Беҙ бәләкәй саҡта...24.01.2018
Беренсе класҡа барасағымды көтөп ала алмай йөрөгән мәл ине. Ул ошо һуғыш башланған йылға тура килде. Кәнсәләр янындағы берҙән-бер ҡара тәрилкә туҡтауһыҙ һөйләй. “Война” һүҙе йыш ишетелә, ләкин урыҫса белмәгәс, аңлар хәл юҡ. Ололарҙың йөҙөнә ҡайғы һыҙаттары ятты. “Һуғыш” һүҙен йыш ҡабатлайҙар.


Кемдер әйтә, имеш, радионан һөйләүселәр кәнсәләр ҡыйығында, һалам баш аҫтында ултыра. Беҙҙеңсә, улар ошо тәрилкә артына йәшеренгән кеүек.
Һуғышҡа оҙатыуҙарҙың беренсеһе ауыл ҡапҡаһы төбөндә, боронғо зыяратта, йөҙйәшәр ҡайындар ышығында булды. Яҙмыш шаһиттары, был ҡайындар, нәҙек ботаҡтарын моңһоу һәлендереп, гармун тауышын, ир-ат йырын шым ғына тыңлап торғандай. Беҙ, ғәмһеҙҙәр, сыр-сыу киләбеҙ, ә инәй-апайҙар илай. Ҡушарлап егелгән аттар ҙа бышҡыра-бышҡыра борсола һымаҡ, баштарын борғолап, артҡа ҡарай.
Көҙгә табаныраҡ йәнә бер һуғышҡа оҙатыуҙы ҡарарға килгәнем хәтерҙә. Гармунсы ағай ҡайғылы көйҙәрҙе һыҙҙыра, башҡалар йырлай. Бер ағай арбанан төшөү менән ҡулдарын киң һуҙып, ҡысҡырып ебәрмәһенме: “Ниңә былай ҡайғыға төштөгөҙ? Хәсрәтләнмәгеҙ, әйләнербеҙ ҙә ҡайтырбыҙ. Әйҙәгеҙ, бер ҡанат ҡағып алайыҡ!” Һәм китте бейеш. Йыр туҡталды. Бар халыҡ шарҡылдап көлдө, ҡайғы-хәсрәт онотолдо. “Аҡҡош ҡанат ҡаға”, — тиеште ауылдаштар. Баҡһаң, ағай Аҡҡош ҡушаматлы булған икән. “Ҡасандыр изге ҡошто атып алып ашаған”, — тип һөйләнеләр. Һыңар ҡоштоң, парын юғалтҡас, ауыл өҫтөндә осоп йөрөгәнен күптәр күргән. Һуғыштан ҡайта алманы ул ағайыбыҙ ҙа.
Беҙ — йырлап үҫкән быуын балалары. Шатлыҡлы йырҙар ҙа булғандыр. Әммә моңло-зарлыһы ныҡ хәтерҙә: һары сәскәле, ҡайынлы, ҡараңғы төнлө, томанлы йырҙар. Бер сама эсеп алған ағайҙар нисек кенә батыр булып күренергә тырышһа ла, һағышлы, айырылышыу, хушлашыу йырҙарын һуҙмай ҡалманы.
Айыуҙай йыуан аҡ ҡайын ышығына баҫып бер апай йырлай ҙа йырлай: “Һин китәһең, мин ҡаламын, үҙең менән алып кит, йә уттарға, йә һыуҙарға һалып ҡына мине кит”. Үҙәк өҙгөс тауышты ишетеп, бар халыҡ геүләүҙән туҡтаны. Үкһеп илаған тауыш һәм кемдеңдер был йәш ҡатынды йыуатыуы ғына ишетелә.
Яугирҙәр ҡатындарын утҡа һалып китте. Дүрт йыл барған һуғыш күптәрҙең башын ашаны, ваҡытынан алда ҡартайтты.
