“Шүлгәнташ” абруйлы исемлеккә инерме?21.04.2012
“Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығын ЮНЕСКО Бөтөн донъя мираҫының исемлегенә индерергә тәҡдим ителде, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһындағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың башҡарма директоры Өлфәт Йомағужин “Йәмәғәт электрон гәзите”ндәге онлайн-конференцияла.
— ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирынан ошо тәбиғи һәм мәҙәни мираҫ объектын Бөтөн донъя мираҫы исемлегенә индереү тәҡдиме хаҡында хәбәр килде, — тине Өлфәт Йомағужин. — Беҙ ошо юлды яртылаш үттек тиерлек.
Ҡурсаулыҡ Бөтөн донъя мираҫының даими исемлегенә индерелһә, “Шүлгәнташ” халыҡ-ара һаҡ аҫтына алынасаҡ. Башҡортостан менән Рәсәй етәкселегенә финанс, ғилми һәм мәғлүмәти-мәҙәни ярҙам саралары күреү буйынса тәҡдимдәр ебәреләсәк. Был, үҙ сиратында, республикаға туристарҙы, эшлекле даирәләрҙе йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Ҡурсаулыҡ тирәләй урындағы халыҡ менән “хеҙмәттәшлек зонаһы” ойоштороласаҡ. Унда урындағы халыҡ емеш-еләк йыясаҡ, бесән сабасаҡ.
Рәсәй буйынса ЮНЕСКО-ның Бөтөн донъя мираҫы исемлегенә 21 объект, шул иҫәптән Мәскәү Кремле, Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге, Ҡазан Кремле, Коми урмандары, Алтай тауҙары ингән.
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.


Вернуться назад