Тирмә-йортта сәй эсеп...23.01.2018
Тирмә-йортта сәй эсеп...Оҙаҡ йылдар бер-береһенә терәк һәм таяныс булып, ғаилә ҡиммәттәрен барыһынан өҫтөн ҡуйып йәшәгән парҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Шундай матур, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе менән яҡындан танышырға насип булды. Аҡморон ауылында иң абруйлы кешеләрҙең береһе ул Фәриҙә менән Рәфҡәт Байсуриндар. Бергә йәшәлгән 60 йылдан ашыу ғүмер аҙ түгел, тотош алтынға бәрәбәр тормоштоң үҙе ул. Ғүмерҙәренең һигеҙенсе тиҫтәһен уҙһалар ҙа, Байсуриндар бер-береһенә ҡарата йәшлек йылдарындағы тойғоларын юғалтмаған, һүрелдермәгән. Замандан ҡалышмай, бөгөнгө көнгә шөкөр ҡылып, ҡыуанып, балалар изгелеген тойоп бәхетле ҡартлыҡ кисерә улар.


Йәй Фәриҙә менән Рәфҡәт Бай­су­риндарҙың ихатаһына барып ин­һәң, ожмах баҡсаһына эләккәндәй бу­лаһың, тигәндәре дөрөҫтөр. Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәре әле булһа тирә-йүнде балҡытып ултыра. Шулай ҙа беҙҙе хужаның үҙ ҡулдары менән эшләгән урам уртаһындағы тирмә өй һәм теплицаһы үҙенә йәлеп итте.
— Һикһән йәшлек юбилейымды тир­мә-йортта үткәрҙек, — тип йыл­майҙы Рәфҡәт Сәйфулла улы. – Элек ата-бабаларыбыҙ тирмә ҡороп, шунда йәшәгән. Уйлап йөрөнөм дә ниңә әле үҙемә эшләп ҡарамаҫҡа тигән фе­кергә килдем. Тәүҙә схемаһын һыҙ­ҙым, төрлөсә уйландым, әммә тир­мә үҙенең төп тәғәйенләнешен — түңәрәк формаһын юғалтырға тейеш түгел тигән уйға килдем. Түңә­рәк­ләп эшләү генә бер аҙ мәшәҡәт­лерәк булды, — ти олатай.
Тирмә-йорт эсенә үтәбеҙ. Ысынлап та, хәтәр шәп. Өҫтәлдә самауыр балҡып ултыра. Стеналары башҡорт орнаменттары буйынса биҙәлгән, ба­лаҫтар эленгән. Хужаның оҫталығы әллә ҡайҙан күренеп тора, һәр урында теүәллек, һәр әйбер уйлап эшлән­гән.
Теплицаның ҙурлығы ла хайран итте. Икенсенән, заманса талаптарға ярашлы яһалыуы аптыратты. Һәр деталь үҙ урынында, Рәфҡәт олатай китаптарҙан ҡарап, журналдарҙы аҡтарып, уны үҙенсә, “ауылса” эшләп ултыртҡан. Ихатаны төрлө әйберҙәр менән йыһазландырыуҙы, сағыу һүрәттәр төшөрөүҙе Өфөлә йәшәгән ҡыҙҙары үҙ өҫтөнә алған.
Сығыштары менән Йылайыр районының Мәҡсүт ауылынан булған Байсуриндар Баймаҡ районының Аҡморон ауылына эшкә килеп, ошонда төпләнеп ҡала, балалар үҫтерә. Колхоздың төрлө эштәрендә тир түгергә тура килһә лә, улар бер ваҡытта ла алдынғылыҡты бирмәй. Төрлө маҡтау ҡағыҙҙары уларҙың фиҙакәр хеҙмәтен дәлилләй. Фәриҙә инәй менән Рәфҡәт олатай бөгөнгө тормошҡа һөйөнөп бөтә алмай.
— Беҙгә йүнләп уҡыу ҙа эләкмәне, бындай рәхәтлекте күрмәнек. Хәҙер тормош ни тиклем матур, һәр йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” үткән, телевизор һөйләп тора, рәхәтлән генә! Йәштәр тормоштоң ҡәҙерен белеп, унан йәм табып йәшәһен ине. Олобоҙ тип тормайбыҙ, баҡсаһын да үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт та үрсетәбеҙ. Хәрәкәттә — бәрәкәт, үҙебеҙгә лә шөғөл була. Ә кистәрен самауыр ҡайнатып, үҙебеҙ төҙөгән тирмә-йортта рәхәтләнеп сәй эсеү — үҙе бер байрам, — ти минең геройҙарым.


Вернуться назад