклор ансамбле ойошторолоуына быйыл 10 йыл тула.
Ошо уңайҙан 3 февралдә Чернушканың “Нефтселәр” мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә юбилей кисәһе ойошторола. Ғәйнә башҡорттары мираҫын һаҡлап ҡалыуҙы бурысы итеп ҡуйған коллективҡа Чернушка башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәүиә Махатова етәкселек итә. Һәүәҫкәрҙәр ансамблендә 20 йәштән 70 йәшкә тиклем рухлы милләттәштәребеҙ шөғөлләнә.
Тамаша көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Рәхим итегеҙ!
* * *
Ноябрьск башҡорттары ҡоролтайы Ямалда милли көрәште үҫтереүгә бәйле проекты менән округ хакимиәтенең һәм Рәсәй Президентының ике грантын отто.
Ойошма етәксеһе Гөлнара Глухарева әйтеүенсә, әле ҡалала көрәш секцияһы эшләй башлаған. Йәш спортсылар менән бығаса грек-рим көрәшендә билдәлелек яулаған Имам Вәлиев шөғөлләнә. Тренажерҙар, спорт формаһы, көрәшеү өсөн келәмдәр һатып алынған. Шулай уҡ февралдә округ кимәлендә турнир үткәреүгә әҙерлек бара.
* * *
Ырымбурҙан оҫтабикә Рима Яҡупова рекордсы шәл бәйләгән. Уникаль шәлдең презентацияһы ошо арала ҡаланың ҙур сауҙа үҙәктәренең береһендә үтте.
Йоҡа шәл-паутинканың үлсәмдәре 2,3Х2,3 метр. Ҡатмарлы биҙәк-нағыштары, башҡарыу сифаты һәм күләме буйынса был шәлгә Рәсәйҙә тиңдәр юҡ.
* * *
Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Сосновка райондарында Өләсәйҙәр мәктәбе ойошторолдо.
Соcновка районы “Аҡ тирмә” ойошмаһы рәйесе Рабиға Бикбулатованың һорауы буйынса был эште башлау өсөн методик ярҙам күрһәтергә Силәбегә билдәле педагог, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева менән Өфөләге “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни ойошмаһы ағзаһы Тәнзилә Бикбаева барып ҡайтты.
– Өлкәлә алты урында осрашыуҙа булып, бәләкәйҙәргә туған телде өйрәтеү, лагерҙарҙы “Йәйләү” программаһы буйынса ойоштороу мөһимлеге тураһында һөйләп, башҡортса кинолар күрһәтеп ҡайттыҡ. Был эштең мөһимлеген мәктәп директорҙары, ауыл хакимиәте рәйестәре, ҡоролтай етәксеһе лә билдәләй, – тип хәбәр итте Мәрйәм Бураҡаева.
* * *
Мең ырыуының йыйыны етди сәбәптәр арҡаһында билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә. Был турала Мең ырыуы йыйыны вәкиле, ойоштороу комитеты рәйесе Зәйнулла Хәбибулла улы Насиров белдерҙе.
Мең ҡәбиләһе — күл-мең, ҡырҡөйлө-мең, ҫыбы-мең һәм ҫарайлы-мең кеүек бер нисә ырыуҙың берләшмәһе ул. Боронғо меңдәр ерендә бөгөн Өфө, Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә һәм Бишбүләк райондары, Ауырғазы районының ҙур өлөшө, өлөшләтә Нуриман, Иглин, Благовар, Кушнаренко, Илеш, Дүртөйлө, Шаран, Баҡалы, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Туймазы райондары урынлашҡан. Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ райондарында, Татарстандың Сарман, Минзәлә һәм Апастов райондарында меңдәр нигеҙ һалған ауылдар бар.