Ҡарт ҡайындар, беҙҙе ҡурсалаусы олатай-өләсәйҙәр кеүек, ҡытыршыланып ҡатҡан олондары елдән ышыҡлай, суҡтары биттәребеҙҙе наҙлап, ямғырҙан һаҡлай. Кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәттән ошо ҡайынлыҡҡа һыйыныуы тикмәгә түгелдер, күрәһең.
Яуға оҙатыу көнөндә башҡалар күмәкләшеп ҡайғырышҡанда, йәштәр икәүҙән-икәү генә ҡалған. Сит ауылдан төшкән килендең ҡулында бәпесе йоҡлай. Ҡаршыһында ире гармун тарта. Мәңгелеккә киткәнлеген белеп һуҙа. Башҡаларҙа эшебеҙ юҡ тигәндәй, күмәк кешегә әйләнеп тә ҡарамайҙар. “Ғәлиәбаныу”ҙың беренсе аккордтарынан уҡ ҡатыны күҙ йәшен тыя алмай, сеңләп илай башланы.
“По коням!” ауазы яңғырағас, ҡарт ҡайындар ҙа тертләп ҡуйғандай булды. Түҙемһеҙ аттар алға ынтылды. Йәш ир ҙә, гармунын ергә ҡуйып, ҡатыны менән хушлашып, юлдағыларҙы ҡыуа китте.
Һөйгәне менән айырылышыуҙан ни эшләргә белмәгән ҡатын уйлап та тормаҫтан балаһын ергә һалды ла уның артынан йүгерҙе. Оҙатыусылар “аһ!” итте. Кемдер баланы күтәреп алды, кемдер әсәне ҡыуа төштө. Уның ҡайынлыҡты яңғыратҡан, йөрәкте өҙгөс “китмә-ә-ә!” тигән ауазы ауылға ла ишетелгән.
Ҡатын фронтҡа китеүселәрҙе ҡыуып етә алмаған. Ике килен уны күрше ауылға етәрәк ҡаҡ юлға йөҙө менән ҡапланып ятҡанында барып тапҡан.
Фронтҡа барыр өсөн атлығып тороусылар аҙ булмаған. Ҡалаларҙа һәм ауылдар­ҙа, эш урындарында үткән йыйындарҙа “мине алығыҙ, дошманға ҡаршы һуғышҡа әҙермен” тип ғариза яҙыусылар, хәрби комиссариатта сират тороусылар тураһында үҫә төшкәс белдем.
...Ваһап Сәхәүетдинов – агроном. Бе­рен­селәрҙән булғанлыҡтан, төрлө район­дарҙа эшләп дан яулай. Аҙаҡ килеп, тыуған төбәге Ҡыйғыға ҡайта. Фронтҡа алынмай, сөнки ул тылда бик кәрәк, шуға ла бронь бирелгән. Ләкин һаман хәрби комиссарға тынғы бирмәй: “Ал мине армияға!”
Бер көн ҡатыны Бәҙәр ханым менән бергә килә. Уныһы башлап һөйләй: “Минең ирем, һуғыш бөткәс, кеше күҙенә нисек күренһен, тылда ятҡас”. Хәрби комиссар белә: был ҡатын ике бала үҫтерә. Өсөнсөһөнә ауыры тулышып бөткән. Шуға күрә һорай: “Өс баланы нисек үҫтерерһең?”
– Юғалып ҡалмам, – ти ауырлы ҡатын, – башҡалар ни күрһә, шуны күрермен.
Ваһап Ленинградты һаҡлап һуғыша. Баш­та танктар ремонтлай, унан алғы һы­ҙыҡҡа күсә, разведчик һөнәрен үҙләш­те­рә, “тел” ташый, ләкин яугир яҙмышы тиҙ хәл ителә. 1943 йылдың 24 авгусында Ваһап Сәхәүетдинов разведкала саҡта һәләк була...


Вернуться назад