Кисә Өфөлә Конгресс-холда Волга буйы федераль округының “Киләсәк” социаль форумы башланды. Ике көн барған йыйында өс йөҙҙән ашыу вәкил ҡатнаша. “Социаль педагогтар һәм социаль эшселәр союзы” ойошмаһы ошондай сараларҙы илдең бөтә федераль округтарында ла ойоштора.“Рәсәй социаль өлкәһенең киләсәге образы. Социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәтләндереү. Волга буйы федераль округы” стратегик сессияһын асыу тантанаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһы Социаль платформаһының координация советы етәксеһе Олесия Романова, “Социаль педагогтар һәм социаль эшселәр союзы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Марина Островская ҡатнашты.
Был проект былтыр уҡ тормошҡа ашырыла башланы: 24–26 октябрҙә Төньяҡ-көнбайыш федераль округының социаль өлкә белгестәре – Ульяновскиҙа, 26–27 декабрҙә Калининградта йыйылды. Башҡортостан иһә ошондай ҙур сара үткән өсөнсө төбәк булып тора.
Социаль өлкәгә арналған форум – быйыл республикала ойошторолған тәүге ҙур сараларҙың береһе. Сессиялар эшенә социаль хеҙмәттәр менән файҙаланғандар, ошо тармаҡта эшләүселәр, башҡарма власть һәм парламент вәкилдәре, эшҡыуарҙар йәлеп ителде.
Форумда илдең социаль өлкә тармағында алып барылған сәйәсәтте бар яҡлап яҡтыртыу, өйрәнеү һәм тәҡдимдәр, аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. “Рәсәй социаль өлкәһенең киләсәге образы. Социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәтләндереү” стратегик сессияһы сараның төп нигеҙен тәшкил итте.
Тәүге көндә стратегик сессияларҙа ҡатнашыусылар биш аҙымды үтте: бөгөнгө нормалар; киләсәктә бойомға ашырыу күҙ уңында тотолған нормалар; яңы нормаларға күсеүгә ҡамасаулаған кәртәләр; миссия һәм шәхси миссия; ҡағиҙәләр; киләсәк образы. Был темалар “Халыҡты һаҡлау һәм арттырыу”, “Һанлы социаль өлкә”, “Тигеҙ хоҡуҡтар – тигеҙ мөмкинлектәр”, “Социаль дәүләттең фәҡирлекһеҙ киләсәге”, “Рәсәй төбәктәренең ауылдарҙа һәм халыҡ йәшәгән төпкөл урындарҙа социаль хеҙмәттәрҙе үҫтереү” тип аталған бәхәс майҙандарында яҡындан өйрәнелде.
Әйткәндәй, илдәге социаль тармаҡта 600 меңдән ашыу белгес эшләй, уларҙың һәр береһе кәмендә 10 – 20 социаль ярҙам алған кеше һәм ғаилә менән хеҙмәттәшлек итә, йәғни 10 миллиондан ашыу граждандар йәлеп ителә.