“Социалистик Ватан!” – был һүҙ беҙҙең совет халҡы өсөн иң йылы һәм иң яҡын һүҙ. Был һүҙ үҙенең бик күп яҡлы эстәлеге менән бөтә донъяға ғорур яңғырай. Шуға күрә лә беҙҙең илебеҙҙең һәр бер патриоты үҙ Ватанының ҡаҡшамаҫлығы, уның ҡеүәтенең артабан да нығыуы, сәскә атып мәңге һүнмәҫ йондоҙ булып балҡып тороуы өсөн бөтә көс һәм энергияһын бирә, кәрәк булғанда тормошон да ҡыҙғанмай.Беҙҙең илебеҙҙең капиталистик ҡамауҙа йәшәүе, һәм капиталистик илдәрҙең һәр бер уңайлы момент килгәндә СССР-ға ҡаршы һуғыш асырға әҙерләнеүҙәре тураһында иптәш Сталиндың иҫкәртеүен беҙ бер генә минутҡа ла онотмайбыҙ. Шуға күрә лә беҙҙең халҡыбыҙ илебеҙҙең оборона ҡеүәтен көндән-көн нығытыу яғында тора һәм уны нығыта.
Республикабыҙ буйынса “Ворошиловсы һыбайлылар” хәрәкәтенең массовый рәүештә йәйелеүе бының асыҡ миҫалы булып тора. Мәҫәлән, Красноусол районында үҙенең эсенә 192 кешене алған 39 түңәрәк, Иглин районында 104 кешене берләштергән 19 түңәрәк, Баҡалы районында 31 кешене эсенә алған (бында яңы ғына ойошторолдо) 3 түңәрәк башҡаларға өлгө булырлыҡ булып эшләйҙәр. Ворошиловсы һыбайлылар етештереү буйынса Осоавиахимдең Красноусол советы (председателе иптәш Хлосткина бик йәнле эштәр йәйелдерә. Ошо көндә Красноусол районында “Ворошиловсы һыбайлылар” түңәрәге аша 97 ҡыҙыл кавалерист сығарылған, шуларҙың 4-һе ҡыҙҙар. 1939 йыл эсендә генә бында ворошиловсы һыбайлыларҙың 4 тапҡыр ярыштары үткәрелде. Был ярышта 121 кеше ҡатнашлыҡ иткән. Ошондай уҡ ярыштар башҡа күп кенә райондарҙа ла ойошторолдолар.
Башҡортостанда бөтәһе 170 урында “Ворошиловсы һыбайлылар” түңәрәге эшләп килә. Был түңәрәктәрҙең 1290 актив члендары бар. Улар киләсәк һуғышта дошманды үҙ ерендә ҡыйратыр өсөн, үҙҙәрендә, бөтә донъяға даны таралған беренсе атлылар армияһы боецтарының традицияһын тәрбиәләйҙәр. Улар атты оҫта идара итә белергә һәм унда оҫта йөрөргә өйрәнәләр.
Ошо йылдың йәйендә Өфөлә үткәрелгән ворошиловсы һыбайлыларҙың бөтә Башҡортостан ярышында иптәш Ишмөхәмәтов (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) атта йөрөү, тал киҫеү, ҡаршылыҡтарҙы һикертеп сығыу, джигитовканан үҙенең бик оҫталығын күрһәтте һәм ярышта беренселекте алды. Ул бер юлы дүрт ҡылыс менән (икеһен ауыҙына тешләп) тал киҫеп бөтә тамашасыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Иптәш Ишмөхәмәтов яңғыҙ түгел, улар күптәр. Красноусол районынан Королева Анна, Рәхимов Фәйзи, Ипатов Михаил, Тельсова, Әлшәй районынан Әхмәдуллин, Иглин районынан Иванов, Замышкина, Баҡалы районынан Лейсин, Мишкә районынан Караваев һәм башҡа бик күп иптәштәр атлы-спортив эштең техникаһын тәрән үҙләштерәләр. Улар малдарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләүҙә актив ҡатнашалар.
Ләкин ошо бик ҙур уңыштар менән бергә беҙҙең Осоавиахим ойошмаларыбыҙҙың етешһеҙлектәре лә ҙур әле. Яҡын киләсәктә был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, илебеҙҙең тыныслығын һәм ныҡлығын һәр минутта һаҡларға әҙер булған достоин кавалеристар етештереүгә үҙәк иғтибар бирәйек.
М. САДЫҠОВ.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1939 йыл, 18 ноябрь, 263-сө һан).
Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль, орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.