Тормошта үҙ юлыңды, үҙ урыныңды табыу еңелдән түгел. Айырыуса йәштәрҙең иңенә был мәсьәлә ауыр йөк булып ята. Советтар Союзы осоронда һәр кеше билдәләнгән бер юҫыҡ буйынса алға табан барҙы, маҡсаттарына иреште. Бөтә халыҡ яҡты киләсәк төҙөү хаҡына көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Хәҙер иһә һәр кемебеҙ үҙ алдына ғына, яңғыҙы тороп ҡалған кеүек. Элекке рухи маҡсаттарҙың береһе лә юҡ тиерлек, кешеләр маяҡһыҙ ҡалды. Бындай шарттарҙа йәштәр өсөн бөгөнгө тормошто танып белеү, нимә яҡшы һәм нимә насар икәнлегенә төшөнөү ауыр һәм сетерекле мәсьәләгә әйләнде.Егет-ҡыҙҙар үҙҙәрен уратып алған донъяны өйрәнгәндә, ниндәйҙер һығымталар яһағанда төп өлөштә интернетҡа, телевидениеға, социаль селтәрҙәргә таяна. Әммә ундағы мәғлүмәттәр йыш ҡына тормошто дөрөҫ баһаларға мөмкинлек бирмәй. Эшләп байып булмай, донъяла иң ҙур ниғмәт – аҡса, шәхси маҡсатыңа ынтылғанда намыҫ-выжданды аяҡ аҫтына һалып тапау бер ни түгел кеүек яҙыҡ фекерҙәр унда бик күп.
Сер түгел, шундай йоғонто аҫтында хәҙер йәштәрҙең ҙур өлөшө илебеҙ алып барған сәйәсәт, дәүләтебеҙҙең киләсәге менән бигүк ҡыҙыҡһынып та бармай. Улай ғына түгел, тыуған төбәгенең, үҙ милләтенең, хатта ғаиләһенең яҙмышына битарафҡа әйләнә. Ундайҙар пассивлыҡ, ялҡаулыҡ, аҙғынлыҡ, эгоизм һаҙлығына бата барасаҡ. “Бар тормош мәғәнәһе – ләззәт алыу” девизы менән килешә алмаған йәштәрҙең әүҙем, әммә белем һәм тәрбиә кимәле түбән өлөшө милләтселек йә дини экстремизм ағымдарына ылыға башлау ҡурҡынысы ла бөгөнгө көндә киҫкен тора.
Әлбиттә, барыһын да бер ҡалыпҡа һалып ҡарау дөрөҫ түгел. Шөкөр, илебеҙҙең ғорурлығы булырҙай йәш ғалимдарыбыҙ, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүсе, хеҙмәт урындарында ҙур уңыштарға өлгәшеүсе, бынамын тигән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, юғары маҡсаттарға ынтылып йәшәгән егет-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап.
Әммә бер кем дә рухи буталсыҡлыҡ мәсьәләһенең бөгөнгө көндә киҫкен тороуын инҡар итмәҫ. Шуға ла тәрбиә эшендә “күктәге идеяларҙан” арынып, ысын тормошҡа нығыраҡ таянырға кәрәктер.
Тәү сиратта йәш быуынды иң ҙур бәхет имен ғаилә икәнлегенә төшөндөрөү зарур. Карьера, аҡса, дан-шөһрәт, дәрәжә түгел, үҙ парыңды табып, татыу тормош ҡороп, балалар үҫтереү әҙәм балаһының төп тәғәйенләнеше икәнлекте аңлата алыу үтә мөһим.
Һәр ауыл-ҡалала, таныштар араһында өлгө итеп ҡуйырлыҡ ғаиләләр бар, уларҙың тәжрибәһе менән дәлилләү отошло буласаҡ. Уңышҡа өлгәшкән кешеләрҙең ныҡышмалылыҡ, эшһөйәрлек арҡаһында ғына үрҙәргә күтәрелә алыуына инанған үҫмер үҙе лә маҡсаттар ҡуйып уларға өлгәшергә ынтыласаҡ.
Икенсенән, балаларға йәмәғәт ҡанундарын яҡшылап өйрәтергә кәрәк. Уларҙы һанға һуҡмаһа, тейешле яза аласағын һәр кем белергә тейеш. Ҡайһы бер үҫмерҙәр, ни ҡылһам да, миңә бер нәмә лә булмаясаҡ тигән яҙыҡ фекергә инана. Аҙағынан терһәк тешләрҙәй хәлгә киләләр ҙә, һуң инде – оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, бер кем дә хилафлыҡтар өсөн баштан һыйпамай. Киноларҙа ғына “текә” егеттәр барыһын да ата ла киҫә һәм бының өсөн уларға бер ни ҙә булмай. Ысын тормошта киреһенсә бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоҡуҡ дәрестәренә мәктәп программаһында үтә аҙ ваҡыт бирелә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре уҡыусылар менән осрашыуҙарға йышыраҡ килһә, ата-әсәләр был мәсьәләгә күҙ йомоп ҡарамаһа, һөҙөмтә икенсерәк булыр.
Өсөнсөнән, мәктәптәрҙә дини тәрбиәнең нисбәте лә артырға тейештер. Уҡытыусылар, дин әһелдәре, ислам – тыныслыҡ дине, мосолман ата-бабаларыбыҙ быуаттар буйы күршеләр менән татыу һәм килешеп йәшәгән тип үҙ ваҡытында балаларҙың күңелдәренә һеңдереп өлгөрмәй икән, хөсөт сәсеүсе экстремистар әҙер генә тора.
Шуны ла билдәләп китке килә: һәр кеше, айырыуса йәштәр ғорурлыҡ хисе кисереүгә мохтаж. Йәш быуынды яҡташтарҙың — ауыл, район, республика, ил, ватандаштарҙың донъя кимәлендәге юғары ҡаҙаныштары менән даими таныштырып барыу зарур. Халҡыбыҙҙың тарихында ла ғорурланырлыҡ ваҡиғалар бихисап, йәш быуын был хаҡта мотлаҡ хәбәрҙар булырға тейеш.
Тағы ла бер мөһим ысынбарлыҡ — элегерәк, кеше үҙе яҡшы булһа, башҡа тағы ни кәрәк, тигән позиция хөкөм һөрә ине. Хәҙер – көслөләр заманы, һәр ерҙә лә конкуренция. Артыҡ нәзәкәтле итеп тәрбиәләнеп, аҙағынан юғалып, тапалып ҡалмаһындар өсөн йәштәрҙең физик һәм рухи яҡтан көслө булырға ынтылыуҙарын һәр яҡлап хупларға, спортҡа, төрлө ярыш-конкурстарға йәлеп итергә кәрәк. Хеҙмәткә, үҙаллылыҡҡа өйрәнеп үҫкәндәр тормошта ла һынатмаясаҡ, юғиһә һуңғы ваҡытта баланы кәрәгенән артыҡ ҡурсаларға тырышҡан ата-әсәләр күбәйеп китте.
Ҡыҫҡаһы, һәр уҡытыусы, һәр ата-әсә уйланырға, борсолорға бурыслы – йәш быуын, уларҙың күңелдәре һәм мейеләре өсөн бөгөнгө көндә ысын һуғыш бара. Буяуҙы артыҡ ҡуйырта тип уйлаусылар, зәңгәр экрандарҙан, мәҫәлән, “Дом-2” тапшырыуын ҡараһын. Кем генә үҙенең ғәзиз балаһын ундағыса оятһыҙ, йүнһеҙ, эшлекһеҙ итеп күргеһе килер икән? Хоҙай һаҡлаһын, тип кенә әйтәһе килә!